Ырыҫмөхәмәтов бит ул!27.05.2016
Ырыҫмөхәмәтов бит ул! Сталиндың Рәхмәт хатына лайыҡ булған яугир ул Хажғәле ағай Ырыҫмөхәмәтов. Ә уға өлгәшеү өсөн күптән түгел 90 йәшен билдәләгән уҙаманға, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы уҡсы ғәскәр һалдатына, бер нисә мең саҡрым ер-һыуҙы дошмандың туп йәҙрәләре шартлауы, пулялар һыҙғырыуы аҫтында ҡайҙа йүгереп, ҡайҙа шыуышып, кәрәк сағында автоматтан ут һиптерә-һиптерә һөжүмгә ташланыу, йә иһә йөҙгә-йөҙ килешеп немец фашисын штыкка алыу, ул ғына ла түгел, ҡаршы яҡтың танкыһы һине бына-бына тапап, иҙеп үтергә ынтылғанда, бер-ике секунд араһында таһыллығыңды һәм мәргәнлегеңде егеп, уның тәгәрмәс сылбыры аҫтына гранатаңды ташлап өлгөрөү кәрәк була. Быларҙың бөтәһен дә үҙ йөрәге аша үткәреп, ҡулдары менән башҡарып, Бөйөк Еңеүгә тос өлөшөн индергән Хажғәле Әхмәтхажи улы.

Сәғәт-минут һайын алдыңа килеп торған үлемесле һынауҙарҙы үтеү өсөн көс-ғәйрәт, рух ныҡ­лығы, камил зиһен, илһөйәрлек тойғоһо һәм борон-борондан башҡорт яугирҙәренә хас башҡа сифаттар беҙҙең геройҙа ғаиләлә үк тәрбиәләнгән булыуы бәхәсһеҙ. 1925 йылдың апрелендә Мерәҫ ауылы крәҫтиәне Әхмәтхажи менән Ғәйниямал ғаиләһендә донъяға килгән ир бала ун алтынсы йәше менән барғанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Атаһы менән Минһажетдин ағаһы яуға китә. Комсомол Хажғәле улар урынына колхоз эшенә тотона, бөтә хужалыҡ эштәрендә – бесән әҙерләүҙә, иген урыуҙа, көлтә бәйләүҙә, кәбән ҡойоуҙа, бесән ташыуҙа – әүҙем ҡат­на­шып, фронтта еңеү өсөн тосораҡ ярҙам күрһәтергә тырыша. 1942 йылда Минһажетдиндың хәбәр­һеҙ юғалыуын беләләр.
1943 йылдың ғинуары. 18 йә­ше тулмаған булһа ла, Мерәҫ һәм Бәхтегәрәй ауылдарынан армия хеҙмәтенә саҡырылған 12 егет менән бергә Хажғәле яу ҡырына оҙатыла (Әхмәтвара Шәрипов, Йәноҙаҡ Ҡаһарманов, Әғзәм Нәҙербаев, Шаһишәриф Килдейәров, Арыҫлан Тулыбаев, Ғәрифулла Кейекбаев...).

* * *
– Райондан барлығы 120 егет 2-се торф участкаһына йыйыл­ғанбыҙ, – тип хәтерләй ағайыбыҙ. – Селлә башының сатлама һыуығы ине, беҙ дүрт взводҡа бүленеп, поход маршы менән Түбә ҡасабаһынан Ирәндек аша Күсей ауылына етеп, шунда йоҡланыҡ. Иртәгәһенә төштән һуң йүгерә-атлай Магнит ҡала­һына индек.
Хәрби хеҙмәт юлына сыҡҡан егеттәргә был араны ҡыҫҡа ваҡытта үтеп, тәғәйен сәғәткә бареп етеү үҙе бер һынау булһа, сираттағыһы Тоцк лагерында хәрби хеҙмәткә әҙерлек осоронда булды. Унда иртә таңдан ҡара кискә тиклем бер туҡтауһыҙ төрлө хәрби күнегеүҙәр үттек. Коман­дирҙар сиктән тыш талапсан, хатта аяуһыҙ ине. А. Суворовтың “Тяжело в учении – легко в бою” тигән тәрән мәғәнәле һүҙҙәренә таянып эш иткән командирҙарҙы һәм инструкторҙарҙы үҙебеҙ фронт һыҙығына баҫып, дош­ман­ға ҡаршы һуғыша башлағас ҡына аңланыҡ. Әҙерлек кур­сындағы күнегеүҙәр дошманды еңеү һәм үҙ-үҙеңде мөмкин ҡәҙәр һаҡлап ҡалыу өсөн кәрәк булған икән.
Тоцк лагерынан тиҙерәк ысҡынып, фронтҡа ашҡына инек. Ул көн дә килеп етте. Шул уҡ йылдың август айында беҙ 214-се уҡсылар дивизияһының 276-сы уҡсылар полкы составында Харьков – Кременчуг йүнәле­шен­дә һуғышҡа инеп, Украинаның Полтава, Кременчуг, Каменка, Александрия, Новгородка, Знаменка, Кировоград, Новоукраинка, Ананьев, Ольшаны һәм Молдавияның Рыбница, Бельцы ҡалаларын фашистарҙан таҙарта барып, Советтар Союзының дәүләт сигенә сыҡтыҡ.
Был юлдарҙы хәҙер һанап үтеүе генә еңел, ә ундағы ут өйөрмәһе, бер туҡтауһыҙ көнөн-төнөн өҫтөңә яуып, шартлап торған бомба, снарядтар, пулялар араһында йөрөргә, яйын табып һөжүм итергә, өҫтөнлөк алырға, алға барырға кәрәк ине. Украинаның Кировоград өлкәһе Александрия-Знаменка рубежында яуға инеп, унда булған ҡаты һуғыштар хәтерҙә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Дошман аяуһыҙ пуля яуҙыра, көн буйы утҡа тоталар, баш ҡалҡытырлыҡ түгел. Ергә һырынып ятабыҙ. Бындай осраҡта соҡор-саҡыр, ер йыйыр­сыҡтары ярап ҡала. Йә билеңдәге бәләкәй генә сапер көрәге менән соҡоп үҙеңә ышыҡ булдыраһың. Көн үтте. Командованиеның “дош­манды биләгән рубежынан алып ташларға” тигән бойороғо үтәлмәне, сөнки полк бик күп һалдатын юғалтты. Ә ҡуйылған бурысты үтәү мотлаҡ. Эңер ҡараңғыһында автокухня килеп етте һәм беҙгә тамаҡ ялғап алырға форсат булды.
Полк командиры беҙҙең ротаға яуаплы хәрби бурыс ҡуйҙы: төн ҡараңғыһын файҙаланып, шау-шыу булдырмайынса, 7-8 метр интервал менән шыуышып, дошман биләгән алғы һыҙыҡҡа барып етергә, гранаталар ярҙамында ут нөктәләрен һәм немец һал­даттарын юҡ итеп, оборона сылбырын өҙөргә. Был турала сигнал алыу менән полк һөжүмгә таш­ланасаҡ. Ысынлап та шулай килеп сыҡты. Йәшәгең килһә, шыуышып үрмәләйһең. Немец һал­даты төнгө һөжүмдән ҡурҡа, ҡау­шай, тере ҡалғандары ҡаршы һуғышҡа инмәй генә ҡаса. Беҙҙең командирҙар дошмандың был йомшаҡ урынын алдан уҡ белгән икән.
Ошо ваҡыттан һөжүм инициа­тиваһы беҙҙең яҡҡа күсте. Беҙ дошманды ҡыуа, тар-мар итә барып, шул төн эсендә Пантаевка ауылын, Пантелеевка тимер юл разъезын алыуға өлгәштек. Ә алда әле тағы ла мөһимерәк бурыс – Знаменка тимер юл стан­цияһын дошмандан азат итергә. Был объект, көньяҡ тимер юлда­рының төйөнө булараҡ, ҙур әһә­миәткә эйә, уны файҙаланып, гитлерсылар Көнбайышҡа металл, аҙыҡ-түлек һәм әсирҙәрҙе оҙатып торған.
Туҡтап ял итеү тураһында уйламайбыҙ, тимерҙе ҡыҙыуында һуғыу хәйерле. Төн уртаһы ау­ғайны инде. Знаменка ҡалаһы алыҫ түгел. Алыҫҡа атыусы ору­диеларҙан артәҙерлек башланды, ҡала өҫтөнә снарядтар яуып шартлай. Беҙ, пехота, танктар һәм үҙйөрөшлө артиллерия ҡора­малдары (САУ-100, САУ-76) броняларына ултырып, ҡала ситенә барып еттек тә, урам­дарҙан йә­йәү, бронялы техникаға ышыҡ­лана-ышыҡлана автома­тыбыҙҙан төрлө яҡҡа тоҫмаллап ҡурғаш һиптереп барабыҙ, ә ҡаршы яҡ үҙҙәренең ышыҡ ны­ғытмала­рынан, тәҙрәләрҙән беҙгә тоҫҡап ата. Ныҡ сүпләй, ҡәһәрең, саф­тарҙы һирәгәйтте. Таң яҡты­рыуға Знаменка станцияһына килеп еттек, немецтарҙың төп көстәре хәр­би техникаһы менән артәҙер­лек ваҡытында бынан киткән икән.
Алдыбыҙға ҡуйылған бурыс оло көсөргәнеш менән үтәлеп, бер төрлө һиллек урынлашһа ла, ҡала урамдарында ятып ҡалған яралы яуҙаштарыбыҙ күңелде борсой. Кире барып, уларҙы йыйып алыу тураһында ротныйға әйтһәк, ул: “Артта санрота килә, ул эште башҡарасаҡ”, – тип беҙҙе тыйҙы ла тауар станцияһында торған вагондарҙы ҡарап сығырға һәм ниндәй йөк тейәлгәнен асыҡларға ҡушты. Беҙ, дүрт-биш һалдат, вагондар араһында йөрөһәк, сыр-сыу ҡатын-ҡыҙ тауыштары ишетелгәндәй тойолдо. Яҡыныраҡ барһаҡ, ике вагонда ысынлап та ҡысҡырған, илаған тауыштар ине. Был турала рота командирына барып хәбәр иттек. Ул үҙе килеп вагонды астырҙы. Баҡтиһәң, тауар вагонына йәш ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ҡы­ҫырыҡ­лап тултырылған икән. Улар совет яугирҙәрен күреп ҡыуа­ныстарынан үкһеп илай, беҙгә рәхмәт һүҙҙәре яуҙырып ҡосаҡ­лай. Күрәһең, уларҙы Германияға оҙатырға йыйынғандарҙыр, тик беҙҙең йылдам хәрәкәтле һөжүм быға ҡамасаулаған. Командир­ҙарыбыҙ улар менән һөйләшеп, хәлде асыҡлағандан һуң, был ас һәм сарсаған бисараларҙы туҡландырып, медицина ярҙамы күрһәтеүҙе хәстәрләне.
Ә үҙебеҙ бер нисә тәүлек кейем һалмайынса, йыуынмай, йүнле аҙыҡ күрмәй дошманды баҫтырып бик арығайныҡ. Ба­тырға ла ял кәрәк тигәндәй, өҫ-башыбыҙҙы тәртипкә килтереп, ял итеп алыу өсөн бер тәүлек бирҙеләр. Ротабыҙ Знаменка ҡалаһының тимер юл вокзалында урынлашты, полктың бүтән подразделениелары төрлө урында туҡтаны, ә дивизияның икенсе һәм өсөнсө полктары ваҡытлыса күршеләге Александрия һәм Кременчуг ҡалаһында торҙо. Командование көн һайын яңынан-яңы ҙур һәм бәләкәй ауыл, утар, ҡасабаларҙы азат итеү бурысын ҡуя. Ә улар күп, бик йыш ул­тырған. Дошман яраланған йырт­ҡыстай көтмәгәндә контрһөжүм яһай, бомбалар яуҙыра. Шундай бер һауанан һөжүм ваҡытында төшөп шартлаған бомба мине күмеп киткән. Яуҙаштарым өҫтә ятҡан каскамды күреп ҡалып, мине иҫһеҙ хәлдә сығарып алған. Ауыр контузия алған инем. Ананьев ҡалаһы госпиталендә дауаланылар ҙа йәнә фронтҡа оҙаттылар.
Дивизиябыҙ туҡтауһыҙ алға ынтылды. Юлыбыҙ СССР ерендә – Белгород – Харьков, Полтава – Кременчуг–Знаменка–Кировоград – Ольшаны – Рыбница – Подольск–Тернополь – Львов ҡала­ларын дошмандан таҙар­тыуҙа, ҡатнашып, ил сиге аша Польша еренә аяҡ баҫтыҡ.
Бөйөк Ватан һуғышы тарихында үҙенең дәһшәтлелеге менән билдәле Сандомир плацдармы өсөн яуҙа ҡатнашырға тура килде. Висла йылғаһы буйында Сандомир нығытмаһына һөжүм башланды. Автоматты “наготове” тотоп, алдыбыҙҙа барған танк артынан атакаға ташланғайныҡ, шунда уң ҡулымдан яраланып госпиталгә эләктем. Ярамды 25 көндә йүнәлтеп, “годен к дальнейшей строевой службе” тип сығарҙылар. Был 1945 йылдың 18 апреле ине. Тик үҙемдең полкыма кире ҡайта алманым. 1-се Украина фронтының Кутузов орденлы механизацияланған автоматсылар ротаһына ҡушылып, отделение командиры вази­фа­һына тәғәйенләндем һәм ошо хәрби часть менән Чехослова­кияның баш ҡалаһында дошманды тар-мар итеп, Еңеүҙе Прага ҡалаһында ҡаршыланыҡ...

* * *
Сержант Хажғәле Ырыҫмө­хә­мә­товтың ҡыйыу, сос һәм тырыш хәрби хеҙмәте Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Берлинды алған өсөн”, “Праганы азат иткән өсөн” миҙалдары менән билдәләнгән. Улар ара­һында гвардия сержанты Ырыҫ­мөхәмәтовҡа Сталин тарафынан бирелгән Рәхмәт хаты ҡәҙерләп һаҡлана.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамлана, Хажғәле ағайҙың әрме хеҙмәте тағы ла биш йыл дауам итә. Көнбайыш Украинала Совет власы урынлаштырыу, колхоз-совхоздар ойоштороу өсөн шарттар тыуҙырыуҙа ҡатнаша. Ул эштәр башҡарылғас, хәрби часть Тажикстанға, унан Үзбәкстанға күсерелә. Сәмәрҡәнд ҡалаһында шоферҙар курсында уҡытып, артабан хеҙмәтен Азербайжандың Степанакерт ҡалаһында отделение һәм взвод командиры урын­баҫары, тантаналы парадтарҙа полктың Ҡыҙыл байрағын йөрө­төүсе вазифаларын башҡара. Шулай ике йыл ярым һуғышта, дүрт йыл тыныс ваҡытта, бар­лығы 7 йыл ғүмере хәрби хеҙмәткә бағышлана Хажғәле уҙамандың.
1950 йылдың ҡышында уға имен-һау тыуған төйәгенә ҡайтыу насип була. Өйҙә уны һуғыштан яраланып ҡайтҡан атаһы, шулай уҡ әсәһе, Йомабикә ҡарындашы, күптән һағынып көткән бүтән туғандары оло ҡыуаныс менән ҡаршы ала. Оҙаҡламай Хажғә­легә Таулыҡай ауылынан кәләш әйттерәләр. Улар Сәрхәбъямал Усман ҡыҙы Мусина менән тормош ҡороп, татыулыҡта, бер­ҙәм­лектә, өлгөлө ғаилә булып 56 йыл йәшәне. Бында Сәрхәбъямал Усман ҡыҙының роле баһалап бөткөһөҙ. Ул тәрән аҡыллы, үтә эшһөйәр, итәғәтле, кешелекле, изге һәм киң күңелле, бик тә дәртле, намыҫлы, донъя көтөүгә маһир ине. Тик яҡты донъянан иртә китте. Ғаиләләрендә ике ул һәм ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Улар, үҙҙәренә тәғәйен урынды табып, матур донъя ҡороп йәшәйҙәр.
Һуғыш йылдарында сикһеҙ емереклеккә, бөлгөнлөккә төшкән колхоз хужалығы, ауылдаш­та­рының аяныслы матди һәм социаль хәле тәрән уйға һала, борсолдора ине йәш Хажғәлене. Хужалыҡты алға алып барыу өсөн механизациялау кәрәк. Һәм ул механизатор һөнәрен үҙләш­терҙе. Артабан тракторсы һәм комбайнсы, механик һәм бригадир, колхоздың комплекслы бри­гадаһы етәксеһе, рәйес урын­ба­ҫары вазифаларында эскерһеҙ хеҙмәт итте. Колхоз иҡтисады нығынды, аяҡҡа баҫып яңырҙы. Колхозсылар, хәҙер иркен тын алып, заманса матур тормошта йәшәй.
Бында илһөйәр һәм ҡаһарман Бөйөк Ватан һуғышы яугире, алдынғы ҡарашлы, эшһөйәр һәм аҡыллы хужалыҡ итеүсе Хажғәле Әхмәтхажи улы Ырыҫмөхә­мә­товтың биш тиҫтәнән ашыу йыл һуҙымындағы тырыш хеҙ­мәте һалынған. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, ул мәхәллә рәйесе булып ауыл­даштары өсөн мәсет төҙөүҙе ойошторҙо, башҡа йәмәғәтселек сараларында әле лә әүҙемдәрҙең береһе.
Хажғәле Әхмәтхажи улына быйыл 91 йәш тула. Оло йәштәге кешеләргә хас сирҙәр даими һиҙҙереп торһа ла, яу һәм хеҙмәт ветеранының күңеле көр, хәтере һәйбәт, киләсәккә етди өмөттәр бағлай. Балалары, ейән-ейәнсәр­ҙәре тәрбиәһендә, ауылдашта­рының ихтирамына солғанып, лайыҡлы шарттарҙа йәшәй. Ул ветерандарға ҡарата дәүләт, муниципаль, урындағы хакимиәт һәм медицина органдарының даими ярҙамына, хәстәрлегенә сикһеҙ ҡыуанысын белдерҙе. Дәһшәтле яу юлдарын баһадир­ҙарса үтеп, лайыҡлы хеҙмәт һәм йәшәү өлгөһө күрһәткән һоҡлан­ғыс замандашыбыҙ, остазыбыҙ Хажғәле ағайға һаулыҡ һәм күңел тыныслығы теләйек.





Вернуться назад