Әсә көсөнә һәйкәл ҡуйырлыҡ31.05.2016
Әсә көсөнә һәйкәл ҡуйырлыҡ “Хоҙай ҙа бирә һынауҙы бары тик көслөһөнә”, тиелә йырҙа. Эйе, ныҡ кеше генә яҙмышында булған бар ҡыйынлыҡтарҙы күтәреп, үҙендә артабан йәшәүгә көс таба.

Ҡужанда ғүмер кисергән Гөлфара Байбулованы ошондайҙар рәтенә индерер инем.
Тупаҡ ауылында Ҡәйүмә менән Әхмәҙулла Хөснийәровтар ғаиләһендә тыуып үҫкән ҡыҙ 16 йәшендә Михайловка фермаһына эшкә бара. Ул ваҡытта һыйырҙы ҡул менән һауалар, һауынсылар үҙҙәре малға бутҡа бешерә, бесән-һаламын һала, аҫтын таҙарта. Бер мәл шулай малҡайҙарға ашарға әҙерләндә абайламай ҡалып эҫе һыуға бешә ҡыҙ. Ул саҡта эште ҡалдырып өйгә ҡайтыу ҡайҙа: бер нисә көн урынынан да ҡыбырлай алмай ята, иптәштәре тәрбиәләй, һыйырын да һауа. Шулай әкренләп яраһы йүнәлә.
1956 йылда Гөлфара Ҡужан егете Ғәлимйән Байбуловҡа кейәүгә сыға. Ғәлимйәнде әсәһенең апаһы тәрбиәләп үҫтергән. Йәштәр Йәнбикә инәй менән бергә йәшәп китә. Башта үҙен бәхеттең етенсе ҡатында тойһа ла, Гөлфараға тормош үҙ һынауын әҙерләгән булып сыға. Тәү ҡарамаҡҡа иҫән-һау күренгән Ғәлимйән кәбән башынан ҡолап билен ауырттырған икән. Ул сиргә һабыша, өйләнешкәндән алып бер генә көн дә эшкә сыға алмай. Талымһыҙ йәш ҡатын бирешмәй: ҡәйнәһе менән ирен дә тәрбиәләй, балаларҙы ла ҡарай, колхозда ла хеҙмәт итә, йорттағы, кәртәләге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙе лә атҡара. Төндәрен ҡул эшенә ултыра: кейем тегеп, шәл бәйләп, аҡса таба.
Ҡыҙы өндәшмәһә лә, уның хәлен ишетеп-белеп торған атаһы Гөлфараны айыртып алып ҡайтмаҡсы була. Был мәлдә ғаиләлә ике бала үҫә.
Ҡатыны ярҙамынан тыш бер нимә лә эшләй алмаған ирен, оло йәштәге ҡәйнәһен йәлләп, улы менән ҡыҙын етем итмәҫ өсөн Гөлфара яҙмышына буйһона. Нисек кенә ауыр булһа ла, тешен ҡыҫып йәшәүен дауам итә.
Ҡәйнәһе лә олоғая, ғаилә тағы ла ике малайға һәм бер ҡыҙға ишәйә. Балалар бер-бер артлы уҡыуға бара, уларҙы тейешенсә кейендерергә кәрәк. Бында ла ҡатындың оҫталығы ныҡ ярҙам итә: ҡыҙҙарына, малайҙарына кейемде күбеһенсә үҙе тегеп кейҙерә.
Ул саҡта ауылда газ юҡ, өйҙө йылытырға, ашарға бешерергә утын кәрәк. Ҡатындың урманға бер үҙе йөрөп утын әҙерләгән саҡтары күп була. Бынан тыш, иртәнән кискә тиклем урындағы һарыҡсылыҡ фермаһында бәрәс ҡарай. Йәй көндәрендә лә колхоздың бер эшенән ҡалмай: йәмәғәт малына миндек бәйләй, бесән саба, йыя, ураҡ осоронда ырҙын табағына иген эшкәртергә йөрөй. Ул ғына ла түгел, көнө-төнө хеҙмәттә булыуына ҡарамаҫтан, ауылда ойошторолған төрлө сараларға, һабантуйҙарға буҙа ҡоя, “Ҡарға бутҡаһы” байрамын үткәргәндә бутҡа бешереүҙе гел аш-һыуға оҫта Гөлфараға ышанып тапшыралар.
Ҡатын шулай үҙ көсөнә таянып йәшәй. Бар йыуанысы – эше лә балалары. Һәүетемсә генә ғүмер иткәндә ҡайғы йәнә ишек ҡаға: Айыуһаҙы ауылында йәшәгән бер туған апаһы Ғәшүрә, береһенән-береһе бәләкәй ете балаһын ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Өлкән ҡыҙы Әниәгә 12 йәш тулһа, иң бәләкәй Фәниәгә – ни бары бер йәш тә ун ай. Өс йыл үтеүгә, ҡайғыны күтәрә алмайынса, еҙнәһе вафат була.
Гөлфара апайҙың бәләкәй туғандары өсөн көнө-төнө өҙгөләнеүҙәре… Ҡусты-һеңлеләрен аяҡҡа баҫтырыуға бар хәленсә ярҙам итә ул. Уларға ҡышҡы кейемде бер туған ҡустыһы Әүәл алып бирһә, йәйгелеккә баштан-аяҡ үҙе кейендерә. Шөкөр, бөгөн был балаларҙың һәр береһе үҙаллы донъя көтә, үҙҙәре – өләсәй-олатай. Апайҙарын онотмайҙар, мөмкинлек табып, хәлен белешеп торалар.
Ауырыу ирен 33 йыл буйы балалай тәрбиәләй Гөлфара апай. Яҙмыш тарафынан рәнйетелгән Ғәлимйән кеше менән аралашһын, аҙ ғына булһа ла күңеле күтәрелһен тип, уны йөкмәп ҡунаҡҡа ла йөрөтә. Һуңғы ун йылда еҙнәй тик түшәктә ята. Ҡәйнәһе 25 йыл килен тәрбиәһендә булып, 99 йәшендә донъя ҡуя. Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй тигәндәй, әсәһе менән ҡәйнәһе бер көндә гүр эйәһе була.
Бер-бер артлы балалар ҙа үҫеп етә. Әсә кеше һәр ҡайһыһына туйҙар үткәреп, үҙаллы тормош юлына баҫтыра. Инде ул-ҡыҙҙарының шатлығына ҡыуанып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, бер ҡайғыһыҙ йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит. Юҡ шул…
Магнитогорск металлургия комбинатында эшләп йөрөгән 34 йәшлек улы Таһирҙың хеҙмәт мәлендә йөрәге туҡтай… Гөлфара апайҙың, атайһыҙ ҡалған дүрт ейәнен уйлап, йоҡоһоҙ төндәре башлана. Таһирҙы мәңгелеккә юғалтыу ҡайғыһы баҫылып та өлгөрмәй, тағы ла аяныслы хәбәр килә: 35 йәшлек кинйәһе Заһит яҡты донъя менән хушлаша. Гөлфара апайға килгән һынауҙар бының менән генә бөтмәй әле: бер-бер артлы ейәндәре Руслан менән Маратты ер ҡуйынына һала… Улы Дамирҙың янғында тәне бешеп, оҙаҡ ваҡыт дауаханала ятыуы ла әсә йөрәгендә үҙ эҙен ҡалдырғандыр.
Был ҡайғыларҙы күтәрергә үҙендә ниндәй көс тапҡандыр, юғалтыуҙарға нисек түҙгәндер әсә йөрәге?! Яҡындары өсөн илау-һыҡтауҙан бөгөн күҙе насар күрә, йөрәге лә “шаяра”. Шулай ҙа ҡалған балаларының, ейәндәренең һөйөнөстәренә ҡыуанып йәшәүен дауам итә Гөлфара апай. Ул дин юлында, мәсеткә йөрөй, биш намаҙын ҡалдырмай. Үҙендә тормоштоң аяуһыҙ әсе елдәренә ҡаршы торорға көс тапҡан әсәгә һәйкәл ҡуйырлыҡ!
Хаҡлы ялға киткәнсә Ҡужан һарыҡсылыҡ фермаһында бәрәс ҡараусы булып эшләп, һәр ваҡыт алдынғылар исемлегендә була Гөлфара Әхмәҙулла ҡыҙы. Район Советына, ике тапҡыр Таштимер ауыл Советына депутат итеп һайлана. Социалистик ярышта еңеүсе билдәләрен, фиҙакәр хеҙмәте өсөн бирелгән миҙалды, маҡтау ҡағыҙҙарын ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлай ул бөгөн.




Вернуться назад