Газды кем урлаған?25.05.2016
Күптән түгел Өфө районында газ конденсаты ағып сыҡты. Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәбе – Сергеевка ауылы эргәһенән үткән газ магистраленә
тоташып, сеймал урлауҙа. Белгестәр торбаның быға тиклем нисек шартламағанына хайран ҡала. Әле ваҡиға урынында ҡотҡарыусылар,
экологтар эшләй. Улар алдында зарарланған ерҙе ситкә сығарыу бурысы тора.

Тәбиғәткә килтерелгән зыян кимәле әле тулыһынса асыҡланмаған. Енәйәтселәр урлап маташҡан газ конденсаты яҡынса 20 квадрат метр майҙанды бысратҡан, ләкин был әлегә тоҫмаллау ғына. Фаразланыуынса, сеймалды уларҙың яғыулыҡ эшләү өсөн ҡулланыуы ихтимал.
Законһыҙ рәүештә байырға теләүселәр магистралдән газ конденсатын урлар өсөн пластмасса торбалар ҡулланған. Белгестәр аңлатыуынса, шлангтар магистралдәге юғары баҫымға түҙмәй ярыла, ә газ конденсаты ергә ағып сыға. Ғәҙәттән тыш хәлде тәүгеләрҙән булып бында эшләгән урмансы күреп ҡала, полицияға ла ул хәбәр итә. Лаборатор тикшереү Сергеевка һауаһында көкөрт водороды концентрацияһының рөхсәт ителгән күрһәткестән 7-12 тапҡырға артыҡ булыуын күрһәткән. Әммә кеше һаулығы өсөн бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс юҡ, ти экологтар.
Әлеге осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәҙәттән тыш хәл урынында экологик һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү эше дауам итә. Бында 33 берәмек техника һәм 94 кеше эшләй.



Вернуться назад