Шифаханалар дәүләт милкендә ҡала24.05.2016
Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев әйтеүенсә, Башҡортостан шифаханалары (ДУП-тар) дәүләт милке итеп хосусилаштырыласаҡ. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел ошондай ҡарар ҡабул иткәйне.
Дәүләт унитар предприятиеларын тулыһынса дәүләт ҡатнашлығында акционерлаштырыу менеджмент сифатын яҡшыртыу, предприятиеның баҙар хаҡын күтәреү мөмкинлеген бирәсәк.
– Йыл ярым самаһы корпоратив идара итеү ҡанундарын файҙаланып, сифат өҫтөндә эш алып барасаҡбыҙ. Һөҙөмтәлә табыш артасаҡ, активтар ярайһы уҡ капиталлаштырыласаҡ, – тине министр.
Танылыу яулай алмаған шифаханалар үҙгәртеп ойоштороласаҡ. Мәҫәлән, “Шәмсетдин күле” ял йорто (ике тапҡыр 20 миллион һумға сауҙалашыуға ҡуйылды, әммә һөҙөмтә булманы) икенсе унитар предприятиеға ҡушыла. “Талҡаҫ” шифаханаһы иһә туристик үҙәк булараҡ үҫтереләсәк. Евгений Гурьев әйтеүенсә, һәр предприятиеның уңышҡа өлгәшеү өсөн үҙ юлы бар.