Тоҡанбаш24.05.2016
Шулай тип атала Үтәймуллалағы иң гүзәл урындарҙың береһе һаналған шишмә. Ауыл тирәһендәге бик күп инеш араһында Тоҡанбаш – иң ҙуры һәм иң билдәлеһе. Ул төйәктең төньяҡ-көнсығышында сылтырап ағып ятҡан Сит йылға яғында.
Ошо йылға тыныс ҡына аҡҡан еренән Тоҡанбашҡа етер алдынан ҡапыл ғына төньяҡҡа борола һәм шишмәне яңғыҙ ҡалдыра. Әммә уныһы ла юғалып ҡалмай: асыуланыпмы, ғәрләнепме, һыуын урғылтып сығара башлай һәм, гүйә, уңышҡа сыға. Бормаланып аҡҡан йылға арҡанға оҡшаған. Шишмә башланған урын иһә арҡандың тоҡанын хәтерләтә, шуның өсөн дә Тоҡанбаш тип атағандар.
Ҡасандыр инеш һыуын бер метрға тиклем урғылта һәм тоҡанының диаметры өс метрға етә ине. Бәғзе кешеләрҙең тирә-яҡ мөхитҡә ҡарата битарафлығы был тәбиғәт мөғжизәһен юҡ итә яҙҙы. Шишмә янында үҫкән ерек, тал, өйәңке һәм башҡа ағас-ҡыуаҡтар күптән юҡ инде. Ә бөрлөгән, ҡомалаҡ, муйыл, ҡайын һәм ер еләге, шулай уҡ был тирәлә элек күпләп үҫкән башҡа еләк-емеш тураһында әйтһәң, йәштәр ышанмай, сөнки бөгөн бында бер ни ҙә үҫмәй.
Ҡарауыл тауы
Был тау Үтәймулла ауылының төньяғындағы ҡуйы имәнлек эсендә урынлашҡан һәм йыраҡтан күренеп тора. Ул диңгеҙ кимәленән 330 метр бейеклектә, тирә-яҡта иң бейеге һанала.
Тауға юлланғанда тәүҙә урман эсенән мөһабәт ағастарға һоҡланып бараһың, бәләкәй күлдәрҙе урап үтәһең, шунан ҡапыл 35 – 40 метр бейеклегендәге бик текә ҡаяға барып төртөләһең. Ул тәрән соҡор эсенән килеп сыға ла һауаға олғаша, төбөндә – мәмерйә. Эсенә инеп булмай, ә элегерәк шуҡ малайҙар уға ҡайҙандыр кереп юғала торғайны.
Ағастарға тотона-тотона, ҡыйынлыҡ менән тау башына менгәс, күҙ алдында иҫ китерлек матур тамаша хасил була: яҡын-тирәләге ауылдар, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, баҫыуҙар, ус төбөндәге кеүек күренә. Түбәлә матур ғына түңәрәк ялан, уның ситендә күптән эшләнгән ултырғыс-өҫтәлдәрҙең урыны бар, сөнки элек Үтәймулла ауылының халҡы 1 Май байрамын һәр йыл ошо тау башында үткәрә ине. ХХ быуаттың иҫтәлеге булып ошо өҫтәл-ултырғыстарҙың урыны, ағастарҙағы бәке менән сыйылған яҙыуҙар ғына ҡалған...
Ҡарауыл атамаһының килеп сығыу тарихы бик ябай: тау быуаттар буйы һаҡсы, ҡарауылсы ролен үтәгән. Был турала “Ағиҙел” журналында ла яҙылып сыҡҡайны. Ошо исемдәге һырттар Силәбе өлкәһендә Магнит тауы янында, беҙгә яҡынырағы – Белорет районында, Ҡырмыҫҡалының Ҡарлыман ауылы эргәһендә, ә көнбайыш яҡтан Татарстанға тиклем теҙелеп киткән. Был тауҙар теҙмәһе, һаҡсы булыуҙан тыш, элемтәсе ролен дә үтәгән. Дошман яу менән килһә, ҡара төтөн сыҡҡан, шатлыҡлы хәбәрҙе иһә ағы аңғартҡан. Шулай итеп, меңәр саҡрым алыҫтағылар ҙа мәғлүмәтте тиҙ генә белә алған.