“Полиэтилен тоҡсайҙар йыйылып китте әле. Бер кәрәктәре тейәсәк инде”, – тип тоҡтарын ҡайҙа уңайлы итеп һаҡларға белмәй аҙапланған хужабикәгә сер асмаҡсыбыҙ. Ике литрлыҡ пластик шешәнең төбөн дә, ауыҙын да ҙурыраҡ итеп ҡырҡып алып, ҡулайламаны баштүбән итеп, ҡамасауламаған урынға ҡаҙаҡлағыҙ. Тоҡтарҙы шунда тығып барығыҙ, кәрәк саҡта иһә аҫтан ғына тартып алырһығыҙ. Уңайлы ла, ипле лә! Шешәнең киҫелгән ере полиэтиленды йыртмаһын өсөн, уны саҡ ҡына иретеп, осло йөйҙәрен бөтөрөргә кәңәш итәбеҙ.
Шәрбәт бөтөрәБаҡса тирәһендә бирсәткәһеҙ аҙ ғына эшләһәң дә, ҡулдарға ҡара, йәшел кер һеңергә генә тора. Уны таҙартып алыу өсөн иһә байтаҡ ваҡыт китә. Әгәр ҙә һеҙ, ҡулығыҙҙы һабынлап бер сәй ҡалағы шәкәр ҡомо менән ышҡып йыуһағыҙ, бысраҡтан ҡотолорһоғоҙ. Үлән менән эш иткәндән һуң, ҡулда йәшел эҙҙәр ҡалыусан. Уларҙан арыныу маҡсатында алма ҡабығы ярҙамға килер. Ҡулығыҙҙы шуның менән ыуып йыуығыҙ.