Беҙ уҡыған заманда “Матур яҙыу” дәресе була торғайны. Яйлап, ҡупшы, таҙа итеп яҙырға тырыша торғайныҡ. Башта ҡараламала яҙабыҙ, шунан ғына аҡҡа күсерәбеҙ. Тормошта ҡаралама юҡ. Барыһы ла һуңғы вариантта яҙыла бара. Матур яҙырға тырышайыҡ... * * *
Беҙ Ырымбур өлкәһендәге Мөхәмәтша Буранғолов ауылына барғанда мәктәпте ябырға комиссия килеп ҡалды. Йән иланы...
* * *
Күршебеҙҙең ихатаһы хәҙер йәнһеҙ. Беҙҙе элекке йылдарҙағылай әтәс йырлап уятмай. Себерҙә эшләне. Йәй башында ҡайтып төшә лә, тауыҡ, берәй әтәс алып, ҡурмышыбыҙҙы күңелле тауыштарға күмдертә ине.
Ҡыш ҡар таҙартырға сыҡҡан еренән генә ихата алдында үлгән дә киткән. Пенсияға сыҡҡас йәшәрмен тип ситтә эшләп йөрөп һалдырған өйөнөң рәхәтен дә күреп өлгөрмәне. Гел, үҙенән йәлләп, осһоҙлата аҙыҡ-түлек, кейем, кәрәк-яраҡ эҙләй ҙә йөрөй торғайны. Бына хәҙер өйө тора, үҙе юҡ.
Атай тәрбиәһе күрмәй үҫкән ҡыҙы наркоманға әйләнеп, үҙенә ҡул һалып ҡуйҙы...
* * *
Әбей, һатып ҡаҙҙарын,
Ноут һатып алғайны,
Ҡарғай-ҡарғай ноутты
Астан үлгән бабайы.
* * *
Бөркөттәр, һунарға өйрәтелгән ыласындар һуғышҡанды күргәнегеҙ бармы? Миңә быны Башҡортостанда ла түгел, Ҡаҙағстанда ла түгел, Чехияла күрергә насип булды. Туристар өсөн махсус әҙерләгәндәр...
Их, башҡортом, ниңә беҙ күрһәтмәйбеҙ?!
* * *
“Гүзәлдең магазиндары, аптекалары бар”...
Ҡурҡҡанға — ҡуш, ҡойроғо менән биш күренә, тиҙәр. Был ҡурҡып күргәнгә оҡшамай, көнсөлгә шулай күренәлер.
Ошо хәбәрҙе ишетеп, шаҡ ҡатып ултырғанда, ҡыҙым:
— Әсәй, һөйләһендәр! Башҡортта ла байҙар булырға тейеш тә инде! — тине.
Рәхәтләнеп көлдөк.
Эйе, бәлки, магазиндар, дарыухана тотор ҙа инем... Сауҙагәрлек юҡ шул ҡанымда...
* * *
Тормош был... Көсөңдән килгәнсә уны яҡшыртыр өсөн эшлә, әжере — Алланан. Эшем емешһеҙ булды тимә, бер емеш — иртә, береһе һуң өлгөрә. Ҡайһылыр татлы емеште мәңгелек донъяла ҡулыңа алырһың.
Ағинәй менән йәш ҡатын һөйләшеүенән:
– Инәй, мин бер дуҫыма гел яҡшылыҡ эшләйем, әммә ул үҙе һәр саҡ минән генә ниҙер көтә, ә үҙенән бер игелек күргәнем юҡ.
– Яҡшылығың өсөн ул түгел, ә Аллаһ ҡайтаралыр тип уйламайһыңмы? Бәлки, шул игелектәрең хаҡына Аллаһ өлөшөңдө арттырғандыр, һаулығыңды нығытҡандыр, бер бәләнән, ҡайғынан ҡотҡарғандыр, яҡындарыңды ҡурсалағандыр. Игелек бер ваҡытта ла юғалмай. Бары тик беҙ уның өсөн ниндәй бүләк бирелгәнен генә белә алмайбыҙ.
Бер ваҡытта ла кешегә, мин һиңә шуны-шуны эшләнем, ә һин... тип үпкә белдермә. Игелекте Аллаһ хаҡына тип ҡыл.
* * *
19 май Пионерҙар көнө була торғайны беҙ бала саҡта. 1964 йылда тау башында яғылған пионер усағы ғүмерҙә лә онотолмаясаҡ, сөнки шул көндә беҙҙең менән тау башына менгән берҙән-бер ҡустым юғалды. Муйыл күпереп сәскә атҡан ваҡыт ине. Иртәгәһенә рашҡы яуҙы, етмәһә. Тотош ауыл менән сығып эҙләнек баланы. Өсөнсө көнөнә ҡараңғы төшкәс, туғанымды тауҙар араһында таптылар. Әлдә тере ине. 34 йәшлек әсәйем өс көн эсендә сап-сал сәсле булды.
Ауылдаштарға һаман да ярҙамдары өсөн рәхмәтлебеҙ!
Рубриканы Гүзәл Ситдиҡова алып бара.