Лифттар “биҙәнә”24.05.2016
Өфө йорттарындағы лифттарҙы фотообойҙар менән биҙәйҙәр. Баш ҡаланың Октябрь районындағы 64-се торлаҡ файҙаланыу идаралығы хеҙмәткәрҙәре ошо эшкә дәррәү тотондо.

Әле Сипайлово биҫтәһендә, атап әйткәндә, Баязит Бикбай һәм Юрий Гагарин урамдарындағы йорттарҙа йәшәүселәр лифт кабинаһында көҙгө урман йәки Санкт-Петербург ҡалаһы төшөрөлгән һүрәттәрҙе күреп һоҡлана.
Өфөнөң Октябрь районы хаки­миәтендә әйтеүҙәренсә, бындай ижади ҡараш күптәрҙең күңеленә хуш килгән. Торлаҡ файҙаланыу идаралығына бүтән йорттарҙағы лифттарҙы биҙәүҙе һорап мөрәжәғәт итәләр. Айырыуса балалы әсәләр ҡәнәғәт.
Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре яңыртылған лифттар көн һайын яҡшы кәйеф кенә бүләк итеп ҡалмаҫ, кабиналарҙа вандализм күренештәре лә кәмер тип ышана.




Вернуться назад