Хөрмәткә лайыҡ хеҙмәт24.05.2016
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республиканың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһынан киткән Салауат Харасовҡа күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Салауат Фәттәх улы ошо дәүләтселек институтын үҫтереү, уның абруйын, власть органдары системаһында әһәмиәтен арттырыу өсөн күп көс һалды, – тине ул. – Палатаның эш йөкмәткеһе ул килеү менән һиҙелерлек үҙгәрҙе. Салауат Фәттәх улы етәкселегендә ведомство йөкмәтелгән бурыстарҙы аныҡ үтәүсе юғары һөҙөмтәле дәүләтселек институтына әүерелде. Уның хеҙмәт алымдары ла, тотош асылы ла яңырҙы. Бюджет аҡсаһын файҙаланыу өлкәһендә контролде тормошҡа ашырған ойошманың эшмәкәрлегендә тап ошондай үҙенсәлектәрҙе күреүгә иҫәп тотабыҙ.