Эскән кеше мал тапмаҫ31.05.2016
Эскән кеше мал тапмаҫ – Ауылға ҡайтып киләйем әле. Ял көндәре яҡынлашыу менән Шәриф әйтеп аңлатҡыһыҙ хис-тойғо кисереп ауылына юллана. Йәш үтә барған һайын тыуып-үҫкән яҡтар үҙенә нығыраҡ тарта икән. Атай йорто үткәндәргә алып ҡайта. Бынан алтмыш йыл самаһы элек һалынһа ла, тәрбиәләп-ҡарап торғас, ныҡлы ғына ултыра. Көтөп, ишекте шар асып торған кеше юҡлығын-юҡ та. Атаһы менән әсәһенең гүр эйәһе булыуына шаҡтай инде. Бер туған ағаһы ауылда ҡалғайны ла, ғүмере ҡыҫҡа булды шул. Еңгәһе бәпәй көтә ине.


“Йә, бир инде берәй ярты”


– Балаңды тап, үҙебеҙ ҡарашырбыҙ, бик ауыр тиһәң, беҙгә бирерһең, үҫтерербеҙ, – тигәйнеләр ҙә, тыңламаны. Район үҙәгенә барып, ете айлыҡ ауырын алдырып, икенсе яҡҡа сыҡты ла китте. Хәҙер үҫкән егет булыр ине. Ошолар иҫкә төшһә, уның күңелен ҡаты һағыш сорнап ала.
…Шәриф аҙыҡ-түлек алырға тип ауыл магазинына инде. Халыҡ байтаҡ ине. Бер ҡатындың һатыусы менән дауайлашыуы ишетелде. Һүҙҙәре ҡолаҡты ярып бара:
– Йә, бир инде, тим, берәй ярты, нимә йәлләйһең?
– Юҡ, юҡ, теге ваҡыт та яҙҙырып алып киткәйнең, әле һаман бирмәгәнһең. Ревизия килһә, нимә тип яуап бирәйем?
– Ай Алла! Иртәгә үк килтерәм бына, балалар аҡсаһын алһам.
– Балалар аҡсаһын тиһеңме? Һинең былай ҙа бурысың күп, ә ул элеккеһенә етмәйәсәк.
– Ни эшләп кеше хәлен аңламайһың ул? Бесән алабыҙ бит. Кешене һыу менән һыйлап булмай.
– Алдашаһың! Теге саҡта ла алып киттең дә эсеп йөрөнөң. Ирең өйҙә юҡ, ә һин теләһә кем менән күңел асаһың. Шул аҡсаға балаларыңа тәм-том алыр инең!
– Улар былай ҙа ас ултырмай. Ни эшләргә кәрәклеген үҙем дә беләм, как никак дүрт бала үҫтергән әсә бит әле мин. Бишенсеһен дә табырмын, миҙалын да алырмын. Йә, бирәһеңме, юҡмы?
– Юҡ, тинем бит!
– Кеше түгел икәнһең… – Ҡатын йәнә ялбара башланы:
– Йә, бир инде, зинһар!
– Йә, мишәйтләмә, ана әллә күпме кеше көтөп тора.
– Юҡ, бирмәйенсә барыбер китмәйем. Упсым, бигерәк. Бында ней төшөп ҡалған кеше барҙыр шул. Бына паспортымды ҡалдырам…
Араҡы тип һатыусының йәнен алып барған кеше Шәрифтәргә күрше генә өйҙә үҫкән Ғәзизә ине. Һатыусының уны оялтырға теләп:
– Ана, Шәриф ағайың тора, оят таһа, гәзиткә яҙыр, – тиеүенә ҡатын уны күреп ҡалды ла, халыҡ араһынан йырмаслап килеп:
– А-а-а, күрше ҡайтҡан даһа, – тип Шәрифте ҡосаҡлап уҡ алды. – Бөгөн ҡайттығыҙмы? Хәлдәр нисек? Үҙегеҙҙе күргән дә юҡ. Күрше-тирә яман һағындыра. Исмаһам, бер ултырып алыр инек. – Ҡатындан тын алғыһыҙ әсе еҫ аңҡый ине...

Ғәзизә
“ҡунаҡ һыйлай”


Ғәзизәне йыш күрмәһә лә, ҡайтҡан-киткәндә осратып тора Шәриф. Әле утыҙы тулмаһа ла, өҫ-башы таушалған, оло төҫ ингән. Сәсе ялбыраған, аяғына әллә ниндәй ҡата эләктергән. Өҫтөндәге күлдәгенең төҫө уңған. Үҫмер сағында матур ғына күренгән ҡыҙыҡайҙы алмаштырғандармы ни! Тештәре төшкән. Бындай йәмһеҙ күренештән тиҙерәк ҡотолорға теләгән ир, ярай, мин ҡабаланам тип, алыр әйберен дә алмай магазиндан сығыу яғын ҡараны.
Ғәзизә Шәрифтән күпкә кесе. Ауылда өйҙәре бер тирәләрәк булғас, ҡайтып-киткән арала ҡыҙыҡайҙы йыш күрә ине. Уның бәғерҙе телерҙәй итеп: “Ҡотҡарығыҙ, атайым әсәйемде үлтерә-ә-ә!” тип ярҙам һорап, ҡайҙа бәрелергә белмәй урам тултырып һажлап йөрөүе бөгөнгөләй хәтерендә. Йыш ҡына уларға килеп йоҡлай торғайны. Шәрифтең киң күңелле әсәһе уны йәлләй, ашатып-эсерә. Хатта ҡыҙыҡайҙың бер малай менән атай, әсәй булып уйнауын, ҡосаҡлашып йырлай-йырлай “ҡунаҡтан” ҡайтып килеүен мәрәкә күреп ҡарап торғайны ул. Икенсе тапҡыр “ҡунаҡ” саҡырып, әйҙә икәү итәйек, тип дуҫтарын “һыйлағанын” да күрҙе.
Мәктәпте бөткәс, ҡалаға китеп ҡарағайны ла, дөмбөрө батманы, бер-ике ай йөрөнөмө-юҡмы, кире әйләнеп ҡайтты. Бер аҙҙан күрше ауыл егетенә кейәүгә сыҡты, хәҙер дүрт балаһы бар.
Ғәзизәнең ата-әсәһенең тормошо Шәрифтең күҙ алдынан үтте. Заманына күрә иркен ике яҡлы өй. Атаһы Сабир ағай бер нисә тапҡыр кәләш алып ҡараған. Ауыҙынан йүнле һүҙ сыҡмаған әҙәм менән кем торһон инде! Кемеһе бер аҙна, икенсеһе бер ай йәшәп ҡарау менән тайыу яғын ҡараған. Ғәзизәнең әсәһе Гөлбәҙәр еңгәйҙе алып ҡайтҡанын яҡшы иҫләй. Уларға еңгә бүләге тип ҡулъяулыҡ та биреп сығарғайны. Күп тә үтмәй тәүге улдары тыуҙы.
Ул заманда халыҡ ҡунаҡҡа күп йөрөштө. Көҙөн һуғым мәле оло-ҡара байрамға әүерелә ине, бер-береһенә сиратлашып йөрөп мал һуялар. Феләк тултырып бал ҡоялар ҙа шуны шөпөрәләр генә. Йәнә ауылда Сабир ағайҙың нәҫел-нәсәбе күп. Бер аҙ ҡыҙып алғас, ул гармунда һыҙҙыра, ә ҡатыны йыр башлай. Матур йырлай ине ул. Әсәһе һөйләүенсә, еңгәй тәүҙәрәк эске менән дуҫ булмай. Ҡунаҡтарҙа көсләп-ҡыҫтап эсерәләр уны: кемеһелер йырлап бирә, икенсеһе үпкәләп маташа:
– Әҙәмгә һанамаһаң, эсмәйһең инде!
– Йә, берҙе генә эс инде, шунан ғына күтәрелеп осмаҫһың әле, – ти береһе. – Суфый булып ултыраһың.
Уларға, йәмрәйеп, ире ҡушыла:
– Йә, ни ҡыланып килештереп ултырған булаһың! Шәп була берәү, инәлтә!
Быларҙың күңеле булһын тип, ул алдындағыһын бер аҙ уртлай ҙа кире ултырта. Килен кешенең хәрәкәтен тишерҙәй булып күҙәтеп ултырғандар йәнә гөжләшә.
– Ах-ах, был ни тигән эш була инде, килен?! Һин беҙҙән ҡайһы ерең менән ҡайтыш? Әллә тиң күрмәүеңме?
– Шулай шул!
– Әйҙә, асыуыңды ҡалдырма!
– Юҡ, былай булмай! – Берәүһе стаканды ҡулына уҡ алып, уға һона.
– Йә, бөткәнсе, түңкәргәнсе. Әтеү үҙебеҙҙең вызводҡа ҡабул итмәйбеҙ! Ҡара уны, төбөндә ҡалдыраһы булма, әтеү елкәңә ҡоябыҙ!
Ахырҙа, күңелдәре булһын тип эсеп ҡуйғас, тағы шаулаша башлайҙар:
– Әллә кемдең килене!
– Ана шулай!
– “Бишле”!
– Үҙебеҙҙең генә килен! – Кемелер шарҡылдап көлә.

“Бишле”ләр
ала торғас...


Ҡунаҡтарҙа ана шулай берәү, икәү итә, “бишле”ләр ала торғас, ул ысынлап эске ҡолона әүерелә. Иртән аҡтарылып килгән башын төҙәтер өсөн күрше-күләнгә юллана. Элек табындарҙа ҡыҫтап-мәжбүрләп эсергән кешеләр хәҙер уларҙан ҡасып ҡотолоу яғын ҡарай. Уны күреп ҡалыу менән, ана, тағы темеҫкенеп йөрөй, тип берәүҙәре ҡапҡаһын бикләргә ашыға, икенселәре балаһын урамға сығара һала.
– Өйҙә бер кем дә юҡ, тип әйт! Йөрөмәһен һәрәпселәп. Бында уларға һоҫа һалып бирергә йылға ағып яталыр шул.
Һәр саҡ нимәнәндер риза түгел ине Сабир ағай. Гел генә кеше менән була, кемделер “ғибрәт”, “гонаһ шомлоғо” тип әрләй. Айныҡ сағында ла ауыҙынан йүнле һүҙ сыҡмаған ир, иҫереп алһа, торғаны бер йыртҡысҡа әүерелә. Уларҙың мәжлестәрҙән татыу ғына ҡайтҡаны булдымы икән? Урам буйында уҡ ҡатынын туҡмай-туҡмай, һүгә-һүгә ҡайта. Йә артына тибеп ебәрә, йә башын төйә.
– Хайуан!
– Мәғәнәһеҙ!
Эх, шул Сабирҙың үҙен ауҙара һуғыр ине лә, Шәриф бәләкәй шул.
Ихатаһында ҡатынын шарт та шорт туҡмағаны уларға уҡ ишетелә. Ҡулына нимә тап килә, шуны алып елләй, йә сыбыртҡы менән яра. Көрәк, утын ағасы менән туҡмай. Еңгәй, иренән бер башҡа оҙон булһа ла, уға һис бер ҡаршылашмай: “Сабир, ни эшләйһең ул, үлтерәһең бит”, – тиеүҙән ары китмәй. Шулай булһа ла ул башҡалар кеүек ҡасып-боҫоп кешелә йоҡлап йөрөмәне шикелле.
Бер мәл урамда ергә һалып туҡмай ҙа Сабир ағай үҙе ҡайҙалыр сығып китә. Уны күрше-тирә күтәреп индереп, “Ашығыс ярҙам” саҡыртып, район үҙәгенә оҙата. Халыҡ араһында, хәле үтә насар, әҙәм булмаҫ ул, тигән хәбәр йөрөһә лә, бер аҙ ваҡыттан ул аҡһай-туҡһай ҡайтты.
– Кит, кешенең ғүмере бөтмәһә, үлмәй икән ул, – ти Шәрифтен әсәһе. – Анау Мансур бесәнгә барғанда арбанан осоп төшөп кенә үлде. Шул туҡмауҙарға нисек сыҙай икән? Был тиклем дә һере кеше булыр.
Кәкрене ҡәбер генә төҙәтә тигәндәре раҫтыр, күрәһең. Улар йәнә ҡушарлашып йөрөп эсә башланы. Бахмурҙан үлә яҙып йөрөгәндә Шәрифтәргә лә килеп сығалар.
– Апай, баш ҡутарылып килә, әсе-сөсөң юҡмы шунда? – тип мөлдөрәп күҙенә бағалар. – Кисә Мөхтәр ағайҙарға бесән ташышҡайныҡ, күп булған.
Әсәһе, уларҙы йәлләп, әҙерәк бал һоҫоп бирә, унан шелтәләй башлай:
– Ниңә шул нәмәне эсәһегеҙ, балаларығыҙҙы, донъяғыҙҙы ҡарар инегеҙ. Эскелек йүнлегә килтерәме ни! Ирең эсһә лә, үҙең ауыҙыңа алмаһаң ине. Ҡушарлап йөрөйһөгөҙ бит.
– Юҡ, юҡ, – тип тыңлап торған булалар ҙа иртәгәһенә йәнә ҡайҙандыр кәйкәнләй-кәйкәнләй ҡайтып киләләр.
Уларҙың дүрт балаһы булды. Өлкән улдарынан һуң бер-бер артлы йәнә ике малайҙары тыуҙы. Әммә кеселәре йәше тулыр-тулмаҫтан ҡапыл ғына үлеп ҡалды. Еңгәй, шул албаҫты ғына баламдың башына етте, ни эшләп һажлап ятаһығыҙ, тип күтәреп алып бәрҙе бит, тип һуңынан илай-илай әсәһенә һөйләгән.
– Ниңә шул ҡата башына бирешеп тораһың, ҡулыңа нимә тура килә ал да тондор үҙенә, шунһыҙ аҡылға ултырмаясаҡ, – тигән әсәһе. – Йә ҡайтып кит, бында иҙелеп йәшәргә Никулай заманы барҙыр шул. Һау кешегә эше лә табылып тора.
– Эй, кемгә барайым, бер кемем дә юҡ бит минең. Бер ҡайҙа ла китмәйем, һөйәгем сыҡһа ла, ошо өйҙән сыҡһын.
Ғәҙәттә, эске менән мауыҡҡан ғаиләләргә күрше-күлән кереп бармай. Әсәһе уларға йыш ингеләне. Бер мәл ярһып-ярһып бала илағаны ишетелгәс:
– Бер-бер хәл булдымы икән? – тип инеп китте. Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан ул ҡулына Ғәзизәне күтәреп, йыуата-йыуата килеп сыҡты.
– Йә, йә, сеү, хәҙер мәм-мәм бирәм. – Унан йыуатып, йыуындырып, ашатып-эсереп һалғас, бала иҙрәп йоҡлап китте.
– Кит, Хоҙайым, был килендең йәне юҡтыр ул. Ошо сабыйҙы ни йөрәге менән өйҙә ҡалдырып, урам буйында йөрөйҙөр. Хайуан да балаһын улай ташлап китмәй. Өйҙәренә инһәм, себен мыжғып тора, бала илауҙан шешенеп, бүртенеп бөткән. Ҡуй, ҡуй, был тиклем дә оятһыҙ кеше булыр икән. Ярай, ире алкаш ти, ә ниңә уға уның ыңғайына ауыҙын һәлберәтеп, темеҫкенеп эсеп йөрөргә. Әҙәм түгел икән!
Элек эсһәләр ҙә, яҙын йәшелсә, емеш-еләк, бәрәңгеһен ултырталар ине. Әле итен, әле бәрәңгеһен бер-береһенән йәшереп, көмөшкәгә алмаштыралар. Тора-бирә улар бөтөнләй эскелек һаҙлығына батты. Бер аҙҙан мал-тыуар бөттө, ҡош-ҡорт юҡҡа сыҡты. Өй эсе йыйыштырылманы. Пәрҙәләр һалынып төштө, иҙәнгә бер иле батҡаҡ ятты. Өйҙә түшәк кеүек нәмә, һауыт-һаба юҡ, түләмәгән өсөн электр сымын да өҙөп киттеләр...

Араҡының
кемгә бәхет килтергәне бар?!



Өлкән улдары Ғосмандың ғүмере аяныслы өҙөлдө. Зирәк малай ине, һәйбәт уҡыны. Армиянан ҡайтҡас, күрше-тирә, бында ҡалһа, бөтә инде, тип һөйләнде. Шуға ла уға:
– Балаҡай, ҡырға кит, кәм-хур булып йөрөмә, – тип кәңәш-төңәш бирһәләр ҙә, ул атай йортонан китергә ашыҡманы. Бер уйлаһаң, сығып китеп тә ҡайҙа ғына барып баш төртә инде? Ул осорҙа ҡалаларҙа иң ауыр ваҡыт – дөйөм ятаҡтар юҡ, эшкә лә ала һалып бармайҙар, заводтарҙа эш хаҡы түләнмәй. Эшен тапҡан хәлдә лә, эскән кешене кем тотһон!
Ғосман… Ундай кешеләр бүтәндәр өсөн бик ҡулай. Зарланмайҙар, уфтанмайҙар, артығын һорамайҙар. Донъяһы ҡыйралып ятамы, улар өсөн ике донъя – бер мөрйә. Бөгөн тамаҡтары туйһа, иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан. Ғосман да шундайға әүерелде, әрһеҙ ине, һеперелеп йөрөп кешегә эшләште. Әжеренә кеме иҫке әйберен бирҙе, кеме эсерҙе.
Хәҙер атаһы менән әсәһенә улы ла өҫтәлде. Ҡыҙмаса булып алған егет һүгенә-һүгенә уларҙы алмаш-тилмәш дөмбәҫләй ине. Башы-күҙе күгәргән Сабир ағай, шул ғибрәтте, исмаһам, үҙен үлтерә бәреп тә китмәйҙәр, тип зарлана. Бер күргәндә әсәһенең ҡулы бәйләнгәйне:
– Анау ялпашҡыр нәмә утын ағасы менән һындыра һуҡты, – тине ул, күҙ йәштәренә төйөлөп. – Бөгөндән дөмөкһә лә, ыһ та итмәм.
Ғосман йыш ҡына өйөнә лә ҡайтып етә алмай урамда тәгәрәй. Бер ҡараһаң, быға аптырайһы ла түгел. Тыуа-тыуғаны бирле талаш-һуғыш, ыҙғыш күреп үҫкән егет башҡа төрлө йәшәй ҙә белмәйҙер.
Көндәрҙең береһендә Ғосман тауҙа берәүҙәргә бесән әҙерләшә. Эш бөткәс, зыҡ ҡубып байрам итәләр. Юлда ла эсә-эсә ҡайталар. Шунда ул аты менән ҡаянан оса.
Уны һуңғы юлға оҙатҡан ваҡиғаны ауыл халҡы бер ғибрәт итеп һөйләй. Был өйгә тәүгә килеүселәр ундағы бысраҡлыҡты күреп шаҡ ҡата. Тәҙрә өлгөләре ватыҡ. Иҙән мәңге һыу төҫө күрмәгән, ҡырып алмалы булып ҡатҡан. Атай менән әсәй кеше иҫерек, өҫ-баштары бысраҡ. Хатта ашау-эсеү өсөн имен һауыт та юҡ. Күрше-күлән, нәҫел-нәсәбе мәрхүмде ерләү хәстәрен күрә башлай, кемдер кәфенлек тауар алып килә. Әммә мәйетте йыуып бөткәс, ҡараһалар, һалған урынында юҡ. Әсәһе ҡайҙалыр алып сығып китеп, кемгәлер көмөшкәгә алмаштырған. Ул кәфенлекте алып ултырған кешеһен әйт әле! Хатта улдарын һуңғы юлға оҙатырға икеһен дә таба алмағандар. Ауыл осондағы аҡланда иҫереп йоҡлап ятып ҡала атай менән әсәй тигән әҙәмдәр...
Ире туҡмап ғәрипләп бөтһә лә, Гөлбәҙәр еңгәй йөрөп ята ине. Ҡышҡы ыжғыр бер көндә ул ҡайтмай. Бер мәл ире уның өйҙә юҡлығын шәйләй. Ул барып-нитеп йөрөгән кешеләрҙән арлы-бирле һораштырған булдылар ҙа, башҡаса әллә ни эҙләп йөрөүсе лә күренмәне шикелле. Милиционерҙар ҙа бер килеп әйләнде лә бүтәнсә йөрөмәнеләр. Бары яҙын ҡар ирей башлағас ҡына, үҙҙәренең ихатаһындағы һарай артындағы тиреҫлектән табып алдылар уны. Ире үлтергәнме, үҙенең ғүмере шунда бөткәнме? “Һуҡыр күрәҙә лә кәрәк түгел, шул иренең генә этлеге инде”, – тип һөйләнде ауыл халҡы.
Сабир ағай яңғыҙ ҡалды, был саҡта Ғәзизә күрше ауылда кейәүҙә ине. Хәҙер ир ишараты урам буйынан ҡайтып инмәне. Берәйһе күренәме, ҡырҙан ҡайтып киләме, йәлләтергә теләп, хәлен һөйләй башлай, күҙ йәштәрен һөртөп алған була:
– Еңгәң дә үлеп ҡалды, ҡустың да. Хәҙер бер үҙем, ни эшләргә белгән дә юҡ. Ҡана, шунса һум ғына бир әле.
Әлбиттә, кеше йәлләй, кемдер бер яртылыҡ һуҙа, кемдер йыуатҡан була:
– Ғүмер тигәндәре шулдыр, үлгән артынан үлеп булмай, иҫәндәргә йәшәргә кәрәк.
Кемдер ашатып-эсерә, икенселәре һуҡрана, өсөнсөләре күптән мунса күрмәгән ирҙе ҡыуып сығара:
– Бар-бар! Донъя һаҫытып йөрөмә, сығып кит! Ниндәй өҙлөкһөҙ теләнселәү, ә? Аслыҡ заманы барҙыр шул! Эшләп ашарға кәрәк! Эт ялҡауы.
– Рәхәт шул, ауыҙҙы илгә һалып йөрөгәс.
Сабирҙың иртән торғас та өйөнән сығып китеүенә, йә күрше ауылдағы ҡыҙына юлланыуына күрше-тирә ғәҙәтләнеп бөткән. Көндәрҙең береһендә ул күренмәй.
– Ошо осор Сабир күҙгә-башҡа салынмайсы...
– Эткә буҡ булһынмы ни! Ҡыҙына киткәндер.
Хәҙер Сабир йәшәгән йорт ташландыҡ хәлдә, ҡоймалар яртылаш ауған, ҡапҡа һалынып төшкән. Ишек тигән нәмә күптән бикләнмәй, күгәнен кемдер һурып алып киткән. Урам буйында эҫелектән әлһерәгән мал-тыуар уның ихатаһына, һарайына, мунсаһына, хатта өйөнә инеп тула. Бер көн һарығын эҙләп йөрөгән берәү Сабирҙың ихатаһына барып сыға, унан өйөнә инә һәм танауына тын алғыһыҙ еҫ килеп бәрелә. Мал-тыуар үлеп ятамы әллә тип уйлаған әҙәм йорт хужаһының мәйетенә тап була.

Ояһында
ни күрһә...


– Шәриф ағай, һаумы-ы-ы-ы...
Ҡапҡа шығырлап асылды ла Ғәзизә менән ире күренде. Бер балаһын етәкләгәндәр, икенсеһен ҡулына күтәргәндәр. Үҙҙәре һалмыш.
– Ағай, бынау ҡоймаларҙы тоторға ҡаҙаҡ кәрәк ине, тиҙҙән ауыл байрамы була, атайығыҙҙың донъя тирәһен рәтләгеҙ, тип силсәүит маҙаға тейә. Кисә, штакетник ҡалдырҙыҡ, барып тотоғоҙ, тинеләр. Ҡаҙағын килтермәгәндәр ҙә. Уларға бит аҡса күп бүленә, үҙҙәре ашап бөткәндәрҙер әле. – Ғәзизә тытылдығын сыҡты. Уға ире ҡушылды:
– Ярай, тоторбоҙ ҙа, буяуын ҡайҙан табайыҡ? Ул штакетнигы ла әллә етә, әллә юҡ әле.
Уны йәнә ҡатыны йөпләне:
– Ҡуй инде, ҡуй, нимә юҡ тиһәң, беҙҙә юҡ. Ана, башҡа райондарҙа фис силсәүит үҙе эшләп бирә, ти.
“Ни өсөн шундай әҙәмдәр гел кемдәндер көтә икән?” – тип уйланы Шәриф.
– Уларҙың ҡайҙан аҡсаһы булһын? – тиеүен әллә ишеттеләр, әллә юҡ.
– Ана, үҙҙәренең өйө хан һарайыныҡы кеүек, урлағас, була бит.
Ир уларға соланда ятҡан ҡаҙауҙы биреп сығарҙы.
– Ярай, ҡоймаларығыҙҙы тотоп ҡуйығыҙ, исмаһам, урам йәмләнеп ҡалыр, һеҙҙең ихата аша бүтәндәрҙең баҡсаһына мал-тыуар тула.
Бер аҙҙан йәнә ҡапҡа шығырланы:
– Ағай, бынауҙар асыҡтыҡ тип хәлде алды, берәй нәмәгеҙ юҡмы шунда? Ҡала кешеһе бай була торған. Беҙҙә генә эш тә юҡ, көш тә юҡ. – Ғәзизә ауыҙын йырған булды.
Балаларының ғына түгел, үҙҙәренең дә тамағын туйҙырғас, Шәриф уларҙы:
– Ярай, бөтә һалығыҙ, – тип ҡаба­ландырҙы.
– Эш бүре түгел әле, урманға ҡасмаҫ. – Ғәзизә һарғайып бөткән тештәрен ыржайтып көлдө.
Төшкә тиклем тыҡылдығын сыҡтылар ҙа тауыштары тынды. Шәриф хәлдәрен беләйем тип ихаталарына инде, ә улар шау-гөр килеп эсеп ултыра. “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр” тип халыҡ тиккә әйтмәгән икән, тип уйланы ул. Бер аҙҙан ҡысҡырышҡан тауыштар ишетелде, уға сабый илағаны ҡушылды…



Вернуться назад