Ҡоштар ҙа тамаша ҡылды27.05.2016
Ҡоштар ҙа тамаша ҡылды “Евразия йөрәге” сәнғәт фестивале Өфө халҡын бергә туплауы, мәҙәниәтле ялға ылыҡтырыуы менән фәһемле. Сараның беренсе көнөндә Өфө амфитеатрында уҙған Симфония төнөнә, мәҫәлән, 22 мең самаһы кеше килде. Концертта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов та булды.

Өс сәғәтлек тамашаны Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Йәштәр симфония оркестры әҙерләгәйне. Уның художество етәксеһе – үҙен халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында танытҡан дирижер Линар Дәүләтбаев. Моң донъяһы “илселәре” башҡа­рыуындағы Чайковский, Брамс, Моцарт, Вивальди, Бизе, Гуго, Мусоргский, Исмәғилев әҫәрҙәре, Рәсәй киноларынан алынған көйҙәр тамаша­сыларға ғына түгел, Ағиҙел буйында оя ҡорған ҡоштарға ла хуш килде. Айырыуса дәртле ҡанат ҡағыу һәм һайрауҙарына ҡарағанда, “Дети капитана Гранта” фильмына яҙылған увертюра уларға барыһынан да нығыраҡ оҡшаны шикелле. Башҡортостанда тыуып үҫкән, әле үҙебеҙҙә һәм сит илдәрҙә лә уңышлы эшләп йөрөгән йәштәребеҙ Гөлнара Вәлиева, Артур Ҡәйепҡолов һәм Любовь Буторина йырлағанда, һайрар ҡоштар, ярышырға ҡыймағандай, бер аҙ тынып ҡалған кеүек булды. Концертты музыкаль салют тамамланы.
Йылы һәм йырлы кистән, сирен сәскәләренең илерткес еҫенән барыһы ла ләззәт алып ҡайтты. Серәкәйҙәрҙе алдан ағыулауҙары, халыҡтың күплегенә ҡарамаҫтан, тәртип һәм тыныслыҡ хакимлыҡ итеүе сараның һәйбәт ойошторолоуы тураһында һөйләй.
Шул уҡ ваҡытта күңелде ҡырған күренештәр ҙә булып алды. Иң өлгөрөп еткән мәсьәлә – Конгресс-холл бинаһы эргәһендә машина туҡталҡаһының килгән машиналарҙы ҙур сара ваҡытында ғына түгел, ябай көндәрҙә лә һыйҙыра алмауы. Симфония төнөнә килеүселәр был юлы ла, туҡтар урын эҙләп, Вәлиди, Аксаков, Пушкин, Ғафури урамдарын бер нисә тапҡыр урап сығырға мәжбүр булды. БДУ ятаҡтары алдында ла, яҡындағы күп ҡатлы йорттарҙың ихаталарында ла буш урын табырлыҡ түгел ине...
Былар тураһында яҙыуы ла уңайһыҙ. Шулай ҙа етешһеҙлектәргә күҙ йомоп ҡалырға ярамай, сөнки беҙгә киләсәктә тағы ла матурыраҡ, киңерәк саралар ойоштораһы, әллә күпме ҡунаҡтарҙы ҡаршылайһы, Фольклориада үткәрәһе бар бит әле.




Вернуться назад