Һәләтле балалар үҫә27.05.2016
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда II–XI класс уҡыусылары араһында Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса ойошторолған “Онотмайым. Ғорурланам” республика олимпиадаһында һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн “Йыһан донъяһы” республика рәсемдәр конкурсында еңеүселәр һәм призерҙар бүләкләнде.
Парламент рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова олимпиадала еңгән 31 уҡыусыға һәм уларҙың уҡытыусыларына бүләктәр тапшырҙы. Призерҙар иһә иҫтәлекле миҙалдарға, почет грамоталарына, башҡа бүләктәргә лайыҡ булды. Бынан тыш, 11 еңеүсе һәм уларҙың уҡытыусылары Рәсәй Йәмәғәт наградалары советының “Ватан патриоты” миҙалы менән бүләкләнде.
Башҡортостандың “Виктори” белем биреү-ватансылыҡ проекттарын үҫтереү һәм уларға булышлыҡ итеү комитеты идараһы рәйесе Вадим Курилов рәсемдәр конкурсында еңеү яулаған 25 балаға дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. 11 уҡыусы һәм уларҙың остаздары Рәсәй Космонавтика федерацияһының “Йәш гагаринсы” һәм “Ю.А. Гагарин” миҙалдарын алды.
Имтихандар башланды
Кисә IX кластар өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы башланды. Башҡортостандан 31 меңдән ашыу бала химия, әҙәбиәт, йәмғиәтте өйрәнеү һәм информатика буйынса һынау тотто.
IX класс уҡыусылары өсөн әлеге аттестация Берҙәм дәүләт имтиханына оҡшаш. Айырмаһы – һөҙөмтәләр 5 баллы системаға күсерелә һәм аттестатҡа тейешле баһа ҡуйыла.
Республикала имтихан ҡабул итеү буйынса 159 пункт асылған. Быйыл IX класты тамамлаған 36 692 уҡыусы имтихан тапшыра. Бөгөн иһә Берҙәм дәүләт имтиханы башлана. Балалар әҙәбиәттән һәм географиянан һынау тота.