Асыҡлыҡ сағылышы24.05.2016
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса үткән аҙнаның йәкшәбеһендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы үткәргән праймеризда һайлау хоҡуғы булған граждандарҙың 11,85 проценты ҡатнашҡан. Был көндө республиканың ҡала һәм райондарында барлығы 678 иҫәп участкаһы эшләгән. Тауыш биреү бюллетендәре урыҫ, башҡорт һәм татар телдәрендә әҙерләнгән.
– “Берҙәм Рәсәй” кандидаттарҙы тәҡдим итеүҙә үҙенә күрә өр-яңы механизм булдырҙы. Ғөмүмән, партия эсендә алдан тауыш биреү ысулы бик үҙенсәлекле. Яңы процедура Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар араһынан иң яҡшыларын һайлап алыу мөмкинлеген бирә. Депутат булырға теләүселәр күп, әлеге этапта уларҙың иң яҡшылары һайлап алынды. Халыҡ үҙе һайланы, – тип билдәләне республика Башлығы.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыу бик файҙалы.
– Беренсенән, праймериз быйылғы һайлауға үҙ кандидатураһын ҡуйғандар менән алдан танышырға мөмкинлек бирһә, икенсенән, әлеге осраҡта халыҡ сәйәсәттән алыҫлашмай, “Берҙәм Рәсәй» партияһында ниҙәр барғанын белә, Дәүләт Думаһындағы урындарға кемдәр дәғүә иткәнен күҙаллай, – тине Рөстәм Зәки улы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: праймеризда ҡатнашыу өсөн 101 кеше теркәлгән ине. Алдан тауыш биреүҙә еңеүселәр Дәүләт Думаһына һайлауҙа партия исемлегенә индереләсәк. Праймериз йомғаҡтары “Берҙәм Рәсәй”ҙең съезында билдәле буласаҡ.