Илдең ҡалҡаны ышаныслы27.05.2016
Сик һаҡсылары көнөн хеҙмәттәштәрем менән йыл да түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Осрашҡас, армияла бергә үткәргән ҡабатланмаҫ мәлдәрҙе ғорурланып иҫкә төшөрәбеҙ.
1980 йылдың майында Өфөләге саҡырылыш пунктынан өс йөҙгә яҡын егетте Мәскәү өлкәһендәге Одинцово районының Голицыно ҡасабаһы эргәһенә уҡырға ебәрҙеләр. Сик буйы ғәскәрҙәренең юғары хәрби училищеһы урынлашҡан унда. СССР-ҙан ғына түгел, Кубанан, Монголиянан курсанттар бар ине хатта. Ошо билдәле уҡыу йортонда беҙҙе ярты йыл эсендә ҡул һуғышы инструкторы, химик-разведчик һәм башҡа күп төрлө хәрби һөнәрҙәргә өйрәттеләр ҙә төрлө отрядтарға, сик буйына тараттылар.
Сик буйы ғәскәрҙәренә һаулығы яҡшы булған, спорт менән шөғөлләнгән, биографияһы таҙа егеттәрҙе генә һайлап алдылар. Ундағы хеҙмәт беҙҙе ысын ир яһаны. Командирҙар ҙа, һалдаттар ҙа бер-береһен ихтирам итте, утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер ғаилә кеүек булдыҡ.
Ил сиген һаҡлау кеүек яуаплы бурысты һәр кемгә ышанып тапшырмайҙар. Уны йәшел фуражка кейгән, иңбаштарына йәшел погон таҡҡан ҡыйыу һалдаттар – пограничниктар – һаҡлай.