Ҡартлыҡты шатлыҡлы итер өсөн...25.05.2016
Контроль-иҫәп палатаһы төбәк контроль органдары менән берлектә мохтажлыҡ кисергән өлкән йәштәге кешеләргә социаль ярҙам күрһәтеү эшен тикшерә. Был сара март айында башланып, авгусҡа тиклем дауам итәсәк.


Тикшереү барышында түләүле хеҙ­мәттәргә айырым иғтибар бирелә, сөнки күп кенә кешенең уларҙың ҡайһы бер төрөнән файҙаланыу мөмкинлеге юҡ. Бөгөн ҡарт кеше социаль хеҙмәткәргә 30 – 100 һум аҡса түләп, фатирын йыйыштырттыра, аҙыҡ-түлек, матбуғат баҫмала­рын килтертә ала. Уларҙы шулай уҡ йыуындырырға, кейем-һалымын алмаш­тырырға, инъекция, массаж эшләргә мөмкин. Хатта китап уҡырға ла була – 30 минут уҡыу 50 һумға төшә.
Социаль ярҙам күрһәтеү буйынса хаҡтар бөтә төбәктәрҙә лә бер төрлө түгел. Ә инде социаль хеҙмәткәрҙәргә, шәфҡәт туташтарына, водителдәргә, тегенселәргә, парикмахерҙарға эш хаҡын дәүләт билдәләй. Был аҡса тәғәйен еренә барып етеү-етмәүен аудиторҙар асыҡлай. Һуңынан тикшереү һөҙөмтәләре Рәсәй Президентына ебәреләсәк.
Йортта һәм стационар учреждение­ларҙа социаль ярҙам күрһәтеү хаҡтары араһында айырма шаҡтай. Өйҙә ярҙам күрһәтеүгә бер кешегә йылына 26 мең һум сарыф ителһә, стационарҙарҙа 193 мең һум, йәғни 7,4 тапҡырға күберәк тотонола. Тимәк, контролерҙар өлкән йәштәгеләрҙе өйҙәрендә хеҙмәтләндереү буйынса стационар учреждениеларҙы алыштырырлыҡ шарттар булдырыу юлын эҙләргә бурыслы. Ҡарттар йорттарына сираттың арта барыуы ла быны талап итә: әле 16 мең самаһы өлкән кеше яҙмышының хәл ителеүен көтә. Әйтергә кәрәк, дәүләт ярҙамына мохтаждарҙың һаны бер йыл эсендә 1 миллион кешегә артҡан. Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, 2018 йылда тағы ла 24 процентҡа үҫәсәк.
Ләкин социаль хеҙмәткәрҙәр иңенә төшкән йөк тураһында ла оноторға ярамай. Мәҫәлән, өлкәлә барған ҡулайлаш­тырыу һөҙөмтәһендә учреждениеларҙың һәм уларҙа эшләүселәрҙең һаны бай­таҡҡа кәмене. 2013 йылда бер социаль хеҙмәткәргә өлкән йәштәге һигеҙ кеше тура килһә, 2018 йылда 10 кеше буласаҡ.
Дөйөм алғанда, бөгөн илебеҙҙә 15,8 миллион кешегә ошондай ярҙам күр­һәтелә. Ҡарттарҙан һәм инвалидтарҙан тыш, күп балалы ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән сирле кешеләр социаль хеҙмәткәрҙәргә мөрәжәғәт итә. Социаль хеҙмәтлән­дереүҙең төп йүнәлештәренең береһе – өлкән кешегә үҙе күнеккән көнкүреш шарттарын булдырыу. Ябай ғына әйткәндә, үтә мохтажлыҡ кисергән кеше генә стационар учреждениеға ебәрелә. Мәҫәлән, даими тәрбиә талап ителеп, өйҙә быға мөмкинлек булмаған осраҡта.
Шулай уҡ төрлө йәмәғәт һәм коммерция ойошмалары социаль ярҙам күрһә­теүгә йәлеп ителә, ҡайһы бер төбәктәрҙә “ҡарттарҙы ҡарауға алған ғаилә” проекты бойомға ашырыла. Өлкән кешенең ғаилә мөхитендә йәшәүе айырыуса мөһим.
Ғөмүмән, өлкән йәштәгеләр яңғыҙлыҡ һәм кәрәкһеҙлек упҡынына ташланмаһын өсөн дәүләт төрлө алымдар ҡуллана. Әлбиттә, ҡартлыҡ бер кемде лә урап үтмәй. Иң мөһиме – бер-беребеҙгә ихтирамлы һәм иғтибарлы мөнәсәбәт булһын.




Вернуться назад