Ишле ғаиләләр – илебеҙ күрке27.05.2016
Ишле ғаиләләр –  илебеҙ күрке Республика йортонда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.


Республикала биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын­дарҙы бүләкләү йолаһы 1998 йылда булды­рылғайны. «Әсәлек даны» миҙалына сәлә­мәт тормош алып барған, балалар тәр­биәләүҙә өлгө булып торған күп балалы ҡатындар тәҡдим ите­лә. Бөгөн Башҡорт­останда ете меңдән ашыу кеше ошо юғары билдә менән бүләк­ләнгән.
Республиканың ике тиҫтә ҡала һәм районынан килгән 45 әсә араһында хужабикәләр, уҡытыусылар, почтальондар, мәҙәниәт хеҙмәт­кәрҙәре, ауыл эшсән­дәре, шәхси эшҡы­уарҙар бар ине.
– Һеҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ. Был награда – тормошта иң ҡәҙерлеһе балалар икәнлеген таныу ул. Йәш быуын вәкил­дәренең кем булып үҫеүе тап һеҙҙән тора, һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар. Өләсәйҙәр әйтмешләй, һеҙгә балаларығыҙҙың изгелеген күрергә насип булһын, – тине Салауат Сәғитов, наградаларҙы тапшырып.



Вернуться назад