“Күләш”тәге күңел йылыһын тойоп...24.05.2016
“Күләш”тәге күңел йылыһын тойоп... Башҡортостандың айырыуса һаҡланған биләмәләр буйынса дирекцияһының Кушнаренко районындағы “Күләш” ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәгенә хайуандарҙы иреккә сығарғанда саҡыралар. Үҙенә күрә матур йола был. Уны күрер өсөн бар эштәргә ҡул һелтәнек тә “УАЗик”та юлға сыҡтыҡ. Кушнаренкоға етәрәк боролғас, утыҙ саҡрым самаһы юлһыҙ ерҙән барырға кәрәк. “Был араны ҡайһы саҡ көнөнә ике үтергә тура килә. Ямғыр яуһа, еңел машина менән йырып сыҡҡыһыҙ”, — тип аңлатты дирекцияһының генераль директоры урынбаҫары Марат Биктимеров. Юлһыҙлыҡтың сәбәбе лә ябай икән: йәнлектәрҙе мөмкин тиклем кеше күҙенән һаҡлау.


“Күләш”тә төрлө сәбәп буйынса инәһенән айырылған бәләкәй йән­лектәргә лә, имгәнгән хайуандарға ла ярҙам итәләр. Улар бында республиканың төрлө тарафынан килтерелә.
Әлеге сәфәребеҙҙең сәбәбе лә ҡыҙыҡлы: ике йыл элек тәрбиәгә алып киленгән мышы балаһы Зинаны иреккә сығарыу. Уны бында Йылайыр районынан килтергәндәр. Мышы балаһының алғы аяғының быуыны сыҡҡан булған. Уның башҡаларҙан ниндәй сәбәп менән айырылыуы билдәһеҙ, бәлки, әсәһе аҡһаҡ балаһын үҙе ҡалдырып киткәндер. Хәҙер был һорауға аныҡ ҡына яуап юҡ.
“Күләш”тәге күңел йылыһын тойоп...Зина ҙур, матур мышыға әйләнгән. Иң яратҡан аҙығы – Ҡырмыҫҡалы икмәге. Башҡаны үҙ итмәй. Ҡулға эйәләшкән малға урманда ҡыйынға тура килер инде. Шулай ҙа иректә йәшәүгә ни етә! Вольерҙың ҡап­ҡаһы асылыу менән Зина эргәләге ҡыуаҡ­лыҡҡа ташланды. Ләззәтләнеп ағастан япраҡ өҙөп ашаны. Урманға инеп юғалыр инде, тип тулҡынланыбыраҡ өнһөҙ күҙәтә­беҙ. Ә Зинаның планы икенсерәк булып сыҡты: кире әйләнеп, үҙен тәрбиәләгән Филүзә апай эргәһенә килде. Муйынын тырнағанды ярата ул. Бер аҙ иркәләнеп алды. Өйрәнгәнсе алыҫҡа юлланмаҫ инде, тип фаразланы белгестәр. Ысынлап та, шулай булып сыҡты: иртәгәһенә шылтыратып һорашҡанда ла Зина йорт янынан китмәгәйне.
Йәнлектәрҙе ҡараусы Филүзә менән Роберт Әҙиевтәр мышы өсөн борсолоуын йәшермәй.
– Әлбиттә, хайуандарға ҡырҙа рәхәтерәк. Шулай ҙа борсолабыҙ. Ҡулға ныҡ эйәләшкәйне. Әле урманда аҙыҡ күп, моғайын, өйрәнеп китер, – ти Роберт ағай.
Стационарҙың исеме “Күләш” ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәге” тип күптән түгел генә рәсмиләштерелһә лә, үҙәктә бәләгә тарыған хайуандарҙы дауалау менән тиҫтә йылдан ашыу шөғөлләнәләр. Әҙиевтәр, робинзондар ише, бында дүрт йылдан ашыу йәшәй. Ауылда эш булмағас, оҙаҡ уйлап тормайынса ризалашҡандар. Әлбиттә, бында көн итеүҙең ыңғай ҙа, кире лә яҡтары бар. Саф һауа, эргәлә генә балығы мыжғып торған күл, көн һайын биләмәләрҙе һыбай урап сығаһың, йәнлектәрҙе ашатаһың. Йорт эргәһендә уңған хужабикә ҙур баҡса ла үҫтерә.
Ғаилә бында эш башлағанда, Күләшкә бер тапҡыр юл төшкәйне. Ул саҡта ирле-ҡатынлы электр уты юҡлығына зарлан­ғайны. Ысынлап та, был иң ауыр, бәкәлгә һуҡҡан мәсьәлә булғандыр, сөнки тәү сиратта аҙыҡ-түлек оҙаҡ һаҡланмай. Ә ураған һайын магазинға йөрөү мөмкин түгел.
Ул саҡта радио менән телевизор ҙа юҡ ине. Былтыр иһә бағыусылар ҡояш батареяһы алырға ярҙам иткән. Һөҙөмтәлә утта өҙөклөк юҡ. Һыуытҡыс та алып ултыртҡан Әҙиевтәр. Был үҙ сиратында иркенләп мал-тыуар көтөү мөмкинлеген биргән. Минең айырыуса йорт ҡуяндарына күҙем ҡыҙҙы. Уларҙы хужалар иреккә сығарып ебәргән. Аҙыҡ – аяҡ аҫтында, һыу эсер өсөн күл буйына төшәләр. Тәүҙә ҡуяндар күҙгә салынмағайны. Күл буйына төшәм тип уҡталғайным, ҡояшта ҡыҙынған ҡуян балаларын ҡурҡытҡанмын. Өйөрө менән тыптырлап ҡыуаҡ араһына сабып инеп киттеләр. Иллеләгән ҡуян балаһы! Бына ҡайҙа хөрриәт уларға!
“Күләш”тәге күңел йылыһын тойоп...– Ҡуяндар үрсене. Хәҙер уларҙың иҫәбе-һанын да белмәйбеҙ, – тине хужалар. – Яҡындағы урманға төлкө эйәләште. Көн һайын бер ҡуянды сәлдерә.
Үҙәктә 13-кә яҡын ҡырғауыл тоталар. Бер нисә йыл элек уларҙың йомортҡаһын махсус инкубаторға тапшыра инеләр. Хәҙер иһә ҡырғауылдар үҙҙәре баҫа.
Былтыр йорт алдындағы вольерҙа ике ҡоралай йөрөй ине. Уларҙың береһе – ике йәшлек Мэм. Уны Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылынан егерь килтерә. Ҡоралайҙың бер аяғы һынған була. Ҡотҡарыусыһының һарайында айҙан ашыу торғандан һуң, уны үҙәккә алып киләләр. Тәүҙәрәк кешеләрҙән ҡурҡһа ла, өркмәй, хатта үҙен һыйпата ине. Һуңынан Мэмға күрше алып киләләр. Олежка ҡушаматлы был ҡоралайҙы Ишембай районының Верхотор ауылы тапҡырындараҡ Василий Нилов исемле кеше табып ала. Малҡайҙы машина төкөп, янбаш һөйәген һындырған була. Олежка бер йылдан ашыу Василийҙың ихатаһында йәшәп, кешегә эйәләшә. Аяғы дөрөҫ уңалмау сәбәпле ғүмерлеккә сатан ҡала.
“Күләш”тәге күңел йылыһын тойоп...Шулай итеп, был ике ҡоралай төрлө фажиғә арҡаһында бер ғаилә булып киткәйне. Былтыр уларҙы иреккә сығарырға батырсылыҡ иткәндәр. Быйыл ҡоралайҙарҙың ғаиләһе ишәйгән. Тимәк, белгестәр маҡсатына өлгәшкән.
Башҡортостандағы ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыусы берҙән-бер үҙәктән бихисап хайуан иреккә сығарылған. Аҡҡоштар, ҡоралай­ҙар, мышылар, ҡабандар аяҡҡа баҫтырылған. Быйыл ғына, ҡыштың йылы булыуы сәбәплеме, әллә браконьерҙар менән көрәш һөҙөмтә бирә башлағанмы, яра­ланған малҡайҙар аҙ булған.
...Көн кискә ауыша башлағас, Күләштә серәкәй күбәйҙе. “Беҙҙең “мессершмиттар” осоуға сыҡты”, – тип шаяртты Роберт ағай. Беҙ иһә таланмаҫ борон ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Машинала тын. Һәр кем үҙ уйына батҡан. Мин иһә Зинаның яҙмышын уйлап хафаландым. Белгестәр уның урманға тиҙ эйәләшеп китерен, ошо ерҙе төйәк иткән мышыларға ҡушылырын фаразлай. Икенсе йыл үҙе әсәй буласаҡ, тиҙәр. Иректә һунарсы мылтығының сәбенә эләкмәһә генә ярар ине Зина…







Вернуться назад