Хеҙмәте күңелде яҡтыртты25.05.2016
Алдымда – “Мәғариф баҫҡыстары буйлап” тигән китап. Авторы – филология фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиев. Матбуғат һөйөүселәргә күптән таныш исем. Һуңғы йылдарҙа уның ижад офоғо шаҡтай киңәйҙе. Тәүҙә әҙәби тәнҡитсе атында билдәле булһа, бөгөн ул – ғалим-педагог һәм журналист ҡәләмен үҙләштергән автор.

Рәүеф Шаһиевтың ижади эшмәкәрлеге миңә күптән таныш, һәр мәҡәләһен, китаптарын уҡып барам, баҫҡыстан-баҫҡысҡа ҡыйыу күтәрелгәненә ҡыуанам. Авторҙың әүҙем яҙышыуына тиҫтә йыл инде, ә быйыл үҙенә 70 йәш тула. Һуңғы арауыҡта биш китап сығарып өлгөрҙө, ә абруйлы гәзит-журналдарҙағы хәҙерге башҡорт прозаһы үҫешенә арналған тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялары, яҡташтары тормошон яҡтыртҡан очерктары, һүрәтләмәләре, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа туған тел һәм әҙәбиәтте уҡытыу алымдары хаҡындағы сығыштары – үҙе фиҙакәрлек, егәрлелек өлгөһө.
Рәүеф Шаһиевтың был китабы ла күңелде яҡтыртып ебәрҙе. Уҡытыусының хәтһеҙ ауыр ҙа, үтә яуаплы ла хеҙмәтен ысын күңелдән яҡтырта ул, был кешеләрҙең яҙмышына шаһит итә, уларға ихтирам тойғоһон көсәйтә. Мәғлүм булыуынса, ҡала-район тормошо уҡытыу­сыларҙың эшмәкәрлегенә туранан-тура бәйле. Был фиҙакәр хеҙмәт Рәүеф Шаһиевтың китабында юғары рухта тасуирланған. Уҡыусы, мәктәп, уҡытыусы һәм ата-әсәнең берлеге, замандар бәйләнеше традициялар үҫеше, династиялар күсәгилешлелеге аша асыла килә. Ошо концепцияһы – авторҙың тәжрибәле педагог булыуына, эҙәрмәнлегенә, кинәйәле һүҙ оҫталығына ла ишара. Китапҡа ингән күренекле мәғариф эшмәкәрҙәре, педагог-новаторҙар, мәктәп директорҙары, алтын фондты тәшкил иткән тиҫтәләгән уҡытыусылар династияһы – үҙҙәре айырым бер донъя. Уларҙың тормош һәм хеҙмәт юлы Учалы төбәге менән генә сикләнмәй.
Эйе, хеҙмәттең тәрбиәүи көсөн күрә, матур традицияларҙы аңлай, уларҙы баһалай белеү мөһим. Был беҙгә, мәктәбебеҙгә бик кәрәк. Заман йәштәре ҡиммәтле мираҫты онотмаһын ине.




Вернуться назад