Алты сутый ғына тимәгеҙ24.05.2016
Алты сутый ғына тимәгеҙ – Грант бирҙеләр әле бына! Ҡыуанып бөтә алмайбыҙ!
– Улай булғас, трактор алаһығыҙ икән!
– Эйе шул. Күптән хыяллана инек. Иҫкеһе менән әллә ни эш ҡыйратып булмай шул!
– Ә мин еләк түтәлдәрен ике тапҡырға арттырырға уйлайым. Былтыр уңыш мул булды, һорап килеүселәр күп.
– Кемдә – еләк, кемдә – алмағас... Мин быйыл йәнә бер гектарға алмағас ултыртырға йыйынам.

Башҡортостан баҡсасыларының I съезына 500-гә яҡын делегат йыйылған. Сара башланыр алдынан төркөм-төркөм булып ойошоп торған ер кешеләре үҙҙәренең шатлыҡтары, көйөнөстәре менән уртаҡлашты. Бихисап халыҡ араһында таныш кешеләрҙе күреп һөйөндөм. Борай районындағы “Алмағас” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәкселәренең береһе Ғәлиә Мөғәллимованы халыҡ уратып алғайны. “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә эйә ханым, хәҙер инде хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һөнәренә тоғро ҡалған. Бында ла лекция һөйләй. Уға һорау яуҙыралар ғына.
Баҡсасылар союзы беҙгә күптән кәрәк ине. Ни генә тимә, йыйып алынған уңышты һатыуҙы ойоштороу, уңышлы эшләгән баҡ­сасыларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү – көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәләләр. Элек бит һәр колхозда емеш-еләк баҡсаһы була торғайны. Әле ундай күренеш юҡ. Баҡсасылар бер­ләшкәс, ошо һәм башҡа мәсьәләләр яйлап хәл ителер тигән өмөттәбеҙ. Беҙгә иһә, тәжрибәле баҡсасыларға, әлеге форматта ойошторолған осрашыуҙар бик кәрәк. Күптән күрмәгән таныштарҙы ла осратып һөйләштем, белгә­небеҙҙе уртаҡлаштыҡ. Икенсе съезд ҙурыраҡ булып, баҡса­сыларҙың уңыштарын күрһәткән күргәҙмә менән үрелеп барһа ине тигән теләктәмен, – тине Ғәлиә Муллаян ҡыҙы. – Ассор­тимен­тыбыҙ киң, үҫентеләрҙе күпләп килеп тә алалар. Баш ҡалала беҙҙең өсөн продукцияны йәһәт кенә һатып ебәрерлек уңайлы урын булды­рылһа, йышыраҡ килеп торор, дәртләнеберәк эшләр инек.
Сараны Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев асты. Ул съезға юғары баһа бирҙе.
– Бөгөнгө йыйын баҡсасылыҡты үҫтереүгә ҙур этәргес бирер тип ышанам, – тине Константин Борисович. – Финанс көрсөгө шарттарында бығаса сит илдән алынған тауарҙарҙы үҙебеҙҙә етеште­релгәнгә алмаштырыу мәсьәләһе ҡалҡты. Баҡсасыларға ярҙам күрһәтеү, “йәшел ут” биреү – көн талабы. Халыҡ үҙ мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланһын өсөн уңайлы шарттар булдырылырға тейеш.
Рәсәй баҡсасылары союзының төбәк бүлексәһе етәксеһе Ринат Миһрановтың сығышы барыһының да күңеленә хуш килде:
– Баҡсасыларҙы берләштергән йәмәғәт ойошмалары ла, коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәр ҙә бихисап. Уларҙы бергә туплау һәм бер маҡсатҡа ойоштороу кәрәк. Шул саҡта эштең һөҙөмтәһе күренәсәк, һәм берләшеү күп кенә мәсьәләләрҙе яйға һалырға ярҙам итәсәк.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә былтыр 14 миллионға яҡын баҡсасылыҡ участкаһы һәм дачалар иҫәп­ләнгән. Уларҙың дөйөм майҙаны – 1,2 миллион гектар. Эйе, Рәсәй халҡы борондан баҡсасылыҡ менән әүҙем шөғөлләнә. Ни генә тимә, үҙең үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә экологик яҡтан таҙа. Икенсенән, баҡсала ер эше менән булыу күптәрҙең йәшәү мәғәнәһенә әүерелгән. Әйткәндәй, ватандаш­тарыбыҙ иҡтисади көрсөк менән бер бөгөн генә осрашмай. Ауыр дәүерҙәрҙе йыш ҡына тап баҡсанан алынған уңыш арҡаһында йырып сығабыҙ.
Баҡсасылар – илдең иҡтисади һәм социаль яҡтан иң әүҙем ҡатламы, сөнки был кешеләр үҙ хеҙмәте менән ғаиләләрен туйындыра, артҡан уңышын баҙарға сығарып һатып, сауҙа әйләнешенә үҙ өлөшөн индерә, йәшәгән ерҙәрен дә матурлай. Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, илдә картуфтың – 79,6, емеш-еләктең – 90, йәшелсәнең 70,8 проценты баҡсасылар тарафынан етеште­релә. Был һандар артында баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән ғаиләнең тотороҡлолоғо ята түгелме?
Быға тиклем Хөкүмәт баҡса­сыларға айырым иғтибар бүлмәй ине. Ике йыл элек “Берҙәм Рәсәй” партияһы бөтөн ил буйынса “Баҡсасы йорто – ғаилә терәге” проектын тормошҡа ашыра башланы. Ул дәүләт етәксеһе Владимир Путиндың да яҡлауын тапты. Ошо сараға нигеҙләнеп баҡсасыларҙы борсоған төп проблемаларҙы асыҡлаясаҡтар, инфраструктураны үҫтереү, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү мәсьәләләрен хәл итәсәктәр.


Баҡсағыҙҙың файҙаһын
күрәһегеҙме?


Лилиә ҒӘЙЗУЛЛИНА, Өфө районы:
– Әлбиттә! Былтыр мул уңыш алдыҡ. 60 банканан ашыу компот яптым. Шуға ла ҡышҡыһын бер тапҡыр ҙа һатып алынған һут эсмәнек. Барыһы ла – үҙебеҙҙеке. Помидор, ҡыяр, кәбеҫтә тоҙланым. Картуфтың да уңышы һәйбәт булды, быйыл уны күберәк ултыртырға ҡарар иттек әле.
Йәй буйы йәшелсә-емештән өҙөлмәйбеҙ. Быйыл да мул уңышҡа өмөт итәм. Былтыр ҡурай еләге, алма, ҡара ҡарағат, еләк, помидор һатып, баҡсанан ғына 15 мең һумлыҡ килем алдым. Ергә эйелһәң, ул рәхмәт әйтә!

Әхнәф ШӘРИПОВ, Нефтекама ҡалаһы:

– Хаҡлы ялдағыларға ни баҡса күңел өсөн кәрәк. Көнө буйы дүрт мөйөшкә ҡарап ултырғансы, ерҙә соҡсонаһың. Саф һауа, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек...
Әлбиттә, етешһеҙлектәр бар. Мәҫәлән, беҙҙең баҡсаға тиклем автобус йөрөмәй, килеү-ҡайтыуы бәлә. Юлды күптән йүнәткәндәре юҡ. Электр уты, һыу менән дә өҙөклөктәр булғылай. Әммә баҡсанан алған кинәнесте бер нәмә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Уңыш мул гелән. Үҙебеҙгә лә, ейәндәребеҙгә күстәнәскә лә етә.

Артур МАҒАЗОВ, Өфө ҡалаһы:

– Дөрөҫөн генә әйткәндә, бынан биш йыл элек дуҫтарым: “Баҡса алып, емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәсәкһең”, – тиһә, бушты һөйләмәгеҙ, тип яуаплар инем. Хатта баҡсаға йөрөгән ололарға көлөмһөрәп ҡарай инем.
Хәҙер инде өйләнгәнмен, игеҙәк улдарым бар. Бер малайым аллергиянан йонсой, шуға аптырап, баҡса алдыҡ. Үҙебеҙ үҫтергәнде рәхәтләнеп ашай балаларыбыҙ. Бөгөн беҙҙә сейә, слива, ҡарағаттың бөтөн төрҙәре, алма, еләк бар. Үҙебеҙҙең ҡабаҡ һәм ташҡабаҡтың, картуфтың тәме лә һатып алынғандыҡы менән сағыштырырлыҡ түгел, әлбиттә. Ҡатыным малайҙарға тип емеш-еләкте туңдырып ҡуйҙы былтыр. Ҡыш буйы рәхәтләнеп ашанылар. Балалар хаҡына баҡсаға ла егеләһең икән.

Аида ЗАРИПОВА, Салауат ҡалаһы:

– Әсәйем дә, ҡәйнәм дә – баҡса ҡолдары. Минән дә шуны көтәләр. Ә миңә иһә кәрәк нәмәне магазиндан алыуы уңайлыраҡ. Әллә ни сығым талап ителмәй һымаҡ.
Әсәйем шәхси йортта йәшәй. Баҡсаға сыҡты, эшләне, инде... Ә бына ҡәйнәм автобус менән йөрөй. Ваҡыт табып, уның юлға, орлоҡҡа, үҫентеләргә түккән аҡсаһын һанап күрһәттем. Килеменә ҡарағанда сығымы күберәк: йыл да орлоҡҡа – яҡынса 400 һум, үҫентеләргә – 500, баҡсасылыҡ ширҡәтенә – 3 мең (был иҫәпкә электр уты һәм һыу өсөн түләү инә), юлға бер яҡҡа ғына – 30 һум, аҙыҡ-түлеккә, шулай уҡ барған һайын кәм тигәндә 500 һум аҡса китә!

Эльвира ВИЛДАНОВА, Учалы ҡалаһы:
– Баҡса – минең ожмахым. Ниндәй генә сәскәләр сәсмәйем, ниндәй генә емеш-еләк үҫтермәйем! Әлбиттә, ер биргән байлыҡтан аҡса эшләү мөмкинлеген дә файҙаланам. Шуға ла минең өсөн яҙ февралдә етә. Тәҙрә төбөнә петуния сәскәләренең орлоғон сәсәм. Апрелдә, улар сәскә ата башлағас та, һатыуға сығарам. Орлоҡтарын махсус интернет-магазиндан алам. Әллә ҡулым килешә, әллә башҡа сәбәптән – петунияларым уңа. Шуға ла хәҙер үҙ киленттарым бар. Ғинуарҙа уҡ уларҙан заказ йыйып ҡуям. Дөйөм алғанда, сәскә үҫентеһе һатып ҡына ла йылына 50 мең һум аҡса эшләйем. Башҡа үҫентеләрҙе иҫәпкә алмағанда.
Әле үҙебеҙ йорт һала башланыҡ. Эште бөтөргәс, баҡсам да ҙур буласаҡ. Тимәк, алған килемем яҡынса өс тапҡырға артасаҡ тигән һүҙ. Ялҡауланмаһаң, баҡсанан әллә күпме килем алырға була.


Вернуться назад