Китаптар менән алмашабыҙ25.05.2016
Өфө йәмәғәтселектең иғтибарын әҙә­биәткә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән “Уҡы, ил!” Бөтә Рәсәй акцияһын хуплап сыҡты. Сара 27 майҙа, Китапханалар көнөндә уҙғарыла.

Был көндә сәғәт 3-тә өфөләрҙе Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана алдындағы майҙанға саҡыралар. Унда буккроссинг станцияһы эшләйәсәк. Теләге булған һәр кем китап ҡалдырыу, күңеленә ятышлыһын һайлап алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Сараны ойоштороусылар буккрос­сингтың асылын аңлатты. Кеше китапты уҡығас, уны ниндәй ҙә булһа йәмәғәт урынында, мәҫәлән, парктағы эскәмйәлә, ҡалдыра. Артабан китапты икенсе кеше табып уҡый һәм уны башҡа ерҙә ҡалдыра.
Әлегә акция барышында әҙәби квест ойоштороласаҡ. Үҙ командаһын төҙөргә теләгәндәр теркәлергә тейеш. Ғаризаларҙы түбәндәге адрес буйынса ебәрә алаһығыҙ: [email protected].
Квеста еңеүселәргә сараны ойоштороу­сыларҙан бүләктәр, иҫтәлекле грамоталар тапшырыла.



Вернуться назад