“Өфө-Арена” боҙ һарайы алдындағы майҙанда ауыл хужалығы техникаһының ниндәйе генә юҡ! Унда ҡеүәтле ҙур һәм мини-тракторҙар, комбайндар, мал аҙығы әҙерләү, тупраҡты эшкәртеү, үҫемлектәрҙе тәрбиәләү, химик һаҡлау техникаһы һәм башҡа ҡорамалдар ҡуйылған.
Кисә Өфөлә “АгроКомплекс-2012” Халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе эшләй башланы. Ул 16 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Нидерланд Короллегенең Рәсәйҙәге илсеһе Рональд Келлер һәм башҡа илдәрҙән килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.
– Күргәҙмәнең киң күләмле була барыуы, халыҡ-ара кимәлгә күтәрелеүе ҡыуаныслы күренеш. Ауыл хужалығы – беҙҙең төп йүнәлештәребеҙҙең береһе, был
тармаҡты үҫтерәсәкбеҙ, уға төрлө яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ. Башҡортостандың агросәнәғәте әле үк күп өлкә буйынса алдынғылар рәтендә. Ләкин беҙҙең бурыс – бар яҡлап та беренсе урынға сығыу, – тине Рөстәм Хәмитов үҙенең ҡотлау һүҙендә.
Халыҡ-ара күргәҙмәнең Башҡортостан өсөн бик мөһимлеген билдәләп, Рональд Келлер уның Рәсәй, сит илдәр өсөн дә әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, сарала ҡатнашҡан компанияларға үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә, бәйләнештәргә юл һаласағын да күҙ уңынан ысҡындырманы. Ошондай саралар үткәреү республикаға инвесторҙарҙың күпләп килеүенә лә булышлыҡ итәсәк, тине.
Күп тапҡыр ойошторолған күргәҙмәлә Рәсәйҙең 20 төбәгенән, шулай уҡ Украина, Белоруссия, Германия, Франция, Нидерланд һәм башҡа илдәрҙән 190 самаһы предприятие ҡатнаша. Ауыл хужалығы техникаһынан тыш, малсылыҡ, ҡошсолоҡ, үҫемлекселек өсөн ҡорамалдар, аҙыҡ-түлекте төрөү йыһазы һәм башҡа әйбер тәҡдим ителә. “АгроФерма” тип аталған махсус проект буйынса күрһәтелгән һарыҡтар, йорт ҡоштары, ҡуяндар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Фаил Ҡылысбаев