Йорт комитеттары эш башланы30.11.2011
Торлаҡ-коммуналь хужалығында йыйылып киткән мәсьәләләр буйынса республикала бихисап эш башҡарылған. Өфөлә "Башҡортостандың Йорт комитеттары союзы" йәмәғәт хәрәкәтенең I республика конференцияһында ошо йәһәттән беҙҙең төбәктең Рәсәйҙә иң алдынғыларҙан булыуы билдәләнде.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Ирек Ялалов фекеренсә, был мәсьәләгә йәмәғәтселекте йәлеп итмәйенсә, тармаҡта үҙгәртеп ҡороу мөмкин түгел. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа ғына республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығына 14 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. Мәҫәлән, 7,3 миллиард һум йорттарҙы капиталь төҙөкләндереүгә йүнәлтелһә, халыҡты авария хәлендәге торлаҡтан яңыһына күсереүгә 6,5 миллиард һум киткән.
Министр йорт комитеттары ярҙам итә алырлыҡ мәсьәләләрҙе лә билдәләне. Мәҫәлән, йорттарға йылы һәм һыуыҡ һыуҙы иҫәпләүсе прибор ҡуйыуҙа булышлыҡ күрһәтә алалар. Йорт хужалары фекеренсә, бындай приборҙарҙы юғары хаҡҡа тәҡдим итәләр. Әммә тап йорт комитеттары ошо мәсьәләне асыҡлауҙа ярҙам итә һәм сығымдарҙы "ауыҙлыҡлай" ала бит.
Йорт ихаталарын төҙөкләндереү мәсьәләһендә лә был йәмәғәт хәрәкәте ярҙамға килә ала. Быйыл ошо маҡсатҡа 900 миллион һум аҡса бүленгән. Яҡынса 1200 ихата төҙөкләндерелгән. Әммә машина ҡуйыу урындарын булдырыу һәм йорт алды юлдарын асфальтлау ғына бөтәһен дә ҡәнәғәтләндермәй, улар сәскә түтәлдәренең һәм газондарҙың күберәк булыуын теләй. Был йәһәттән йортта йәшәүселәрҙең фекерен иҫәпкә алып эш итеү комитеттарҙың хәленән килә.
Тәүге һөҙөмтәләр ҡыуандыра: әгәр республикала йәмғеһе 12 377 күп фатирлы йорт булһа, ике ай эсендә 9,5 мең йорт комитеты эш башлаған. Уларҙың һәр береһендә фатир хужаларының йыйылышы үткәрелгән, йорт комитеттары рәйестәре өсөн махсус курстар ойошторолған.
З. РӘШИТОВ.


Вернуться назад