“Роспотребнадзор”ҙың республика идаралығы белгестәре Башҡортостанда Асыҡ ишектәр көнө уҙғара. Ведомство хеҙмәткәрҙәренең халыҡ менән 15 мартта, Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау көнөндә, үтәсәк осрашыуы Рәсәйҙә “Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы закон ҡабул ителеүҙең 20 йыллығына арнала.
Был көндө белгестәр сауҙа, көнкүреш хеҙмәте, туризм, финанс, торлаҡ-коммуналь, элемтә һәм йөк ташыу буйынса хеҙмәттәр өлкәһендә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы ҡануниәткә ҡағылған һорауҙарға яуап бирәсәк. Консультациялар “Роспотребнадзор”ҙың Өфөләге идаралығында, шулай уҡ ведомствоның бөтөн территориаль подразделениеларында үтәсәк.
Л. ДӘҮЛИЕВА.