Хәүефһеҙлеккә нисек өлгәшергә?24.05.2016
Мәләүез ҡалаһында “Йәмғиәт хәүефһеҙлеге: яңы идеялар һәм тәҡдимдәр” исемле фәнни-ғәмәли конференция үтте. Сарала Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән биш йөҙҙән ашыу йәмәғәт һәм дин эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Пленар ултырышта һәм төрлө темаға арналған секцияларҙа ҡатнашыусылар асылда бер һорауға яуап эҙләне: йәмғиәт хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы яңы идеялар һәм тәҡдимдәр нимәнән ғибәрәт? Фекер бер – Рәсәйҙең, шул иҫәптән Башҡортостандың хәүефһеҙлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған террорлыҡ һәм экстремизм.
– Рәсәй ише күп милләтле һәм төрлө конфессиялы илдә толерантлы үҙаң һәм тәртип булдырыу, экстремизмдың төрлө төрҙәрен иҫкәртеү ҙур әһәмиәткә эйә. Кире ҡағыу булмаһа, был яуыз көстөң дәүләтебеҙҙәге эске тотороҡлолоҡто ҡаҡшатыуы ихтимал, – тине Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы, философия фәндәре кандидаты Зөфәр Тимербулатов.
Конференцияла ҡатнашыусылар йәнә бер тапҡыр дәүләт менән дин вәкилдәре, шулай уҡ ижтимағи-сәйәси хәрәкәттәрҙең, төрлө конфессияларҙың, йәмәғәт ойошмаларының тығыҙ хеҙмәттәшлеген иғтибар үҙәгенә алды һәм киләсәктә лә асыҡ диалогка саҡырҙы. Йәмғиәт хәүефһеҙлегенең нигеҙен тотороҡло һәм асыҡ мөнәсәбәт кенә гарантиялай ала, ти белгестәр.