Мораҙым: ниәттән мораҙға нисә аҙым?27.05.2016
Мораҙым: ниәттән мораҙға нисә аҙым? “Уның ғына аҡсаһы, өс тин инде...” Шулай тинеме әле? Һанап ҡарайыҡ. Бер йәйҙә – 20 000 турист. Уларҙың һәр береһенә йөҙәр һумлыҡ ҡына хеҙмәт күрһәтһәң? 2 000 000 һум килеп сығамы? Әгәр ҙә меңәр һумлыҡ бал, йомортҡа, ит, май, ҡаймаҡ, утын һатһаң? Һанап ҡарағыҙ...” Тәбиғәт ҡомартҡылары булған ерҙә урындағы халыҡ ял итергә килеүселәрҙән файҙа күрәме?..

“Оҙайлы ялын һәр кем үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ итеп ойошторорға тырыша. Был осорҙан байтаҡҡа етерлек көс-ғәйрәт алаһың тигән ышаныс сәмләндерә, алға әйҙәй. Йыл да отпускымдың бер өлөшөндә ғаиләм менән республикабыҙҙың хозур тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп йөрөп ҡайтырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Сәйәхәтебеҙ Шүлгәнташ мәмерйәһенән башланғайны. Унан, дәртләнеп китеп, Талҡаҫ күленә, Асылыкүлгә, Зәңгәр күлгә һәм башҡа урындарға сәфәр ҡылырға өлгөрҙөк”, – тигән юлдар бар гәзит уҡыусыларҙың бер хатында.
Эйе, рәхәтләнеп ял итерлек мөғжизәле ерҙәр бихисап Башҡортостанда. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ниңә яҡташтарыбыҙ сит яҡтарға атлыға һуң? Әллә беҙҙә туристарҙы хеҙмәтләндереү бүтәнсәрәкме?
Мәсьәләгә аныҡлыҡ индереү маҡсатында Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығына юлландыҡ.
Ҡаланың шау-шыуынан арынып

Мораҙым: ниәттән мораҙға нисә аҙым?...Мораҡ ауылының үҙәк өлөшө ҡырмыҫҡа иләүеләй гөжләй – баҙар көнө. Ул-был әйберен өйөндә онотоп ҡалдырған туристар өсөн бына бит ҡайһылай уңайлы: барыһын да һатып алырға мөмкин.
Яңы Хвалынға етәрәк Юлдыбай ауыл Со­веты хакимиәте белгесе Рәфҡәт Һу­наршин тиҙлекте ҡапыл кәметте. Ә эргә-ти­рәлә кеше-маҙар, мал-тыуар күренмәй... Баҡһаң, был урында юл-транспорт ваҡиға­лары йыш теркәлә икән. Ҡасандыр юлды тотҡандар ҙа ошонан һалғандар, ә ул ҡәберлектең нәҡ уртаһына тура килгән. “Бик сәйер һәм шомло зона, – тине хакимиәт вәкиле. – Ҡунаҡтарға был хаҡта даими иҫкәртәбеҙ, ашыҡмаҫҡа кәрәклеген аңғартабыҙ”.
Мораҙым: ниәттән мораҙға нисә аҙым?...Мораҙым тарлауығының ҡапҡаһы янында өс-дүрт еңел машина күренә. Бер нисә егет ер ҡаҙыу менән мәшғүл, икенселәр ҡойманы яңырта, буяй, бүтән ҡоролмаларҙы рәткә килтерә. “Беларусь” тракторы, йөк машиналары төҙөлөш материалдары ҡалдырып китә, сүп-сарҙы сығара.
“Лесная сказка” туристик базаһы эргәһендә туҡталдыҡ. Ул – “Трионикс” йәмғиәте ҡарамағында.
– Беҙгә ҡояш алып килдегеҙ, – тип йылмайҙы база директоры Азамат Рафиҡов. – Һауа торошоноң яҡшырыуы мораҙымдар өсөн шатлыҡҡа ғына. Кем сыуаҡҡа һөйөнмәһен инде? Унан бигерәк аяҙ көндәр туристар өсөн уңайлы.
– Ә башҡа көндәрҙә нисек һуң?
– Күңелендә ҡояш йөрөткәне лә йонсоу көндә йортонан сыҡмай.
Үҙҙәренсә статистика алып баралар икән. Мәҫәлән, 2014 йылда, һауа торошоноң әҙәм балаһын бик иркәләмәгән осоронда, бында йәйгеһен ни бары 15 меңгә яҡын турист һаулығын нығытҡан. Былтыр иһә күрһәткес 20 меңгә еткән. Күбеһенсә кемдәр йөрөй, тиһегеҙме? Башҡортостандарҙан тыш, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, хатта Ҡаҙағстандан килеп ял итәләр.
Һауа торошо ниндәй генә булған хәлдә лә, туристарҙы нисек күпләп йәлеп итергә мөмкин һуң? Директор әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәр теләгәндәргә ваҡытлыса йәшәү өсөн урын тәҡдим итә, уларҙы аҙыҡ-түлектән өҙмәй. Йорттар 5 – 12 урынлыҡ, барыһында ла бөтөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, кәрәкле йыһаздар ҡуйылған. База бер юлы 60 кешене ҡабул итә ала. Етәкселек мунсалы йорттар төҙөп ултыртыуҙы ла алдан хәстәрләгән. Азамат Юлай улының һүҙҙәренсә, ял көндәрендә был урын халыҡ менән шығырым тула, ғаиләһе менән килеүселәр күбәйә, дуҫ-иштәр йыйыла, тыуған көндәр, туйҙар, юбилейҙар ойошторола, хатта ҡайһы саҡта никахтар теркәлә.
Мораҙым: ниәттән мораҙға нисә аҙым?Кеҫә телефондары өндәшмәҫ булды бер саҡ. Баҡтиһәң, бында цивилизация емешен ауыҙ итеү мөмкинлеге сикләнгән икән.
– Шуның өсөн дә күптәр ҡаланың ығы-зығыһынан арыныу өсөн бында йүгерә, – тине директор, йылмайып. – Уйлап ҡарағыҙ: берәү ҙә борсомай, һис кем хәсрәтен һөйләмәй – рәхәт тә инде!
Балалар өсөн ҙур уйын майҙансығы булдырылған. Унда хатта өлкәндәр ҙә төрлө уйын ойоштора ала. Тарлауыҡҡа етәрәк “Ҡарағай” тигән кафе эшләй, шулай уҡ фермер Әхтәм Ҡаҙбәков килгән-киткәнде ҡымыҙҙан өҙмәй.

Рәхәтлеге!..

Оло Эйек йылғаһының башын уҡ булмаһа ла, өҫкө ағымын күҙәткегеҙ киләме? Ул бында Ейәнсуралағы йәки Ырымбур өлкәһендәге ише ярҙарына һыймайынса аҡмай-ағыуын, уның ҡарауы, таҙалығы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Һыу үңәскә етһә лә, аяҡтың бармаҡтарына хәтлем асыҡ күренә, тәнде ҡытыҡлаған әрһеҙ балыҡтарҙы ла тик ошонда ғына осратырһығыҙ. Һауа ла шул тиклем саф бында. Иртәнсәк һандуғастар һайрауына уянып китәһең... Рәхәтлеге! “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән үҫемлектәр, балыҡтар, йәнлектәр, ҡош-ҡорт байтаҡ. Бына ниндәй илаһи урын!
Артабан һөйләшеүҙе “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы” дәүләт бюджет учреждениеһының директор урынбаҫары Илдус Аллағужин менән дауам иттек. Әллә Күгәрсендә барыһы ла ҡарағас шикелле ҡалҡыу һәм ныҡ инде? Хәйер, тәбиғәт кемгә килешмәһен!
Мораҙым: ниәттән мораҙға нисә аҙым?Директорҙың ял итеү өсөн ситкә йөрөү теләге юҡ, Башҡортостанды бүтән бер төбәк менән дә алмаштырмаясаҡ ул. Ысынлап та, тыуған ереңдә тирләп-бешеп утын яр, туҙ ярҙамында усаҡ яҡ, йылғанан күнәк менән һыу ташы, сиҙәмдә рәхәтләнеп ауна – шул булыр матур ялың. Ҡайһы берәүҙәр нәҡ шулай итә лә. Әйтәйек, “Урман әкиәте”ндә туҡталмағандарҙы Оло Эйек буйы ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Палатка ҡуйыр өсөн урындар билдәләнгән, бәҙрәф ҡуйылған, башҡаһын үҙ сослоғоң менән хәстәрләйһең.
Илдус Хөрмәт улы әйтеүенсә, тарлауыҡта 46 мәмерйә иҫәпләнә: Күгәрсен, Балалар, Лабиринт, Боҙ, Һаҡсы, Шар, Сабый, Салауат, Сәс һәм башҡалар. Эшкә ялланған студенттар Яңы Мораҙым тигәненә генә экскурсия ойоштора, бүтәндәрҙе тәүәккәлдәр үҙ белдеге менән яулай.
– Туризмға юғарыраҡ күҙлектән ҡарарға ине, – тип һүҙен дауам итте Илдус Аллағужин. – Юғиһә беҙ йылға-күл буйына, тау башына барып ҡайтыу менән генә сикләнәбеҙ. Тармаҡты тарих менән бәйләү, уға фәнни күҙлектән ҡарау зарур.
Ысынлап та, бындағы мәмерйәләрҙең ҡайһы берҙәре Шүлгәнташтай серле, тиҙәр. Тимәк, уларҙы өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле.
Өҫкә ҡарағанда кәпәс төшөп китерлек бейек ҡаяларға төбәлеп:
– Ә ниңә бында тауға үрмәләүселәр килмәй икән? – тип һораным.
Баҡһаң, ошо көндәрҙә бында спелеологтарҙың чемпионаты үткән икән. Бына бит, тарлауыҡ спорттың был төрөн яратҡандарҙы ла ылыҡтыра башлаған. Мәғлүм булыуынса, “Байыҡ” бейеү конкурсы ла йыл да ошонда уҙғарыла.

Алтын бөртөкләп йыйыла түгелме?

Бабич һүҙҙәре менән әйткәндә, “Хоҙай үҙе ҡыҙығыр” был хозур төбәктә йәшәгән халыҡ өҙлөкһөҙ ағылған ял итеүселәр иҫәбенә берәй файҙа күрәме? Ни тиһәң дә, бөгөн баҙар иҡтисады ҡанундарын һис кем инҡар итмәгән бит әле.
Туристик базаға яҡын йәшәгән Мораҙым ауылы халҡының һүҙҙәренә ҡарағанда, уларҙың көнитмеше республикалағы бүтән төбәктәрҙекенән әллә ни айырылмай. Бындағы 60 йортта 184 тирәһе кеше йәшәй. Халыҡ башлыса мал, бал ҡорто тота, баҡса үҫтерә.
Ғәжәп, урамда бер әҙәм күренмәй, әйтерһең, ҡыҙыу ураҡ осоро. Һиллектең асылы шунда икән: барса халыҡ баҡса мәшәҡәттәренә сумған, шул уҡ ваҡытта ситтә эшләүселәр ҙә етерлек. Ана, эскәмйәлә берәү яңғыҙы ғына ҡояш йылыһына иркәләнеп, тормошто күҙәтеп ултыра. Мөхтәр бабай Ҡотлогилдин икән. Уның менән, шулай уҡ Өфөнән ҡайтҡан туғанын осратып һөйләштек.
Мораҙым: ниәттән мораҙға нисә аҙым?– Тарлауыҡҡа юл нәҡ һеҙҙең ауылығыҙ ғына түгел, ә урамығыҙ аша үтә. Туристарға һөт-ҡатыҡ, икмәк-май, йомортҡа, ит һатыу мөмкинлеге ҙур икән, – тим.
– Әлләсе, берәү ҙә улай итмәйсе...
– Ниңә?
– Уның ғына аҡсаһы инде, өс тинлек...
Алтын бөртөкләп йыйыла түгелме һуң? Ирекһеҙҙән бүтән яҡтар күҙ алдына баҫты. Өлгөрҙәр эргәләрендәге оло юл аша үткәндәргә картуф, бал, ҡорот-май, бүтән ашамлыҡ тәҡдим итеү яйын таба бит. Мәҫәлән, Шишмәнең Келәш, Ауырғазының Уҡҫынны ауылдарында бындай кәсеп әҙме-күпме үҫешкән. Бында ла шундайыраҡ шау-шыулы күренешкә тап булырбыҙ тип өмөтләнгәйнек...
“Уның ғына аҡсаһы, өс тин инде...” Шулай тинеме әле? Һанап ҡарайыҡ. Бер йәйҙә – 20 000 турист. Уларҙың һәр береһенә йөҙәр һумлыҡ ҡына хеҙмәт күрһәтһәң? 2 000 000 һум килеп сығамы? Әгәр ҙә меңәр һумлыҡ бал, йомортҡа, ит, май, ҡаймаҡ, утын һатһаң? Һанап ҡарағыҙ. Әгәр был урын башҡа тарафтарҙа булһа, үҙҙәренең әйберен (бәлеш, билмәндән алып автозапчасҡа тиклем) тәҡдим итеп тороусылар Һатлыҡ ауылынан Мораҙымғаса теҙелеп торор ине. Ә бында туристар, киреһенсә, үҙҙәре өй беренсә тиерлек йөрөп, икмәк, картуф, йомортҡа эҙләй икән. Кем белә, бәлки, киләсәктә юл сатында бәләкәй баҙар асылыр. Һәр хәлдә, эш юҡ тип зарланып, һуҡранып ятҡансы, урындағы мөмкинлектәрҙе файҙаланырға кәрәктер. Хәләл көсөңдө түгеп етештергән аҙыҡ-түлегеңде килгән ҡунаҡтарға һатыуҙың ояты юҡ. Ни тиһәң дә, өс тиндән башлана килем. Унан тыш, һуңғы ваҡытта ҡала кешеләре араһында ауыл ризыҡтарына ҡыҙыҡһыныу бермә-бер артты.
Ә бына бер ныҡышмал уҙаман такси хеҙмәте булдырған. “Мораҙым – Өфө – Мораҙым” тигән яҙыуы әллә ҡайҙан күренеп тора. Афарин!
Мораҙым: ниәттән мораҙға нисә аҙым?“Туристарҙың ағымын көсәйтеү өсөн тағы нимәгә баҫым яһарға икән?” тип уйланғанда ҡапыл ғына әҙәбиәт донъяһында шау-шыу ҡуптарған “Мораҙым” повесы, әҫәрҙәге төп герой – Мораҙым иҫкә төштө. Эйе, башҡорт атына бәйле төшөмлө спорт төрөн башларға йөрьәт итмәҫме берәйһе? Ҡаланыҡылар, шулай уҡ балалар өсөн һыбай йөрөү мауыҡтырғыс булыр ине. Шатланып туймаясаҡтар, иманым камил. Ә кашауайҙа елдереүҙән кем баш тартыр? Мәҫәлән, Яңы йылдан һуңғы оҙайлы ялда Талҡаҫ күле буйы һабантуйҙы хәтерләтеп ҡуя бит.
* * *
Өфөнән Мораҙым тарлауығына тиклем 300 километр икән. Ә Мораҡ менән аралары 30 саҡрым тирәһе. “Тимер ат” өсөн алыҫмы был ара? Юҡ, әлбиттә.






Вернуться назад