Баш ҡалала “Мәҙәниәттәр киҫелеше: Евразия киңлегендә мәҙәни аралашыу һәм хеҙмәттәшлек” тип аталған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы. Сарала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны. Шулай уҡ унда ЮНЕСКО делегацияһы, төрлө төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Әйткәндәй, был конференция “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең бер өлөшө ине.“Мәҙәниәттәр киҫелеше” ЮНЕСКО тәҡдиме буйынса иғлан ителгән Аралашыу һәм үҫеш хаҡына бөтә донъя мәҙәни төрлөлөктө яҡлау көнөнә арналған. Конференцияла Евразия халыҡтарының тарихи-мәҙәни мираҫтарына, йолаларына ҡағылышлы һорауҙар күтәрелде. Был йәһәттән Рөстәм Хәмитов республиканың күп милләтле мәҙәниәтен, тәбиғи һәм мәҙәни ҡомартҡыларын, йолаларын һәм телдәрен һаҡлау әһәмиәтле урында тороуын билдәләне. Форумдың нәҡ Башҡортостанда – изге һәм ҡунаҡсыл ерҙә, Өфөлә үтеүенә лә ҡыуанысын белдерҙе.
Конференцияла йәнә ЮНЕСКО-ның геопарктар буйынса яңы программаһына нигеҙ һалыныуы билдәле булды. Баҡһаң, Рәсәйҙә әлегә бер геопарк та юҡ икән. Тәүгеһен беҙҙә булдырыу күҙ уңында тотола.
Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Беҙҙе алда тағы ла ҡыҙыҡлы һәм мөһим проекттар көтә. Улар барыһы ла халыҡтарҙы яҡынайтыуға, Ер шарында тыныслыҡ һәм татыулыҡты нығытыуға, телдәр һәм мәҙәниәттәр аралашыуын үҫтереүгә хеҙмәт итә. Былар бигерәк тә бөгөн – кешелек яңы дәүергә аяҡ баҫҡанда әһәмиәтле.
Бер һүҙһеҙ, яңылыҡтарға ярашлы мәҙәни киңлек тә үҙгәрә. Был йәһәттән кешелекте тағы ла асыштар көтөүен аңлайбыҙ. Ошонда хәҙерге торошобоҙҙо, киләсәктә ни көтөүен, ниндәй проблемаларҙы хәл итергә тура киләсәген дә төшөнөргә кәрәк.
Беҙҙекеләр Мәскәүҙе яулайМәскәүҙә, Марина Цветаеваның йорт-музейында башҡорт режиссеры Салауат Вахитовтың “Бар ине
бер ваҡиға...” (“Есть история одна...”) фильмы менән таныштырыу булды.
Фильмдың художество етәксеһе — билдәле актер Армен Джигарханян, режиссеры — Владимир Грамматиков, продюсеры — Андрей Разумовский, ҡуйыусы операторы — Рияз Исхаҡов, рәссамы — Тамара Аксирова.
Картина 2015 йылдың ноябренән алып быйылғы май айына тиклем Ғафури районында төшөрөлгән. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, республиканың Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Ғафури районы хакимиәте административ ярҙам күрһәткән. Фильмды төшөрөүгә аҡсаны күмәкләп йыйғандар. Айырым кешеләр, эшҡыуарҙар, предприятиелар һәм ойошмалар матди һәм техник яҡтан ярҙам иткән. Фильмды Мәскәүҙә күрһәтеүгә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, республиканың Сауҙа- сәнәғәт палатаһы етәкселеге, шулай уҡ Башҡортостан эшҡыуары Александр Иҡсанов күп көс һалған.
Әйткәндәй, тамашасылар өсөн был көндө фильмдың рәссамы Тамара Аксированың шәхси художество күргәҙмәһе лә ойошторолғайны.
Халыҡты ҡабул итеүИртәгә көндөҙгө сәғәт 3-тән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары М.В. Михайлов граждандарҙы ҡабул итә.
Сараға алдан яҙылыу мәсьәләһе буйынса Өфөлә йәшәгәндәргә республика Башлығы Хакимиәтенең ҡабул итеү бүлмәһенә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто) мөрәжәғәт итергә. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаған документ алыуығыҙ һорала.
Республиканың башҡа райондары, ҡалалары, ауылдары халҡы өсөн яҙылыу телефондары: (347) 280-81-06, 280-80-47.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.