Беҙ йыш ҡына сүп үләне тип йөрөткән үҫемлектәр кеше өсөн дә, мал өсөн дә алыштырғыһыҙ булып тора. Мәҫәлән, башлы билсәнде (сәнске, шайтан таяғы, русса — чертополох, бодяк разнолистый) генә алайыҡ. Ул — бик һәйбәт бактерицид, ауыртыу-һыҙланыуҙарҙы ла баҫа. Әлбиттә, баҡсала кесерткәнде лә, алабута, бәпембә, дегәнәкте лә үҫтереп булмай. Шуға ла бөтөрөр алдынан уның шифалы яғын иҫкә төшөрөү хәйерле. Нәҡ бәләкәй саҡтарында улар файҙалы, ошо осорҙа күберәк дарыу өсөн йыялар. Йыйһағыҙ, берҙән, ҡул аҫтында шифалы үлән була, икенсенән, сүп үләненән ҡотоласаҡһығыҙ. Бер атҡанда ике ҡуян тигәндәй...Алабута аслыҡтан ҡотҡарған
Картуф баҡсаларының төп сүп үләне булған, ташландыҡ ерҙәрҙә тотош урман булып үҫкән алабута киң билдәле. Аслыҡ йылдарында алабута оно даими ризыҡ булған. Бының өсөн орлоғон һепертке һымаҡ башынан һыпырып йыйғандар һәм һуҡҡандар. Хатта был әрһеҙ үҫемлекте ризыҡ өсөн баҡсала махсус сәсеп үҫтереүгә лә күсеп ҡарағандар, тик алабута башҡа йәшелсәләрҙән “еңелеп” ҡалған, сөнки мәшәҡәте күп — мәктеке һымаҡ ваҡ ҡына орлоҡтарын файҙаланыу өсөн башта йыйырға, таҙартырға, он итеп тарттырырға йә килелә төйөргә кәрәк. Әммә ҡайһы бер илдәрҙә ул әле культуралы үҫемлек булараҡ үҫтерелә, баҡса сорттары ла бар.
Салаттарға һәм ашҡа ҡушымта рәүешендә йәш алабутаның аҡһыл япраҡтарын ҡулланалар. Тәме буйынса ул шпинатты хәтерләтә, шуға соусҡа, иҙмәләргә ҡушыла. Үҫемлектең үҙенсәлеге шунда: ул йәй әйләнәһенә яңырып үҫеп сығып тора. Ҡартайып, орлоғо өлгөрөп ултырған һабаҡтары төбөндә кескәй үҫентеләр баш ҡалҡыта. Уларҙы ҡышҡылыҡҡа тоҙларға ла мөмкин.
Алабутаны мал аҙығы өсөн силосҡа ҡушалар, орлоғон ҡоштар яратып ашай. Медицинала һәм ветеринарияла алабута ҡулланылмай, сөнки унан да көслөрәк йоғонтоло башҡа үҫемлектәр бар.
Дегәнәктең дә тәме барСүп үләндәре араһында дегәнәктең, ҡиммәтле дарыу үләне булыуҙан тыш, бик тәмле ризыҡ та икәнен күптәр белмәйҙер. Был үҫемлектең япраҡтарынан да, йәш һабағы, тамырынан да бик күп төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин. Өҫтәүенә уны эҙләп йөрөйһө лә юҡ, дегәнәктең үҫмәгән ере һирәктер.
Салаттар өсөн уның яңы ғына сыҡҡан йәш япраҡтары һәм әрселгән япраҡ һабаҡтары (корешки) файҙаланыла. Шулай уҡ ашҡа ла, винегретҡа ла ҡушырға мөмкин. Йәш тамырҙары тәме менән шәрбәтерәк картуфты хәтерләтә, шуға уларҙы әрсеп бешерергә йә ҡыҙҙырырға мөмкин, котлетҡа ла ҡушалар. Шәрбәт булғанлыҡтан, уларҙан сироп яһарға ла мөмкин.
Дегәнәк япрағын ҡышҡылыҡҡа күпләп тоҙларға йә киптерергә була. Медицинала уның япрағы, орлоғо һәм тамыры файҙаланыла. Япрағы сәскә атҡанда йыйыла, ә тамыры сентябрь- октябрь айҙарында ҡаҙып алына. Йәш дегәнәктең генә тамырҙарын йыялар (ул япраҡ ҡына бирә, һабаҡҡа үҫмәй).
Дауалау өсөн файҙаланыу даирәһе бик киң. Күпселектә уның сей япрағын яраға, бешкән урындарға ябыу, ваҡланған, майҙа ҡайнатылған япрағын сәс үҫтереү һәм нығытыу өсөн ҡулланалар (репейное масло).