Көнбайыш технологияһына йәбешеп ятмаҫҡа25.05.2016
“ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр комплексында Рәсәй нефть, газ һәм химия форумы һәм “Газ. Нефть. Технологиялар-2016” тигән XXIV Халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә асылды. Мөһим сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Унда бөтәһе 12 илдән һәм Рәсәйҙең 35 төбәгенән 400-ҙән ашыу алдынғы ватан һәм халыҡ-ара компанияларын күрергә мөмкин ине. “Транснефть” акционер компанияһы, “Башнефть” акционер нефть компанияһы, “Татнефть”, “Газпром нефтехим Салауат”, “Газпром трансгаз Өфө” һәм башҡа йәмғиәттәр – шуға асыҡ миҫал.
Рөстәм Зәки улы тармаҡты мәғлүмәтләш­тереүҙең мөһимлеген билдәләне, шулай уҡ “көнбайыш технологияһына йәбешеп ятыуҙан ҡотолорға кәрәк” тине.
Рәсәй Нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль белдереүенсә, Өфөләге күргәҙмә – импорттан азат була алыуҙың асыҡ миҫалы.
Форум дүрт көн дауам итәсәк. Пленар ултырыштан тыш, тағы секциялар эшләүе күҙҙә тотола, конференциялар, семинарҙар ойошто­роласаҡ, “түңәрәк өҫтәл”дә өлкәгә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тикшереләсәк.




Вернуться назад