Иҫәбенә күрә хисабы25.05.2016
Башҡортостанда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлек дауам итә. Мөһим сара 1 июлдә башлана.

“Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, апрель-май айҙарында респуб­ликаға 20 тоннаға яҡын документ ебә­релгән. Бында иҫәп ҡағыҙҙарын һәм уларға ҡушымталарҙы иҫәпкә алып, ун бланк формаһы хаҡында һүҙ бара. Йәмғеһе 4,5 миллион дананан ашыу документ килеп сыға. Бланктар бер-береһенән төҫө, биҙәлеше менән айырыла. 2006 йылғы иҫәп алыу менән сағыштырғанда, ҡағыҙҙар тиражы бер аҙ кәмегән. Тәү сиратта был мәғлүмәт йыйыуҙа өр-яңы технологияларҙы файҙаланыуға бәйле.
Шәхси хужалыҡ алып барыусыларҙың яртыһы тиерлек тапшырған мәғлүмәттәр шунда уҡ планшет компьютерҙарына индерелә. Һөҙөмтәлә һорау биреү ваҡыты ла ҡыҫҡарасаҡ, йыйылған мәғлүмәттең сифаты ла яҡшырасаҡ. Әле “Башҡортостан­стат”ҡа махсус программалар ҡуйылған 736 планшет компьютеры тапшырылған. Республиканың бөтә ҡала, райондарына агитация өсөн тәғәйенләнгән плакаттар ебәрелгән.
1 июлдән 15 авгусҡа тиклем респуб­ликабыҙҙа 1,2 миллион объект иҫәпкә алы­нырға тейеш. Уның йомғаҡтары һөҙөм­тәһендә ауыл хужалығын үҫтереү буйынса программалар төҙөләсәк, иҡтисади йоғонто саралары тормошҡа ашырыласаҡ, ауыл хужалығы етештереүенең һөҙөмтәлелеген арттырыу йүнәлештәре билдәләнәсәк, дәүләт ярҙамының өр-яңы алымдары, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге сәйәсәтен камиллаштырыу юлдары күҙалланасаҡ.




Вернуться назад