Минең менән һөйләш әле, власть...25.05.2016
Кисә Өфөлә Конгресс-холда Башҡортостандың III Граждандар форумы асылды. Ул “Йәмғиәт һәм власть: төбәкте үҫтереүҙә бергәләп ҡатнашыу механизмдары” тигән исем менән уҙа.


Бындай форум төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләре буйынса йәмғиәт, эшҡыуарлыҡ һәм власть араһында фекер алышыу майҙансығы булып тора. Әлеге сара социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыуҙы, иң яҡшы социаль ғәмәлдәрҙең исем туйҙарын үткәреүҙе, коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкилдәре өсөн өҫтәмә белем биреү һәм тәжрибә уртаҡлашыуҙы күҙ уңында тота. Пленар улытырыштарҙа, әңгәмә майҙансыҡтарында гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү стратегияһы буйынса тәҡдимдәр еткереләсәк.
Форумдағы төп темаларҙың береһе – социаль хеҙмәтләндереү даирәһен өлөшләтә дәүләт ҡарамағынан айырыу һәм халыҡты социаль хеҙмәт күрһәтеү өлкәләренә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы киңерәк йәлеп итеү.
Граждандар йәмғиәтенең бөгөнгө хәле нисек? Уны үҫтереү юлдары ниндәй сараларға ҡайтып ҡала һәм йоғонтоһо булырмы? Ошо хаҡта гәзитебеҙҙең алдағы һандарының береһендә уҡығыҙ.




Вернуться назад