Бурысыңды түләмәһәң…25.05.2016
Республикала халыҡтың тәбиғи газ өсөн түләү ваҡыты үткән дөйөм дебитор бурысы 515 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.
Түләүҙең артабан да артыуына юл ҡуймау маҡсатында газ хеҙмәткәрҙәре йылытыу миҙгеле тамамланғас айырыуса ҙур бурысы булған фатирҙарға газ бүлеүҙе туҡтатыу сараһын күрә. Графикка ярашлы, майҙа бындай сараны 1 477 абонентҡа ҡарата ҡулланыу ихтималлығы бар.
Газ бүлеүҙе сикләү – мәжбүри алым. Тәьмин итеүсе компания дебитор бурысын бөтөрөү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарҙы. Бурыслыларға иҫкәрмә ҡағыҙҙары, квитанцияларҙа дәғүә яҙмалары ебәрелде, телефон аша шылтыратыуҙар, смс-хәбәр, газды туҡтатыу тураһында белдереүҙәр булды.
– Алдыбыҙға абоненттарға хеҙмәт күрһәтеүҙе туҡтатыу бурысын ҡуймайбыҙ. Киреһенсә, клиенттарға яғыулыҡты тулы күләмдә бүлергә теләйбеҙ, – тип хәлгә аңлатма бирә “Газпром межрегионгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Рәмил Яфаев. – Башта белгестәребеҙ бурыслы кешегә иҫкәрмә ҡағыҙы ебәрә, уның менән һөйләшеп, хеҙмәт өсөн түләмәүҙең сәбәбен асыҡлай. Тормошта төрлөсә була, мәҫәлән, матди хәл насарайған, ғаилә башлығы вафат булған… Клиенттарыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Айырым осраҡтарҙа түләүҙең ваҡытын кисектерәбеҙ. Ләкин бер шарт бар: хаҡты ул ваҡытында индерергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр беҙҙең тырышлыҡты аңлап етмәй, йыш ҡына бәйләнешкә сыҡмай.
Әйткәндәй, Рәсәй Торлаҡ кодексының 159-сы статьяһына ярашлы, ҡулланыусылар торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Ул матди хәле насар булған кешеләргә бирелә, ләкин уларҙың бурысы булмаҫҡа тейеш. Былтыр республикала 50 меңдән ашыу ғаилә ошо дәүләт ярҙамынан файҙаланған.
БЕЛЕШМӘ
Торлаҡ кодексының 159-сы статьяһына, 2015 йылдың 3 ноябрендәге “Энергия сығанаҡтарын ҡулланыусыларҙың түләү тәртибен нығытыуға бәйле Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 307-се Федераль законға ярашлы, бүленгән газ өсөн хаҡты ваҡытында түләмәгән өсөн граждандарға
=Түләүҙе 31 көндән 90 көнгә тиклем тотҡарлаған осраҡта Үҙәк банктың рефинанслау ставкаһының 1/300, 90 көндән күберәк ваҡытҡа 1/130 күләмендә пеня иҫәпләнә.
=Бурысты тулыһынса түләгәнгә тиклем газ тәьминәте туҡтатыла. Газды туҡтатыу һәм ҡайтанан бүлә башлау эштәре абонент иҫәбенә башҡарыла.
=Бурысты суд тәртибендә түләтеү (суд сығымын ҡаплап).
Граждан суд ҡарарын үтәмәһә, суд приставтары билдәләнгән тәртиптә мөлкәтте ҡулға ала, уны мәжбүри һата, был кешенең сит илгә сығыуын тыя ала.