Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова “Таҙа ҡала” компаниялар төркөмөнөң “Башҡортостан Республикаһы экологияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән икенсе сеймалды йыйыу буйынса “Эко-саҡырыу” хәйриә экологик акцияһында ҡатнашыусы сертификатын алды.
Акцияның төп маҡсаты – тирә-яҡ мөхиттең бысраныуына, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү мәсьәләләренә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү. “Эко-саҡырыу”ҙы ҡабул иткән кеше 27 майҙан 27 июнгә тиклем кәмендә 500 килограмм икенсе сеймал (ҡатырға, гәзит, китап, архив, офис ҡағыҙы, ПЭТ-шешәләр) йыйып тапшырырға тейеш. Сара барышында тупланған аҡса “Балаларыбыҙ” хәйриә фондына күсерелеп, ҡаты сирлеләрҙе дауалауға тотоноласаҡ.
БДУ-ның Хоҡуҡ институтындағы Руфина Шаһапова етәкселек иткән Юридик клиника былтыр ҙа акцияла әүҙем ҡатнашҡайны.
Йүнселдәрҙе нимә ҡыҙыҡһындыра?Ошо көндәрҙә республикала Эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә. Кисә Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында “Башҡортостан Республикаһындағы Вәкил тарафынан эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау мәсьәләләре” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.
Бизнес-омбудсмен Рафаил Ғибәҙуллин бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың көнүҙәк проблемалары буйынса фекер алышыу уҙғарҙы. Унда эшлекле даирәләр, контроль-күҙәтеү, хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Эш төркөмдәре ултырышында дәүләт һәм муниципаль органдарҙың йүнселдәр менән хеҙмәттәшлегендә административ кәртәләрҙе юҡ итеү, бәхәстәрҙе судта һәм уға тиклем яйға һалыу, стационар булмаған сауҙа объекттарын урынлаштырыу, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, кадастр баһаһы мәсьәләләре тикшерелде.
Халыҡты ҡабул итеүИртәгә 15 сәғәт 30 минуттан 17 сәғәт 30 минутҡа тиклем Иглин районы хакимиәте бинаһында (Ленин урамы, 58, тамаша залы) Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Мөьмин улы Латипов граждандарҙы ҡабул итә.
Кит бынан, серәкәй…Баш ҡалалағы махсус ойошмалар бөжәктәрҙең юғары әүҙемлек күрһәтеүенә әҙер булмай сыҡты. Йәшәйеште тәьмин итеү хеҙмәте план һәм графикка ярашлы түгел, ә хәлгә ҡарап эшләргә тейеш. Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә һүҙ ошо турала барҙы.
“Роспотребнадзор”ҙың республика идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина әйтеүенсә, серәкәйҙәрҙең быйыл айырыуса күп булыуына көслө ташҡын сәбәпсе. “Республика дезинфекция үҙәге эшкәртеү алып бара, әммә, күренеүенсә, бындай ғәмәлдәр быйыл бер аҙ һуңға ҡалған”, – тине ул.
Әйткәндәй, ҡалалағы серәкәйҙәр малярия һәм башҡа төрлө сир тарата тип хәүефләнергә нигеҙ юҡ. Эшкәртеү саралары ла кеше һәм хайуандар өсөн зарарһыҙ.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.