Хәҡиҡәтте төшөнөү юлы ябай25.05.2016
Хәҡиҡәтте төшөнөү юлы ябай Матбуғат биттәрендә беҙ, ғәҙәттә, халыҡ араһында билдәлелек яулаған шәхестәр менән әңгәмә бирергә күнеккәнбеҙ. Ә “ябай” кешеләр ундай иғтибарға һирәк лайыҡ була. Шундайҙарҙың береһе – Өфө ҡалаһында оҙаҡ йылдар музыка мәктәбендә уҡытҡан Наум Сегал. Уны туғандары менән хеҙмәттәштәренән башҡа бер кем дә белмәй, ләкин ул белемле, эшһөйәр, үҙ милләте менән ғорурлана... Хәйер, донъяға ҡарашы һәм тормошта әүҙемлеге буйынса уны бик үк ғәҙәти шәхес тип тә булмайҙыр.

– Наум Михайлович, хәҙерге иҡтисади көрсөк заманында 65 йәшкә саҡлы эшләп йөрөүселәрҙе лә йыш осрат­майһың, ә 70-тә лә үҙенең хеҙмәт коллективын ташламаусылар – тағы ла һирәгерәк күренеш.. Ә һеҙ 74 йәштә лә ялға китергә ашыҡмайһығыҙ! Бының сере нимәлә?
– Юғары оҫталыҡлы һөнәрмән булыуҙа һәм үҙеңде коллективта, ғөмүмән, кешеләр араһында ҡуя белеүҙә. Мин 42 йыл музыка мәктәбе директоры булып эшләнем, әле ошондай уҡ бер мәктәптең филиалына етәкселек итәм. Ҙур булмаған коллективта тотошлай тиерлек пенсионерҙар. Беребеҙҙе генә булһа ла хаҡлы ялға “оҙатырға” ҡарар итһәләр, ҡалғандарҙың уны яҡлашып сығасағы тураһында һүҙ ҡуйыштыҡ. Дөрөҫ, хәлдең уға барып еткәне юҡ. Сәбәбе ябай: ҙур стажлы һәм өлкән йәштәге уҡытыусыларҙың эш хаҡы төрлө өҫтәмәләр – юғары разряд, маҡтаулы исем – менән бергә бигүк аҙ түгел, шуға пенсия ла өҫтәлә, ә йәш белгес һигеҙ мең һум окладҡа ҡәнәғәт булырға тейеш. Тик был аҡсаға риза булып килеүселәр генә күренмәй. Ярай ҙа пенсионерҙар бар әле...
– Йәһүдтәр араһында музыканттар башҡа халыҡтар менән сағыштырғанда байтаҡҡа күберәк. Был нимә менән аңлатыла?
– Барыһы өсөн дә яуап бирә алмайым, ләкин мине әсәйем шул һөнәрҙе һайларға күндерҙе. “Һәр ваҡыт аҡ күлдәктә, костюмда йөрөрһөң, сәнғәт кешеләре менән аралашырһың”, – тине. Йәшерен-батырыны юҡ, музыка әһелдәренең үҙенең төп хеҙмәт урынынан тыш та аҡса эшләү мөмкинлеге киң бит. Беҙ зыялылар араһында шуны күреп үҫтек. Сәнғәт уҡыу йорттарында, ғәҙәттә, элиталы ҡатлам балалары уҡый, был да әһәмиәткә эйә. Шуға күрә мәктәптән һуң үҙем тыуып үҫкән ергә иң яҡын ҡалала – Украинаның Житомир өлкәһе үҙәгендә музыка училищеһына уҡырға индем.
– Ләкин баланың музыкаль һәләте булмауы ла ихтимал бит әле...
– Музыкаль һәләте булмаған бала юҡ, был фекер кешенең тәбиғәтенә ҡаршы килә. Бындай һәләт төшөнсәһен мин мотлаҡ йырлауға, ниндәйҙер ҡоралда уйнауға ғына ҡайтарып ҡалдырмайым. Мин, мәҫәлән, музыка ҡоралдары менән оҫта эш итәм тип әйтә алмайым, фортепианола, баянда аҙыраҡ уйнаштырғылайым, ләкин ул музыка мәктәбендә балаларға ниндәйҙер теманы төшөндөрөү өсөн генә кәрәк. Минең һөнәр – хор дәрестәре биреү һәм хор концерттары ойоштороу. Ғүмер буйы ошо эш менән шөғөлләндем.
– Элек хор сығыштарына ҙур иғтибар бирелә ине шул...
– Эйе, тап шулай. Хор – ул халыҡты берләштергән, илһөйәрлек рухында тәрбиәләгән көс. Нигеҙҙә, патриотик рухтағы йырҙар башҡарғанға күрә, ул хатта идеологик ҡорал һымағыраҡ та ҡабул ителде. Шуға күрә байрам концерттарына һәр предприятие, һәр мәктәп үҙенең хор сығышын әҙерләргә тырышты. Ә ундай концерттарҙы ойоштороу өсөн тәжрибәле белгестәр кәрәк.
– Улай булғас, “ситтә” өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлеге ҡалмағандыр ҙа... Уҡытыусыларҙың эш хаҡы элек-электән ҙур булманы бит. Һеҙ юғары килемле һөнәр һайламағанһығыҙ булып сыға...
– Нисек эшләйһең бит әле. Мин совет заманында ла айына 300 һумдан кәм алманым, йәғни башҡа мөғәллимдәрҙеке менән сағыштырғанда ике-ике ярым тапҡырға күберәк. Күҙ алдына килтерегеҙ: Ишембай ҡалаһында музыка мәктәбе директоры вазифаһын башҡарҙым, ошонда уҡ киске мәктәптә лә етәксе булдым, закон рөхсәт итә ине. Артабан нефтселәр идаралығында, көнкүреште хеҙмәтләндереү комбинатында, туҡыу фабрикаһында һәм тағы ла өс предприятиела художестволы үҙешмәкәрлек түңәрәктәре алып барҙым, был коллективтарҙа рәсми байрамдарға хор концерттары әҙерләргә ярҙам иттем. Бынан тыш, Салауат ҡалаһындағы музыка училищеһына барып та хор дәрестәре бирә инем. Һәр береһендә тулы айлыҡ эш хаҡы. Ярты ставкаға ғына риза булмайым. Ҙур дәүләт байрамы яҡынлаша, тиҙ арала концерт әҙерләү зарурлығы тыуа икән, етәксе ҡайҙа барһын, минең шартҡа ризалаша. Ҡалала бүтән ундай белгес юҡ... Етмәһә, ул саҡта барыһы ла хәҙерге кеүек предприятие килеменән түгел, ә дәүләт ҡаҙнаһынан түләнә ине бит. Мине лә аңларға мөмкин: шундай көсөргәнешле графикта эшләп тә, тиндәр генә алып йөрөп булмай бит инде. Шуға күрә музыкант туй мәжлестәрендә һәм юбилейҙарҙа ғына аҡса эшләй икән тип уйларға ярамай.
– Заманын иҫкә алғанда, был башҡа­ларҙа көнләшеү хисе, ошаҡлашыу теләге уятмай ҡалмағандыр ҙа әле...
– Булды уныһы ла... Бер саҡ хатта райкомдың беренсе секретары саҡыртып алды. “Һин ни эшләп аҡсаны көрәп алаһың, социалистик илдә йәшәгәнеңде онотаһың, ахыры. Райфо мәғлүмәт бирҙе инде: эш хаҡын минән дә күберәк алаһың икән!” – тип ҡысҡыра. “Мин бит һеҙҙең аҡсаны иҫәпләмәйем. Әйҙәгеҙ, улай булғас, урындарҙы алмашайыҡ”, – тим. Көнләшеү хисен еңә алмай шулай үрһәләнгәндер инде.
– Ә ни өсөн бәләкәй ҡалаға барҙығыҙ? Мин йәһүдтәр Мәскәү, һәр хәлдә, Өфө кеүек ҙур ҡалаларға ынтыла, тип уйлай торғайным.
– Гнесиндар исемендәге Мәскәү институтының хор һәм дирижерлыҡ факультетын тамамлағас та Өфөгә килдем, сөнки ошо ҡалала йәшәгән ағайым саҡырҙы. Республиканың Мәҙәниәт министрлығына индем. Концерт ойоштороусы белгестәргә ҡытлыҡ ҙур. Ә мине ҡыҙыҡһындырғаны шул: ҡайҙа тиҙерәк фатир алырға мөмкин? Өфөлә оҙаҡ икәне аңлашыла, ә Ишембайҙа төҙөлөп бөтөп кенә килгән йортта бер-ике ай эсендә фатир алыу мөмкинлеге бар икән. Шул ҡаланы һайланым.
– Егәрле булыуығыҙ арҡаһында был фатирҙы тиҙ үк алыуығыҙға шиклән­мәйем...
– Егәрле тигән фекерегеҙ, йүнәлтмә буйынса килгән йәш белгес булараҡ, фатир таптырыуға ҡайтып ҡалмай, бушлай торлаҡ биргән дәүләткә лайыҡлы хеҙмәт күрһәтергә кәрәк бит әле. Мин барыу менән эшкә сумдым. Ҙур байрамда – беренсе башҡорт нефтселәренә һәйкәл асыу тантанаһында – 800 кешенән торған йыйылма хор ҡаланың үҙәк майҙанын тетрәтте! Урындағы халыҡ быны тәүге тапҡыр күрә ине. Шунан һуң мине район советы башҡарма комитетына саҡырып алдылар ҙа яңы ғына тапшы­рылған йорттағы фатирҙарҙың береһен һайлап алырға рөхсәт иттеләр. Бер нисә йылдан һуң ике бүлмәлене, артабан өс бүлмәлене алдым, сөнки ғаилә лә ҙурайҙы – ике балабыҙ булды.
– Ә Өфөгә нисек күсеп килдегеҙ? Йәнә йәшәү урыны кәрәк бит...
– Әлеге ҡалалағы өс бүлмәле фатирҙы Өфөлә ике бүлмәлегә алмаштырҙым. Ләкин, ғаилә өсөн был майҙан бәләкәй булғас, артабан миңә Беренсе Май урамында өс бүлмәле фатир бирҙеләр. Черниковка тиҙ үҫә ине ул саҡта. Артабан ошо фатирға ҡәйнәмде лә пропискаға индерҙек. Ләкин шулай килеп сыҡты: ҡәйнәм менән һыйышып йәшәй алманыҡ һәм мин, ғаиләмдән китеп, ятаҡҡа күстем. Шуға күрә, хәҙер инде торлаҡһыҙ кеше булараҡ, Сипайловола ике бүлмәле фатир юллап алырға тура килде. Һанай китһәң, байтаҡ икән шул: дәүләттән биш тапҡыр фатир алдым!
– Уйлап ҡараһаң, иҫ-аҡыл китерлек... Мин шул замандарҙа тиҫтәләрсә йыл фатир ала алмай йөҙәгән башҡорт зыялыларын күҙ алдына килтерәм..
– Ә элек был мәсьәлә ойошманың етәксеһенә бәйле ине. Мин карьераға ынтылманым, музыка мәктәбе директоры булыуға кемдәргәлер әмер биреп эшләтеү мөмкинлеге тип түгел, ә мәҙәниәткә хеҙмәт итеүҙе үҙемсә камиллаштырыу, башҡаларға ла шундай шарттар тыуҙырыу форсаты итеп ҡараным. Фатирҙы ла һәр саҡ хеҙмәттәштәрем өсөн юллай торғайным, шул арала мин буйһонған етәкселек тә: “Ә һинең үҙеңдең фатир мәсьәләһе нисек әле?” – тип һорай. Коллективтың сифатын бер туҡтауһыҙ һәләтле кешеләр менән яҡшырта барырға кәрәк. Күпселек урында быға иғтибар электән булманы тип уйлайым. Өфөнән күпме сәнғәт әһелдәренең Ҡазанға күсеп китеүе үҙе үк күпте һөйләй түгелме? Улар тыуған республикаһын яратмаған өсөн түгел, ә хәстәрлек тоймағанға күрә китте. Хәҡиҡәтте төшөнөү бик еңел, минеңсә, бының өсөн яңғырауыҡлы һүҙҙәргә түгел, ә кешенең эшенә ҡарарға кәрәк.
– Балаларығыҙ ҙурайып, үҙаллы тормош башлағас, уларға матди яҡтан һәм һөнәри үҫештә ярҙам итеү мөмкинлеге булдымы?
– Юҡ, улар икеһе лә йәшләй үк Израилгә күсеп китте. Ундағы эш хаҡына фатир алыу мөмкинлеге минеке менән сағыштырырлыҡ та түгел. Өлкән улым, мәҫәлән, заводта сифат инженеры булып эшләй, айлыҡ хеҙмәт хаҡы – 2 800 доллар, бөгөнгө курс менән 224 мең һумға тиң. Бындай осраҡта улар ниндәй ярҙамға мохтаж булһын?!
– Белмәгән-күрмәгән сит илгә барып, яңы тормош башлауы һис тә анһат булмағандыр инде...
– Ә бының өсөн иң уңайлы ил – Израиль. Яңы күсеп килгән йәһүдкә унда беренсе көндә үк дәүләт иҫәбенә матди ярҙам күрһәтелә. Был аҡсаға алты ай буйы ҡуртымға фатир алып торорға, ашарға-эсергә, иврит теле курсында уҡырға, күңелеңә ятышлы эш эҙләп тирә-яҡтағы ҡалаларға барып йөрөргә мөмкин. Унда ла беҙҙәге һымаҡ эшкә урынлаштырыу бюролары бар, яңы килеүселәр менән улар тығыҙ бәйләнештә эшләй, кәрәк булһа, икенсе һөнәргә лә өйрәтә. Былар барыһы ла, ҡабатлайым, дәүләт иҫәбенә башҡа­рыла.
– Ә үҙегеҙҙең Израилдә булғанығыҙ бармы?
– Ишеткәнемде түгел, үҙ күҙҙәрем менән күргәнемде һөйләйем дә инде. 2014 йылда мин һигеҙ ай ошо илдә дауаландым. Атайым да, әсәйем дә йәһүд булғас, улдарыма миңә унан саҡырыу юллауы ҡыйын булманы. Барыу-ҡайтыу, йәшәү һәм дауаланыу – барыһы ла бушлай! Йәғни Израиль дәү­ләте иҫәбенә. Беҙҙең аҡсаға иҫәпләгәндә, айына 70 мең һум пособие түләп торҙолар. Клиникала дауаланыуға, уның эргәһендә фатирҙы ҡуртымға алыуға, ашау-эсеүгә шуның 40 мең һумы китеп торҙо. Шуға күрә байтаҡ аҡсаны арттырып та алып ҡайттым әле.
– Улдарығыҙ һымаҡ, был илгә бөтөнләйгә күсеп килеү теләге тыуманымы?
– Юҡ. Унда булғанда күрҙем инде: бөтөнләй икенсе мөхит, башҡаса менталитет, бер кем урыҫса һөйләшмәй, хатта Рәсәйҙән күсеп барғандар менән дә аралашып китеүе еңел түгел. Улымдың ғаилә ағзалары иртәнге сәғәт 6-ла эшкә сығып китә, киске 11-ҙә генә ҡайтып инә, аралашырға ваҡыт та ҡалмай. Хәйер, эш унда ғына ла түгелдер, иң мөһиме – 70 йәште артылғас, барыһын да яңынан башлау мөмкин түгел. Ә бына балаларым, күптән инде Канадала йәшәгән бер туған апайым, 20 йыл элек Австралияға киткән ағайым өсөн яңы тормошҡа күнегеү – әллә ҡасан уҡ үтелгән осор.
– Наум Михайлович, үҙемде ҡыҙыҡ­һындырған тағы бер һорауҙы бирмәй булдыра алмайым: тыуған ерҙе мәңгегә ташлап киткәс, артабан һағыныу, ерһе­неү хистәре борсомаймы икән? Яңы урынды үҙ Ватаның итеп ҡабул итеү ситен булалыр бит?
– Тыуған ил төшөнсәһен мин шартлы рәүештә ҡабул итәм. Үҙем тыуып үҫкән Житомир яҡтары ҡайһы саҡ иҫкә төшә-төшөүен, ләкин унда хәҙер туған-тыумасам ғына түгел, класташтарым да юҡ – Европаға күсеп китеп бөткәндәр. Украиналағы фәҡирлеккә түҙеп йәшәп булмай бит инде. Кеше теләгән урында йәшәй алырға хоҡуҡлы. Эйе, эйе, нимә әйтергә теләгәнегеҙҙе аңлайым – һәр кем үҙ Ватаны сәскә атһын өсөн тырышырға тейеш. Ләкин намыҫлы хеҙмәтең һәм һөнәри оҫталығың был илдә тейешенсә баһаланмай икән, аҙ һанлы йәһүдтәр ни эшләй ала? Дөрөҫ, лайыҡлы баһа бирә алған ергә китә. Ошондай дәүләтте төҙөп була икәнен улар Израиль миҫалында күрһәтте бит инде. Яҡын Көнсығыштан Европаға ағылған ҡасаҡтарҙы ғына алайыҡ: теле һәм дине буйынса ғына түгел, ә йәшәү рәүеше лә бөтөнләй башҡа булған Германияға ынтылалар. Һәм, әлбиттә, улар ғәрәп илдәренә кире ҡайтмаясаҡ. Балалары һәм ейәндәре иһә был тарафты бөтөнләй онотасаҡ. Йәки тарихтан “Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе” исеме менән аталған дәүерҙе иҫкә төшөрәйек: тотош милләттәр икенсе ҡитғаларға күскән! Урын кешене түгел, ә кеше урынды биҙәй.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН әңгәмәләште.




Вернуться назад