Өләсәй-инәйҙәрҙең йәш сағындағы хәтирәләрен тыңлап-тыңлап та, уларҙың тормошоноң, заманында бөгөнгөсә уңайлыҡтар булмаһа ла, сағыу, күркәм, уңышлы үтеүе һоҡландыра.
Әле иһә ҡатын-ҡыҙҙың йәшәйеше ҡатмарланғандан-ҡатмарлана кеүек: юғары белемле булыу, декрет ялында депрессияға бирелмәү, ҡәйнәнән алыҫыраҡ торорға тырышыу, тышҡы ҡиәфәтеңдең матурлығын һаҡлау өсөн төрлө михнәттәр сигеү...
Боронғоларҙың иһә бындай уйлап сығарылған “ҡанун”дарға ярау ихтыяжы булдымы икән?! Һәр хәлдә улар, итәк тултырып бала үҫтергән, дәүләт мәнфәғәтендә бынамын итеп эшләгән дә, ялын да оҫта ойоштороп, төрлө мәҙәни сараларҙа ла ҡатнашып өлгөргән. Сағыштырыуҙарға бирелеп ултыраһың да һүҙһеҙ ҡалаһың...
Бөгөн гүзәл заттар өсөн бәхет төшөнсәһе элекке ҡатын-ҡыҙҙың донъяһы менән тап киләме икән? Белгестәр үткәргән тикшереү һөҙөмтәһе – түбәндә.