Һуған ниңә әсе?24.05.2016
Ниңә әллә кемде байытып ятам әле?! Телевизор-гәзит аша белмәй һөйләмәйҙәрҙер: үҙең сәсеп үҫтергәнгә етмәй – күпме аҡса янда ҡала, өҫтәүенә сифатлы. Һәр яҡлап отошло, тимәк. Етте, көндә ҡуллана торған һуғанды булһа ла үҙем сәсеп ашайым. Түтәл эшләрлек кенә ер бар, орлоҡ баҙар тулы. Тик… Эш тәмләп һөйләгәнсә тәмле генә түгел икән дә.

Киттем баҙар буйлап. Ниндәй генә орлоҡ юҡ, тик хаҡтары ғына бер сама: 220 – 250 һум. Ҡыйбатыраҡ түгелме һуң? Утҡа ҡуҙ өҫтәп, орлоғо янында һуғандың үҙен дә һаталар. Хаҡы ни бары 30 һум. Ваҡыты менән был “Үзбәкстан күстәнәсе”нең 20 һумға тиклем төшкәнен дә күргән бар. Тимәк, бер килограмм орлоҡ алғансы 10 килограмм һуған алам. Ҡыш буйына ашарға баштан ашҡан. Өҫтәүенә бил ҡалдырып утарға ла кәрәкмәй. Утау тигәндән, бер килограмм орлоҡтан 10 килограмм табыш алып буламы әле, юҡмы?
…Ауыл хужалығына, үҙ етештереүселә­ребеҙгә “йәшел ут” тоҡанды, тибеҙ. Тик тоноҡланмаҫмы ул? Әлеге осраҡта кем ота һуң: һуған сәсеүсеме, орлоҡ ташыусымы, әллә Үзбәкстанмы?





Вернуться назад