Кемгә нисектер, әммә мин, гәзит – аралашыуҙың иң көслө һәм йоғонтоло сараһы, тип иҫәпләйем. Көн һайын “Башҡортостан” гәзитен алып уҡымаһам, үҙемде тормоштан мәхрүм итеп күрәм, донъя ағышынан артта ҡалғанмын тип һанайым. Хәйер, мин “Башҡортостан”ды ауылдың “избач”ына барып, латин хәрефтәре менән баҫылғандан бирле ҡарап барам. Ә һуңғы осорҙа инде был баҫма йәшәүемдең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Ҡатыным да ошо гәзитте һуңғы хәрефенә тиклем уҡып сыға, хатта ҡайһы бер һөйләмдәренең аҫтына ҡәләм менән һыҙып ҡуя ла ҡалғандарға уҡырға тәҡдим итә.Бар ине замандар: гәзит йөҙ мең дана тираж менән тарала торғайны. Улар һәр ваҡыт партия һәм хөкүмәт етәкселәренең етди контролендә булды. Тиражы аҙ ғына кәмеһә лә, “ғәҙәттән тыш хәл”гә әйләнер ине. Халыҡ уны яҡын күреп уҡыны. Берәй тәнҡит мәҡәләһе баҫылһа, киләһе һандарында уның тикшерелеүе һәм сара күрелеүе хаҡында хәбәр ителде. Матбуғатҡа яҙылыуҙы башлыса урындағы етәкселәр ойошторҙо һәм яуаплы булды.
Әле редакцияларға йөрөйөм дә йөрәгем әрнеп ҡайта: баҫмаларҙың тиражы ҡырҡа кәмегән. Журналист булыу өсөн һәләт, киң даирәле булыу кәрәк. Ошо сифаттар булмаһа, эшләп, ижад итеп булмай. Шуға күрә хәбәрселәрҙе һаҡлау, дәртләндереү саралары мотлаҡтыр тип уйлайым мин, оло журналист булараҡ.
Нисек кенә булмаһын, гәзиттәр беҙҙең иң тоғро, иң яҡын һәм ярҙамсыл аралашыу сараһы булып ҡала. Улар аша беҙ борсоған һорауҙарға яуап алабыҙ, халыҡ фекерен беләбеҙ.
Әйткәндәй, мин “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында баш мөхәррир булып эшләгәндә, юғары органдар менән килешеп, журналда татар, сыуаш, мари телдәрендә мәҡәләләр баҫтырыуҙы индерҙем. Ул күләмдең артыуы арҡаһында булды. Ниндәй генә мәктәпкә барһам да, класҡа инеп, уҡыусыларҙан Башҡортостандың байлығы, уның арҙаҡлы шәхестәре тураһында һорашам. Үкенескә ҡаршы, балалар һай белә ине. Республиканың ер аҫты һәм ер өҫтө байлығы, тәбиғәте, уңған халҡы тураһында самалы ғына хәбәрҙарҙар. Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рәми Ғарипов, Рәшит Ниғмәти, Рауил Бикбаев, Әнғәм Атнабаев һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре, Фәриҙә Ҡудашева, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Фәрит Бикбулатов, Арыҫлан Мөбәрәков, Гөлли Мөбәрәкова, Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Мөхәммәт Иҙрисов, Рәшиҙә Туйсина һәм башҡа данлыҡлы шәхестәребеҙ тураһында хатта белмәүселәр ҙә табыла.
Бында уҡытыусының да, уҡыусының да ғәйебе юҡ, сөнки әҙәбиәт дәрестәре милли республикалар тарафынан нәшер ителә. Уҡытыусыға методик ярҙам сифатында “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы файҙаланылды. Шрифт мәсьәләһендә, шулай уҡ финанс ярҙамы күрһәтеүҙәрен һорап, ҡала һәм район етәкселәренә мөрәжәғәт иттем. Бер кем дә баш тартманы, Башҡортостанда йәшәгән һәр милләт вәкиленең тыуған ере, төйәге, кешеләре тураһында күберәк, төплөрәк белергә тырыша ине улар. Милли конференцияларҙа, семинарҙарҙа һәр ваҡыт ҡатнашып, уҡытыусылар менән аралаша торғайным. Журналдың 36 мең дана тираж менән таралыуы ла шуға бәйлелер.
Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.