Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ24.05.2016
Үткән шәмбе баш ҡалабыҙҙа “Халыҡтар дуҫлығы һәм туғанлығы – Рәсәйҙе тергеҙеүҙең нигеҙе” тип аталған Бөтә Рәсәй форумы үтте. Сарала Рәсәй Коммунистар партияһының Үҙәк комитеты рәйесе, Дәүләт Думаһындағы коммунистар фракцияһы лидеры Геннадий Зюганов та ҡатнашты.

Форум алдынан Мәскәү ҡунағы Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡы һәм партияның әүҙем ағзалары менән осрашты. Үҙенең сығышында компартия лидеры алданған өлөшсөләр проблемаһын күтәрҙе, коллекторҙарҙың эшмәкәрлегенә ҡарата кире фекерен әйтте, капиталь ремонт өсөн хаҡтың саманан тыш артыуын тәнҡитләне. Ғөмүмән, аралашыу йәнле үтте. Активистар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, партияның киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды.
Ике көнлөк эш сәфәре барышында Геннадий Андреевичты Республика Баш­лығы ла ҡабул итте. Осрашыуҙа башлыса милләт-ара татыулыҡты һаҡлау һәм ны­ғытыу тураһында һүҙ барҙы. Рөстәм Хәмитов компартия лидерын социаль-иҡтисади тармаҡтағы күрһәткестәр менән дә таныштырҙы. “Быларҙың барыһы ла халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуға йүнәл­телгән”, – тине республика Башлығы. Бюджеттың төп өлөшө һаулыҡ һаҡлауға һәм аграр тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелеүен Геннадий Зюганов айырыуса юғары баһаланы.
Дуҫлыҡ, татыулыҡ, үҙ-ара хеҙмәт­тәшлек кеүек мәңгелек темалар форумда ла дауам итте. Фекер алышыу Рәсәйҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең көнкүрешен сағылдырған сағыу күргәҙмә менән асылды.
– Бөгөн тәү сиратта халыҡтар дуҫ­лы­ғына “ташланалар”. Нисек тә милли той­ғоларҙы ҡуҙғытып, ыҙғыш сығар­маҡ­сылар. Беҙгә үткән хаталарҙы ҡабатлауға юл ҡуйырға ярамай. Форумдың төп маҡсаты – ошо. Ә Башҡортостан Республикаһы был йәһәттән матур өлгө, – тине Геннадий Зюганов.
Форум Салауат Юлаев майҙанында Беларусь Республикаһының легендар ансамбле “Сябры” ҡатнашлығында митинг-концерт менән тамамланды.


Вернуться назад