Күс ишәйә31.05.2016
Күп умартасылар яңы күс ябыу өсөн бал ҡорттарының күс айырыуын файҙалана, ә икенселәре иһә уларҙы бүлә.
Көслө күстәрҙә инә ҡорттар күп бала һала. Айҙың икенсе ун көнлөгөндә бал ҡортоноң һан яғынан үҫеше тамамлана, ә инә ҡорттар бала һалыуҙы кәметә, шуға күрә умарталарҙа ҡорттарҙың осоуы һүлпәнәйә, уларҙың күбеһе эшһеҙ ҡала. Оялағы эштәрҙән һәм татлы һут йыйыуҙан бушаған ҡорттар һаны арта бара. Улар ситке рамдарҙа, ҡайһы саҡта умартаның тышҡы яғында өйкөмләшеп ваҡыт үткәрә.



Һәр умартасының
үҙ ысулы


Умартасы, эшсе ҡорттарҙың барыһын да эш менән тәьмин итеү маҡсатында, күсте икегә бүлә. Яңы күстәрҙе ояла һигеҙ-туғыҙ кәрәҙҙә үрсеме һәм 11-12 рамда ҡорттары булған ғаиләләрҙән ойоштора. Уның ысулдары күп. Һәр умартасы был эште үҙенсә башҡара.
Бал ҡорто ғаиләһен бүлеү инә ҡортто табып (рамы һәм ҡорттары менән бергә) яңы умартаға күсереүҙән башлана. Шулай уҡ яңы умартаға асыҡ үрсемле өс-дүрт кәрәҙ, бер нисә буш һәм баллы рамдар урынлаштырыла. Үрсеме көпләнгән кәрәҙҙәрҙе урынында ҡалдырыу яҡшыраҡ. Инәһеҙ ҡалған төп умартаны икенсе ҡаҙыҡтарға күсерәләр. Ә инәһе булған яңы умартаны төп умартаның урынына урынлаштыралар. Осҡан ҡорттарҙың барыһы ла шунда, элекке урынға ҡайта.
Ситкә күсерелгән төп умартала осмаған йәш ҡорттар ғына ҡала. Кискә табан, ҡорттар тыныслана башлау менән, ситкә ҡуйылған төп умартаға инә көбөн йә иһә йәш инә ҡортто ебәрәләр. Инә ҡортто йәки инә көбөн үрсеме булған рамдарҙың өҫкө өлөшөнә ҡуялар.
Төп умарталағы яңы ойошторолған, әммә осҡан ҡорттары булмаған күскә тәүге көндә шәкәр шәрбәте бирелә.

Тәбиғи айырыуы

Бал ҡортоноң күс айырыуы тәбиғәттең матур ваҡытына тура килә. Беренсе айырылғандары майҙың һуңғы көндәрендә осоп сыға, ә күпләп айырыу ваҡыты июнь урталарына тура килә. Был бал йыйыу осоро башланғанға тиклем дауам итә.
Күс айырыуҙың кире һәм ыңғай яҡтары бар. Айырылған күстәрҙе һоҫоу, ябыу буйынса (бигерәк тә күпләп айырған ваҡытта) умартасыларға мәшәҡәт өҫтәлә. Инә ҡорттарҙың юғалыуы һәм күстәрҙең таралыу осрағы күҙәтелә. Умартала күс айырыу алдынан һәм унан һуң бер аҙ ваҡытҡа кәрәҙ төҙөү туҡтатыла, инә ҡорттарҙың бала һалыуы аҙая. Эшсе ҡорттарҙың осоуы кәмей, умартаға бал һуты һәм сәскә һеркәһе аҙ ташыла. Шуға ла күп умартасылар ҡорттарҙың күс айырыуына юл ҡуймау өсөн йә иһә уны кәметеү буйынса саралар күрә. Беренсеһе – умартала инә ҡорттоң йәш булыуы мөһим. Йәш инә ҡорт, ҡарт инәләр менән сағыштырғанда, баланы 30 процентҡа күберәк һала. Икенсенән, ҡорт ғаиләләрен ҙур умарталарҙа аҫрау (ояларҙы ваҡытында ҙурайтыу), тәбиғәттә бал һуты булмағанда ҡорттарҙы емләү яҡшы һөҙөмтә бирә.
Шулай итеп, эшсе ҡорттар бала тәрбиәләй, кәрәҙ төҙөй, бал һуты йыя, ояларын таҙарта. Уларҙың күс айырырға ваҡыты ҡалмай. Ҡайһы бер эште ваҡытында башҡарырға һуңлаһағыҙ, ҡорттарҙың күс айырыу торошона күскәнен күрһәгеҙ, уларҙы бүлергә мөмкин.
Яңы күс булдырыу төп инә умартаһын бер яҡ ситкә (кәмендә ике-өс метр) илтеп ҡуйыу менән ойошторола. Төп бал ҡорто ғаиләһе урынына яңы умарта ултыртыла. Уға ситкә ҡуйылғанынан алып үрсеме, ҡорттары булған дүрт-биш рам күсерәләр һәм буласаҡ инә ояһы, ем, буш кәрәҙ бирелә. Ситкә ҡуйылған һәм осоусы ҡорттарҙан мәхрүм ителгән күс айырыуға әҙерлекте туҡтата, осоу көсәйә, инә ҡорт бала һалыуҙы арттыра. Иҫке урынға ҡуйылған яңы умартаны алты-ете көндән ентекләп ҡарарға кәрәк. Бында артыҡ инә көптәрен юҡ итәләр, иң өлгөргәндәренән береһен һайлап ҡалдыралар.
Күс айырыуҙың ыңғай яҡтары ла бар. Күсте умартаға япҡандан һуң, ул кәрәҙ төҙөү һәм бал һуты йыйыу эштәрен ихлас башҡара. Йыл һайын бал йыйыу алдынан күстәрҙең айырылыуы ҡарт инәләрҙе йәштәре менән алмаштырыу мөмкинлеген бирә. Иң яҡшы ҡорт инәләре күс айырған ғаиләләрҙә тыуа. Был бал һуты йыйыу алдынан һәм бал йыя башлауға тура килһә, ыңғай һөҙөмтә бирә. Ваҡытлыса үрсем үҫтереү туҡтатыла, кәрәҙҙәрҙә бал һуты өсөн урын бушатырға булышлыҡ итә, ә үрсем тәрбиәләүҙән арынған эшсе ҡорттар бал һуты йыйыуҙа, эшкәртеүҙә ҡатнаша.
Шуныһы мөһим: үрсемде үҫтереүҙәге тәнәфес үңәҙ, варроатоз (талпан) ауырыуҙары булғанда уларҙың үҫешен ваҡытлыса туҡтатыусы бер сара булып тора. Күс айырыуҙың ыңғай яҡтарын иҫәпкә алып, һәүәҫкәр умартасылар һәр бал ҡорто ғаиләһенә бер күс айырырға мөмкинлек бирә. Әгәр ҡорттар һанын арттырырға кәрәк булһа, бер күс айырған бал ҡорто ғаиләһен уртаға бүлеп, икәү итеп була.
Шулай итеп, ҡышлап сыҡҡан һәр бал ҡорто ғаиләһен өсәү итергә лә мөмкин. Икеһе (йәш инәләре) ҡышҡылыҡҡа ҡалдырыла, ә ҡарт инәле күсте, төп бал йыйыу башланып өс көн үткәс, ҡышлаясаҡ ҡорттарҙың береһенә ҡушалар. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: ҡушыла торған күстәр бер-береһенә яҡын урынлашҡанда ғына уларҙы берләштереп була.

Быны белергә кәрәк

Умарталыҡта айырылып сыҡҡан күстәр ҡунырлыҡ һарығыстар булдырығыҙ.
Күс айырылып сыға башлаған ваҡытта ҡайһыһына мелисса үләне (инә ҡорт үләне) һутын һөртһәгеҙ, күс шунда ҡунасаҡ. Беренсе күс ҡунғас, ҡалғандары ла ҡуныусан була.
Һарығысҡа һарыған күсте япраҡ ярҙамында һыу менән еүешләһәң, шул һыу кипкәнсе ул урынында ҡаласаҡ.
Айырылып сыҡҡан күсте тотоп умартаға япҡанда, йыш ҡына ҡорттар ояла йәшәмәй осоп сығып китә. Был осраҡта улар умартаны, кәрәҙҙәрҙе, умарта ултырған урынды оҡшатмай. Күсте ябыу серҙәре күп. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен умартасыларға тәҡдим итәбеҙ.
lКүсте кәмендә бер тәүлек самаһы һалҡын келәттә һаҡлайҙар.
lКүс ябыласаҡ умартаны күләгәле урынға, умарталыҡтан ситкәрәк урынлаштырырға тырышығыҙ.
lКүсте ябыр алдынан әҙерләнгән умартаға кәрәҙле һәм балауыҙлы рамдарҙы бер килограмм ҡортҡа дүрт рам иҫәбенән ҡуйығыҙ.
lЯңы ябылған күс умартаны ташлап китмәһен өсөн, уға аҙыҡ бирмәгеҙ.
lКүсте умартаға кис (ҡорттар осоуҙан туҡтағас) ябалар.
lКүс умартала ҡалып, бер-ике көн үткәс, өс-дүрт килограмм бал, ул булмаһа, шәкәр шәрбәте бирегеҙ.
lТәбиғи күс айырыу осоронда тәрбиәләнгән йәш бал ҡорто инәләрен ҡарт инә ҡорттарҙы алмаштырыу һәм күстәр һанын арттырыу өсөн мөмкин тиклем киңерәк файҙаланығыҙ.

И. ШАФИҠОВТЫҢ
“Бал ҡортоноң наҙы бар” китабынан.



Вернуться назад