Аҡса бар. Эшләргә кәрәк24.05.2016
Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа субсидиялар бүлеү өсөн төбәктәрҙе конкурс буйынса һайлап алыуға йомғаҡ яһаны.

Йыл һайын үткәрелгән конкурс барышында Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы һәр төбәккә федераль субсидия лимитын билдәләй. Ағымдағы йыл­да республика өсөн ул 273,4 миллион һум тәшкил итәсәк. Шуларҙың 164,1 миллион һумы – Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, 109,3 миллионы Сәнәғәт һәм инно­вация сәйәсәте министрлығы өсөн ҡаралған. Республика Хөкүмәтенең мат­буғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кон­курс йомғаҡтарына ярашлы, Эшҡы­уарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт ко­митетының һигеҙ ғаризаһы ла хупланған.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.




Вернуться назад