Күп балалы ғаиләләргә – ер24.05.2016
Быйыл республикала күп балалы ғаиләләр өсөн 4800-гә яҡын ер участкаһы бүлеү ҡарала, тип хәбәр итте Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев.
Закон проектына ярашлы, ҡала халҡына ерҙең күрше муниципаль берәмектәрҙән бирелеүе ихтимал. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары – Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы, Баймаҡ районы – Сибай, Мәләүез районы Салауат ҡалаһындағы льготалылар өсөн ер бүләсәк. Баш ҡалаға иһә Благовещен һәм Кушнаренко райондарынан йөҙәр гектар биреү күҙаллана. Был биләмәләрҙә 8 – 12 сутыйлыҡ 2 меңгә яҡын участка булдырыу планлаштырыла. Нуғай һәм Йылҡыбай ҡасабалары эргәһендә тағы ла 78 участка бүленә.
– Йәшәү өсөн инфраструктураның булмауы ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Шуға күрә республика власы ауыл-ҡасабалар янында ер бүлергә, тиҙ арала инженерлыҡ селтәрҙәрен сафҡа индерергә тырыша, – тине министр.
Әле Өфөлә бушлай ер алырға теләк белдергән күп балалы 6182 ғаилә бар.