Компьютерҙы ҡабыҙып, операциялар системаһын индергәндән һуң монитор экранында Эш өҫтәле барлыҡҡа килә. Өйрәнсектәр, төрлө компьютерҙа Эш өҫтәле төрлөсә, тип уйлай. График биҙәлеше яғынан улар бер-береһенән айырыла, әлбиттә. Ҡайһы берәүҙәргә йорт хайуандары рәсеме йәки тәбиғәт күренеше, төрлө ярлыҡ булыуы оҡшай. Ә икенселәр буш өҫтәлде хуп күрә. Функциялар йәһәтенән эш өҫтәлдәре барыһы ла бер төрлө, ә биҙәлеше — һәр кемдең зауығына ҡарап. Windows ХР-нан айырмалы рәүештә Windows Vista/7-лә уң яҡтан өҫтәлгә бәләкәй ҡушымталар — сәғәт, Интернет-яңылыҡтар, валюталар курсы, хатта электрон пианино булған ситке аҫлыҡ өҫтәргә мөмкин.
Эш өҫтәлен үҙеңсә биҙәү ҡыйын түгел. Обойҙарҙы алмаштырыу өсөн эш өҫтәленең буш урынына төрткөнөң уң төймәһе менән баҫығыҙ. Килеп сыҡҡан менюла Үҙенсәлектәр пунктын (операциялар системаһын (ОС Windows ХР) йәки Персоналләштереүҙе (ОС Windows Vista/7) һайлағыҙ. Экрандың үҙенсәлектәр тәҙрәһендә Эш өҫтәленә баҫабыҙ. Система унда булған программаларҙы һайлап алырға ҡушасаҡ. Өҫтәлгә фото урынлаштырырға теләһәгеҙ, Күҙәтеүгә инәбеҙ, фотолар һаҡланған урынды табып, Ок-ға баҫабыҙ.
Һәр ваҡыт эш өҫтәлендә күрергә теләгән билдәләрҙе лә сығарып ҡуйырға була. Эш өҫтәлен көйләүгә баҫабыҙ. Унда һәр саҡ күренеп торасаҡ элементтарҙы билдәләп сығабыҙ. Ярлыҡ — объектҡа инеүҙе еңеләйткән һылтанма. Өҫтәлдә ул булмаһа, Ҡабыҙыу>Бөтә программалар йәки Минең компьютер тигәнгә инеп, тейешле объектты эҙләргә кәрәк. Нигеҙҙә, теләһә ниндәй файлдың ярлығын эш өҫтәленә сығарырға була. Бының өсөн төрткөнөң уң төймәһе менән кәрәкле файлға баҫҡас, Оҙатыу>Эш өҫтәле (ярлыҡ эшләү) командаһын табабыҙ.
Ярлыҡ аҫтындағы яҙыу шрифтын ҙурайтыу өсөн экран Үҙенсәлектәрендә һул яҡта урынлашҡан Шрифт үлсәме юлында ғәҙәттәге, ҙур йәки эре тигәнде һайларға кәрәк булыр. Маҡсаттар аҫлығы — эш өҫтәленең иң ҡыҙыҡлы өлөшө. Унда дата, тауыш, экран, телдәр, вирусҡа ҡаршы һәм операциялар системаһына кергәндә индерелгән башҡа программа индикаторҙары күрһәтелә. Аныҡ билдәләр күренһен өсөн, төрткөнө маҡсаттар аҫлығындағы буш урынға ҡуйып, уң төймәһенә, һуңынан менюлағы үҙенсәлектәргә баҫырға кәрәк. Маҡсаттар аҫлығы һәм менюның үҙенсәлектәре тәҙрәһендәге Ҡулланылмаған билдәләрҙе йәшерергә тигән тәҙрәгә билдә ҡуйырға һәм артабан Көйләргә… тигән төймәгә баҫырға.
Маҡсаттар аҫлығына телдәр аҫлығы сығарылһа, бигерәк тә уңайлы. Уның билдәһе экран аҫтында сыҡһын өсөн төрткөнө маҡсаттар аҫлығының буш урынына ҡуйып, уң төймәһенә баҫығыҙ. Ҡоралдар аҫлығы>Телдәр аҫлығы тигәнде һайлағыҙ. Маҡсаттар аҫлығында RU билдәһе килеп сығыр. Урыҫ теленән инглиз теленә йә инглиз теленән урыҫсаға күсеү өсөн, ошо билдәгә баҫып, кәрәкле телде һайлайбыҙ.
(Дауамы. Башы 23, ҡ!-се һандарҙа.)Марият АРТЮХОВА.