Һыйыр тураһында31.05.2016
Һыйыр көйшәй торған мал иҫәбенә ҡарай, ул минут эсендә яңағы менән йөҙгә яҡын хәрәкәт эшләй.
* * *
Һыйыр менән үгеҙ төҫтө айырмай. Корридала ҡыҙыл сепрәкте матурлыҡ, халыҡтың иғтибарын йәлеп итер өсөн ҡулланалар. Үгеҙҙең күҙ алдында нимәлер болғау уның асыуын килтерә.
* * *
Һыйырҙар татыулыҡта йәшәргә ярата. Көтөүҙә улар үҙҙәренә дуҫ таба һәм, ихтирамын белдереп, бер-береһен ялай.
* * *
Ғалимдар һыйырҙың илай белеүен иҫбат иткән.
* * *
Бер һыйыр үҙ ғүмерендә уртаса ике йөҙ мең стакан һөт бирә. Ә илле һыйырҙан торған бер көтөү тәүлегенә илле тонна һөт бирә ала.
* * *
Зоологтар һыйырҙың мөңрәүен өйрәнеп, уларҙың ун бер төрлө интонация белдерә алыуын асыҡлаған.
* * *
Һыйырҙың танауында үҙенсәлекле һүрәт бар, уны белгестәр кешенең бармаҡ эҙҙәре менән сағыштыра. АҠШ-тың бер штатындағы фермерҙар урланған малын ошо тамғаһына ҡарап таба.
* * *
Оҙаҡ йылдар үҫеш осоронда һыйыр көйшәй торған малға әүерелә, сөнки ул шәп йүгерә алмай, тештәре лә, тояҡтары ла үткер түгел, ас ҡалмаҫ өсөн һәүкәшкә аҙығын оҙаҡ итеп көйшәргә тура килә.
* * *
Һыйыр – ныҡ күҙәтеүсән мал, ул ҡәрҙәштәренең хатаһын ҡабатламаҫҡа тырыша. Мәҫәлән, баҡсаға ҡуйылған электр тогы берәйһен һуҡһа, был хәлде күреп торған башҡалар ул тирәгә башҡаса яҡын да бармаясаҡ.
* * *
Һыйырҙар донъяла имеҙеүселәр араһында кешеләрҙән ҡала икенсе урынды биләй. Ер йөҙөндә бөтәһе 1,5 миллиард һыйыр малы бар. Латин Америкаһының ҡайһы бер илдәрендә 10 кешегә 9 һыйыр тура килә. Ә бына Австралияла улар кешеләрҙән 40 процентҡа күберәк.
* * *
Һыйырҙың ғүмер оҙонлоғо – уртаса 20 йыл, әммә ҡайһы берәүҙәре 35 йәшкә лә етә. Үгеҙҙәр 15-20 йыл самаһы йәшәй.
* * *
Һыйырҙарҙа ваҡытты тойомлау һиҙгерлеге үҫешкән, шуға ла һәр көтөү үҙенең “көн тәртибе” менән йәшәй.
* * *
Ашаған үләне һыйырҙың һөтөнә ныҡ тәьҫир итә. Әгәр һөттән әсе тәм килһә, тимәк, ул әрем йәки шундай башҡа әсе үлән менән туҡланған.