Студенттар өсөн яңы мөмкинлек24.05.2016
Башҡортостандың Конституция суды республикалағы төп юридик юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара эш итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

– Конституция юстицияһы ошо өлкәләге ғилми эшмәкәрлек менән тығыҙ бәйләнгән. Бының бер нисә сәбәбе бар. Беренсенән, ҡатмарлы мәсьәләләр ҡарала, икенсенән, юридик фән өлкәһендәге һуңғы ҡаҙаныштар менән бәйләнеш булдырыу шарт. Ҡарарҙарыбыҙҙа ла тап улар сағылыш табырға тейеш. Өсөнсөнән, Конституция суды сығарған теге йәки был хоҡуҡи позицияларҙы барыһына ла аңлашылырлыҡ итеп еткереү зарур. Бынан тыш, беҙ студенттарҙы, аспиранттарҙы, магистранттарҙы йәлеп итәбеҙ һәм араларынан иң-иңдәрҙе һайлап алабыҙ. Киләсәктә улар дәүләт власы органдарында, республикабыҙ судтарында эшләй алырға тейеш, – тине Конституция судының 20 йыллығына арналған тантаналы ултырышта уның рәйесе Зөфәр Йәнекәев.
Әйткәндәй, хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәр БДУ-ның Хоҡуҡ институты, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, ВЭГУ академияһы, республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән төҙөлдө.


Вернуться назад