Бәләкәй эшҡыуарлыҡты хәстәрләп24.05.2016
Башҡортостан бәләкәй ҡалаларҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 94 миллион һум аҡса алды.

Был сумма Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы үткәргән конкурс йомғаҡтары буйынса федераль ҡаҙнанан йүнселлекте үҫтереүгә бүленде. Төп конкурста Башҡортостан ведомствоһы 164,1 миллион һум алыуға өлгәшкәйне. Бынан тыш, өҫтәмә аҡсаның бүленеүе лә ихтимал ине. Ҡайһы бер төбәктәр тейешле ғариза бирмәгәнгә күрә, фондта ҡалған 257 миллион һумды бәләкәй ҡалаларға йүнәлтергә ҡарар иттеләр. Шулай итеп, 94 миллион һум Белорет, Бәләбәй, Благовещен, Күмертау, Нефтекамала эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә тотоноласаҡ.

Йүнселгә сәм өҫтәр


Быйыл Рәсәйҙә ғаилә малсылыҡ фермаларына грант ярҙамы күләме 13 процентҡа, былтырғы күрһәткес менән сағыштырғанда 3,5 миллиард һумға тиклем артасаҡ.

Илдең 74 төбәге менән грант ярҙамы күрһәтеүгә килешеүҙәр төҙөлгән. Ошо субъекттарҙағы 466 ғаилә малсылыҡ фермаһына кире ҡайтарылмай торған нигеҙҙә субсидия бирелә. Мәғлүм булыуынса, күптән түгел Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында “Яңы эш башлаған фермер” һәм “Ғаилә малсылыҡ фермалары” программалары буйынса үткәрелгән конкурста еңеүселәргә сертификаттар тапшырылды.
Ике программа буйынса бүленгән 302 миллион һум үҙ эшен асҡан 114 фермер һәм 34 ғаилә малсылыҡ фермаһы башлығы араһында бүленде. Ауыл хужалығындағы ит һәм һөт кеүек төп йүнәлештәрҙән тыш, балыҡсылыҡ, емеш-еләк үҫтереү, питомник асыу проекттары ла грант алды.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.



Вернуться назад