Ҙур нәмәләр кесегә, кешегә таяна25.05.2016
Башта, бер ҡатлыраҡ тойолһа ла, ошо һорауҙы ҡуяйыҡ әле: әҙәбиәттә документаллек ни дәрәжәлә кәрәк? Жанры шулай тип аҡҡа ҡара менән тәғәйен күрһәтелһә, аңлашыла, аҡлана, ә улай булмағанда? Кемгә нисектер, әлбиттә. Мин, мәҫәлән, бынан мөмкин тиклем ситләшергә тырышам, сөнки сәнғәтте, бығаса ла әйткәнем бар, үрҙәрәк күргем килә, әҫәрҙә үҙеңдекеме, оҡшашмы исем менәнме, ишара менәнме танылып торорлоҡ ҡиммәтле урынды алыр өсөн ниндәйҙер, яҡшымы, яманмы, ләкин һине мотлаҡ башҡаларҙан һиҙелмәле айырған сифаттарың, эштәрең, исмаһам да, ҡылыҡтарың булырға тейеш тәбаһа.


Шуның менән бергә бәғзе уҡыусыға тормоштан алынған, үҙе белгәнме, ишеткәнме, сырамытҡанмы, образдар ҙа ҡыҙыҡ. Һәм ҙур яҙыусыларыбыҙҙың тик ысынбарлыҡты ғына һүрәтләгән, тап шул арҡала йығылып ятып уҡылған әллә күпме хазиналарын беләбеҙ. Ләкин бында яҙыусы ҡулы үткер бысаҡтың өҫтөнән баралыр: аҫтан ҡырҡылыуың, уңға йәки һулға ҡолап төшөүең бик ихтимал.
Нисек һуң юлды имен дә үтергә, сәнғәт юғарылығына ла өлгәшергә? Ҡабатлайым: дөрөҫлөктө, юҡ, бейегерәк тиекме, тәрәнерәкме алайыҡ, хәҡиҡәтте һүрәтләптер. Ә уны ҡайһылайтып билдәләйек? Ул, берәүҙәр инаныуынса — былай, икенселәрсә — тегеләй, өсөнсөләрсә — бөтөнләй бүтән бит.
Мәсьәлә, эйе, ҡатмарлы, бәхәслелер ҙә, тик әле мин теманы, социаль селтәрҙәрҙә яҙыуҙарынса, бының өсөн “асманым”, фекер белдерер өсөн генә әйттем. Ә “нисек?” һорауына яуаптарҙың береһе былай булырға мөмкиндер: бына был инде авторҙың оҫталығынан, тасуирлаған өлкәне тәрән төшөнөүенән, бәлки, унда үҙенең дә ҡайнап йәшәүенән, һығымталар яһай белеүенән һәм башҡаларҙан, бөтәһен дә теҙеп бөтмәйек, торалыр инде, моғайын. Һәм, минеңсә, Флүр Ғәлимовта, әле алдымда ятҡан ҡалын китабында, “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһында, былар бөтәһе лә бер юлы бар ҙа, ҡулланылған да. Бына был осраҡта инде ниндәйҙер күләмдәге документаллек, әммә, баҫым яһайым, әҙәби әҫәр документаллеге, уйымса, тулы аҡланған: әҙиптең заманында, ысынлап та, уңышлы эшҡыуар булғаны күптәребеҙгә яҡшы мәғлүм.
Әҫәр ғәҙәти түгел. Һәм бында мин, ул хәтлем үҙәккә ҡуйылмаһа ла, сауҙа өлкәһен һүрәтләүгә генә лә һуҡтырмайым, йүнсел йүгерекләүҙәрен бәйәнләү аша әҙәм күңелен, кешенең дөйөм эске донъяһын, донъя малына мөнәсәбәтен күрһәтеү ҙә сағыла. Байлыҡтың шартлы, сағыштырма төшөнсә икәне лә асыҡ әйтелә бит. Уҡығандар диҡҡәт ҡылғандыр, һәр халыҡтың быны үҙ бизмәнендә үлсәгәне лә белдерелә һәм был — дөрөҫ.
Тағы ла тапҡан малды күтәрә алырлыҡ рух көсө хәжәтлеге үҙәккә ҡуйыла. Бының менән ризалашыусылар ҙа күптер, юғиһә әлегенең киреһен иҫбатлаған үрнәктәр тормошта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хайран ишле. Һәм һүҙ әле бәләкәйерәк кимәл — берәй замандашыбыҙҙың ҡырға сығып, оҙаҡ йөрөп, тәрбиә күрмәй, шулай ҙа байтаҡ аҡса һуғып ҡайтып та, уны йәһәт сарыфлауы, тәүҙә яман ҡупырайып, кәрәккән-кәрәкмәгәнгә самаһыҙ эре түләп йөрөгәндән аҙаҡ яңы сәфәргә әсәһенең пенсияһына сығып китеүе тураһында ғына бармай, бында күпкә өҫтәрәкке, тимәк, йәнәш ҡуйғыһыҙ һандар күҙҙә тотола.
Хәйер, һәр ҡәүемдең был мәсьәләлә үҙ үлсәме икәне әйтелде инде, шуға күрә һандар тимәйек, улар менән баһалап булғыһыҙ хазиналарҙың да барлығын беләбеҙ һәм булыуҙарын да теләйбеҙ бит. Шулай тигәндә, кеше булып тыуғас, донъяны ысын мәғәнәһендә кеше булып үтергә лә мотлаҡ тигән, йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ғына түгел, тулы бурыслы ла ағзаһы булып уҙырға кәрәклек кеүек оло төшөнсәләргә лә ишаралайым. Хәйер, ҙурҙың кесегә таянып торғанын, шунан баш алғанын да беләбеҙ. Автор тарафынан был, ана шул кеселәр, айырым кешеләр, уларҙың холоҡ-ҡылығы, көнкүрештәге аҙымдары аша бик үтемле бирелә.
Ул тормошта булған, киң майҙанға әллә ни сығарып барылмаған күренештәрҙе лә урап уҙырға маташмай, мәлле-мәлле, махсус та һүрәтләй, әйтәйек, ике енес араһындағы, ҡайһы саҡ баяғы бысаҡмы-нимә йөҙөнән дә үткер мөнәсәбәттәр, хис-тойғолар, фәлсәфәүи бейеклеккә лә ынтыла. Йәмғиәттә, төптәге шәхсән уйҙарҙа булып та, әхлаҡи күҙлектән тыйыла, баҫырыла килгән күп ҡатынлылыҡ институтына ла мөнәсәбәт белдерелә. Әгәр инде уҡыусы быны ла яңылыҡ, киҫкенлек тип ҡабул итмәһә, трилогияла күрәҙәселек, ырымсылыҡ, космоэнергетика, шаманлыҡ, сихырсылыҡ һәм башҡа шундай ғәҙәти кешегә бигүк аңлашылмаған, дөрөҫөн әйткәндә, байтағыбыҙ төшөнөргә лә теләмәгән нәмәләрҙең иркен урын биләгәнен өҫтәйек.
Әлегеләр төп герой менән героиня образдары аша ярайһы ентекле, ғәләмәт белеп һүрәтләнә һәм автор беҙҙе бының яҡшымы-яманмы икәнен белдереү мәсьәләһендә оҙаҡ ҡына көсөргәнештә тота. Шулай кәрәктер ҙә, моғайын: интрига ла хәжәт тәбаһа — әҙәбиәт теорияһы ла иҫәпкә алына, замандашыбыҙҙың хәҙер уҡымышлы икәне, көсләп таҡҡан фекерҙе һөйһөнмәгәне лә билдәле. Шулай ҙа, әйҙә, үҙе хәл итһен, тип кенә ҡуйыу хаҡмы һуң әле? Бәлки. Ә китапта автор артыҡ мауығыуҙың һәйбәткә килтермәгәнен барыбер ҙә асыҡ белдереп ҡуя.
Ғөмүмән әҫәр, минеңсә, бөтә булмышы менән ижтимағи, йәмғиәти. Шуның менән мөһим дә, сөнки герой, тәү ҡарашҡа үҙенең генә проблемалары менән йәшәһә лә, илен, халҡын уйлай, Хаҡ Тәғәләнән уны эскелектән, башҡа ҡазаларҙан аралауҙы һорай. “Эшҡыуар алдында торған кәртәләр байтаҡ, ымһындырғыс хәүеф-хәтәр ҙә етерлек. Уларҙың иң ҡурҡыныстары — ҡатын-ҡыҙ һәм хәмерҙер”, — тигән юлдар ҙа киң майҙандарҙа әйтеләһеләр бит.




Вернуться назад