Дөрөҫ файҙаланһаҡ...24.05.2016
Өфөлә баһалаусылар күсемһеҙ милеккә һәм ергә һалым һалыу өлкәһендәге үҙгәрештәрҙе тикшерҙе. Уларҙың ХХIV халыҡ-ара конференцияһы Башҡортостан Хөкүмәте һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте ярҙамында ойошторолдо.
Кадастр баһаһы системаһында тиҙҙән ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Дәүләт кадастр баһалаусылары институтын ғәмәлгә индереү һәм уларға кадастр хаҡын билдәләү вәкәләттәрен тапшырыу күҙаллана. Тап ошо кадастр хаҡы нигеҙендә мөлкәт һалымы иҫәпләнә. Бынан тыш, былтыр 1 марттан Рәсәй Ер кодексына яңылыҡтар индерелгәйне. Улар ергә хоҡуҡтың барлыҡҡа килеү, уны туҡтатыу, тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен көйләүгә, ер участкалары биреү тәртибен үҙгәртеүгә ҡағыла.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный әйтеүенсә, илдә һәм төбәктәрҙә эшҡыуарлыҡ, инвестиция шарттарын яҡшыртыу өсөн ер комплексын иҡтисади әйләнешкә индерергә кәрәк. Ер һәм унда урынлашҡан объекттарҙың килем килтереүе мөһим. Бөтә кимәлдәге бюджетты тулыландырыу йәһәтенән ҡуйылған бурыстарҙың уңышлы үтәлеше тап ошо эштең һөҙөмтәлелегенә бәйле буласаҡ.