Бер турама – мең дауа31.05.2016
Бер турама – мең дауа Яҙ-йәй көндәре еңел генә аҙыҡтарҙан турамалар әҙерләү киң таралған. Уларҙың бер нисә рецебын тәҡдим итәбеҙ.


l200 грамм краб таяҡсаһын, бер ҡы­ярҙы турап, уларға консерваланған кукуруз ҡушып бол­ғай­быҙ. Уртаса ҙур­лыҡтағы поми­дорҙарҙың эсен соҡоп алып, салат һа­уыттары яһай­быҙ, әҙер тураманы шунда тултырабыҙ. Өс аш ҡалағы майонез, бер сәй ҡалағы лимон һуты, бер аш ҡалағы ҡаймаҡ ҡушып эшләнгән соус менән тәмләндерәбеҙ. Өҫтәлгә бирер алдынан тураманы йәшел үҫемлектәр менән биҙәйбеҙ.

Бер турама – мең дауаlБигүк ҡаты булмаған сырҙы, ветчинаны – таҫма, татлы боросто һалам рә­үе­шендә ту­райбыҙ. 150 грамм татлы кукуруз ҡушып, барлыҡ ком­поненттарҙы бергә бол­ғайбыҙ. Соусты айырым һауытта өс аш ҡалағы зәйтүн майы, бер сәй ҡалағы лимон һуты, тоҙ, борос ҡушып яһайбыҙ. Әҙер булһа, турамаға ҡойоп, ике сәнске ярҙамында ипләп кенә болғатабыҙ.

Бер турама – мең дауаlИке йәш ҡыярҙы, биш-ете редисты кубик рәүешендә турайбыҙ, ҙур булмаған бер нисә помидорҙы өлөштәргә бүләбеҙ. Салат япраҡтарын, петрушканы, биш-алты “ҡанат” йәшел һуғанды турайбыҙ. Дүрт аш ҡалағы зәйтүн майынан, ярты лимондың һутынан, ҡыҫҡыс аша сығарылған һарымһаҡтан яһалған соусты туралған йәшелсә өҫтөнә ҡоябыҙ.

lБер күсән аҡ кәбеҫтәне ваҡлап турайбыҙ һәм уға ҡырғыс аша үткәрелгән бер кишерҙе ҡушабыҙ. 100 грамм күрәгәне биш минутҡа ҡайнар һыуға һалабыҙ, һуңынан һарҡытып, ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Барлыҡ ингредиенттарҙы бергә ҡушып, петрушка өҫтәп, бер лимондың һутынан, ике аш ҡалағы үҫемлек майынан яһалған соус ҡоябыҙ.





Вернуться назад