Йылы һүҙ – йәнгә дауа27.05.2016
Өфө ҡалаһында йәшәүсе һуғыш һәм хеҙмәт ветеранымын. Тормошта изге күңелле кешеләр, иғтибарлы етәкселәр күп булыуы мине дәртләндерә, йәшәүгә көс бирә. Сәләмәтлегем ҡаҡшағас, һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Әкрәм улы Бакировтың ҡабул итеү көнөнә яҙылғайным. Ул мине урынынан тороп ҡаршы алды, хәл-әхүәлемде һорашты, мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итте.

Башҡортостандың һуғыш ветерандары клиник госпиталендә баш табип Хәлил Мөжәүир улы Мостафиндың да шулай йылы ҡаршы алыуы һөйөндөрҙө. Үтенесемде шунда уҡ ҡәнәғәтләндерҙе ул. Кешеләрҙе хөрмәт итеүсе, изге күңелле замандаштар бар икән беҙҙең арала тигән ышанысым нығынды.
Тиҙҙән мине баш ҡаланың Карл Маркс урамындағы “Медицина реабилитацияһы һәм тергеҙеүсе дауа үҙәге” республика клиник госпиталендә дауаланыу көтә. Миңә, 92 йәшлек оло кешегә, иғтибарлы булғандары өсөн Әнүәр Бакировҡа һәм Хәлил Мостафинға ғүмер буйы яратып уҡыған “Башҡортостан” гәзите аша оло рәхмәтемде белдерәм, эштәрендә уңыштар, иҫәнлек теләп ҡалам.

Нәжиә ИСМӘТОВА,
һуғыш һәм хеҙмәт ветераны.


Вернуться назад