“СПИД-ты туҡтат!”25.05.2016
Яңыраҡ ошо исемдә Башҡортостанда һәм Өфөлә уҡыусылар өсөн күләмле онлайн-квест үтте. Х-XI класс уҡыусылары уйын ярҙамында онлайн-маршруттар үтеп, ВИЧ һәм СПИД хаҡында мәғлүмәт алды.
Сараны СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге үткәрҙе. Унда Өфөнөң Калинин, Орджоникидзе, Дим һәм Ленин райондары, шулай уҡ Күмертау, Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Сибай һәм Белорет ҡалаһы йәлеп ителде.
Квест билдәле бер маршрут буйынса төрлө һорауҙарҙы, ребустарҙы үҙ эсенә алды. Ул шарттар менән танышыу, теркәлеү, ВИЧ һәм СПИД-ты иҫкәртеү темаһына һүрәттәрҙән һәм һорауҙарҙан төҙөлгән онлайн-уйында ҡатнашыу кеүек этаптарҙан торҙо. Квесты үткәндән һуң һәр ҡатнашыусы уйын барышында үҙләштергәндәре хаҡында бәләкәй генә эссе яҙҙы. Сара йомғаҡтары буйынса 100 еңеүсе билдәләнде, уларға бүләктәр тапшырылды.
Бөгөн компьютер уйын технологиялары йәштәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шуға күрә СПИД-ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге белемде камиллашты­рыуҙың тап ошондай алымын файҙа­ланырға ҡарар итте.



Вернуться назад