Ҡарттар йортонан — ғаиләгә31.05.2016
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһында оло йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе аҫрауға алған ғаиләләр тураһында”ғы Законды тәүге уҡыуҙа ҡабул итте. Закон проекты ҡарттар йортонда йәшәгән оло йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы тәрбиәгә алыу хоҡуғын бирә. Кем дә кем бындай аҙымға йөрьәт итә, ундайҙарға 6200 һум күләмендә пособие ла ҡаралған. Әгәр опекун 80 йәштән уҙһа йәки I төркөм инвалиды икән, әлеге сумма 30 процентҡа арта. Пенсия мәсьәләһенә килгәндә, уның күпмелер өлөшө аҫрауға алыусы иҫәбенә күсерелә, әммә был сумма пенсияның 75 процентынан да күберәк өлөшөн тәшкил итергә тейеш түгел.
— Беҙ республикала нәҡ ошондай йүнәлешле социаль учреждениеларҙың асылыуын теләйбеҙ. Закон проектын әҙерләү осоронда башҡа төбәктәрҙең дә тәжрибәһен өйрәндек һәм, әйтергә кәрәк, бындай башланғыс башҡа тарафтарҙа күптән закон нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Иң мөһиме, тәжрибәнән күренеүенсә, бындай төбәктәрҙә оло йәштәгеләрҙе йәки инвалидтарҙы аҫрауға алған ғаиләләр арта ғына. Мәҫәлән, Омск өлкәһендә 2013 йылда социаль ярҙам күрһәткән ғаиләләр иҫәбе 105 менән сикләнһә, былтыр был һан 200-ҙән артҡан. Унан һуң оло йәштәгеләр өсөн ғаиләлә йәшәү күпкә яҡшыраҡ, — ти республиканың хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү министры урынбаҫары Ольга Кабанова.
Әйткәндәй, законға ярашлы, ғаиләгә туғаныңды һәм бер юлы өстән ашыу опекунды алырға ярамай. Закон проекты быйыл уҡ ҡабул ителә ҡалһа, уны тормошҡа ашырыу өсөн 1,8 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.